+23 °С
Болотло
Тәмлекәс
1 Октябрь 2025, 09:48

Ҡабартма

ИНГРЕДИЕНТТАР:  200 мл бүлмә температураһындағы кефир 1 йомортҡа 100 г шәкәр 50 мл үҫемлек майы  6 г йомшартҡыс (разрыхлитель)  350 г он тоҙ

ҠабартмаҠабартма
Ҡабартма

Ҡамыр

Бүлмә температураһындағы кефирға йомортҡа, бер семтем тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һалып  туҡыйбыҙ. Он менән йомшартҡысты ҡушып иләйбеҙ. Әҙер кефирға ондо яйлап ҡына ҡушып болғайбыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 10 минут ял иттерәбеҙ. 9-10 өлөшкә бүләбеҙ һәм шарҙар әүәләйбеҙ. Һәр шарҙы уҡлау 0,5 мм тирәһе йәйәбеҙ.Йәйелгән ҡамырҙы өс ерҙән бысаҡ менән киҫәбеҙ. Ҡыҙҙырылған майҙа ике яҡлап бешереп алырға.

Автор:
Читайте нас