-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Сентябрь , 16:41

Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.

Журнал уҡыусыбыҙ нисек итеп миләштең әселеген бөтөрөргә тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Миләш, ысынлап, әсе була, әммә уны бөтөрөргә мөмкин, бының өс юлын тәҡдим итәбеҙ.

Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.
Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.

Миләште сентябрь аҙаҡтарында йыйып алырға кәңәш ителә.

1.Миләште ҡырауҙан һуң йыйығыҙ, ҡырауға эләккән емеш татлы булып китә.

  1. Миләште тоҙло һыуҙа тотоғоҙ. Бының өсөн 1 литрға 2 аш ҡалағы тоҙ һалабыҙ, был эретмәне 2-3 минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан миләште тоҙло эретмәгә һалып, 3-5 минут ҡайнатабыҙ. Шунан һуң емештәрҙе һалҡын һыуҙа һыуытабыҙ. Бындай эшкәртеү миләштән бөтә әселекте тулыһынса алып ташлай.
  2. Миләштең әселеген бөтөрөү өсөн уны әҙерләгәндә лимон өҫтәп була.

Лимон һәм миләш десертын ошондай рецепт буйынса әҙерләргә була:   1 стакан һыу;   миләш (1 кг);   лимон һуты (уны лимон яртыһынан сығарабыҙ);   шәкәр ҡомо (800 г).

Һыуҙы плитала шәкәр менән бергә ҡайнатабыҙ, һуңынан уттан алып, сиропҡа лимон ҡабығын һәм һутын өҫтәйбеҙ. Ошо уҡ һыуға ҡайнар һыу менән бешекләнгән миләш емештәрен һалабыҙ һәм 1 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ, һуңынан ҡатнашманы талған утта 20 минут бешерәбеҙ. Әҙер продуктты әҙерләнгән һауыттарға ҡоябыҙ.

 Әйткәндәй, әгәр һеҙ миләштән ҡайнатма әҙерләһәгеҙ, лимон һуты урынына башҡа цитрус емештәрен (мәҫәлән, лайм йәки апельсин) ҡулланырға мөмкин.

Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.
Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.
Миләштең әселеген нисек бөтөрөргә.
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас