1 кг кәбеҫтәгә 2 бөртөк татлы борос һәм 2 бөртөк кишер, алына.
Рассол өсөн 100 мл һыу, 2 аш ҡалағы уксус, 100 мл көнбағыш майы, 2-3 лавр япрағы, 10 бөртөк душистый перец , 1 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 10 тырнаҡ һарымһаҡ алына.
Йәшелсәләрҙе турайбыҙ.
Рассолды әҙерләү өсөн һыуҙы ҡайнатырға ҡуябыҙ. Уға майҙы ҡойоп, тоҙ, шәкәр, лаврушкаларҙы, боросто һалып болғатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас туралған һарымһаҡты һалып, уксусты ҡоябыҙ һәм утты һүндерәбеҙ.
Рассолды туралған йәшелсәләргә ҡойоп, өҫтөнә ҙур тәрилкә менән баҫтырып, 2 сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Унан стерилләнгән банкаларға һалып алабыҙ.
Тәмле булһын!