

Ингредиенттары:
Ҡамыр өсөн:
0,5 литр кефир
500 гр. маргарин
2 сәй ҡалағы. сода
1 сәй ҡалағы тоҙ
6 стакан он
Эслек өсөн:
1 стакан дөгө
2 банка майлы сардина
2 һуған
йәшеллек, тоҙ, тәмләткестәр
Әҙерләү: маргаринды ҡырғыс аша үткәрергә, тоҙ, сода, он өҫтәп, ыуырға. Кефир өҫтәп, ҡамыр баҫырға.
Эслек өсөн
Дөгө бешерәбеҙ, сайҡатабыҙ, һуты менән бергә буталған консерваны өҫтәйбеҙ, һуғанды ваҡлайбыҙ, йәшел тәмләткестәр өҫтәйбеҙ, тоҙлайбыҙ, , болғатабыҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҡалынлығы яҡынса 0,50,7 см ике түңәрәк йәйәбеҙ. Беренсе өлөшөн һауытҡа һалып, эсоекте һалабыҙ, икенсе өлөшө менән ҡаплайбыҙ, ситтәрен семтеп сығабыҙ. Өҫтән бер нисә урында сәнске менән тишәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡа һылайбыҙ. Мейестә 180 эҫелегендәге температурала 45 минут самаһы бешерәбеҙ.
Был ҡамырҙан шулай уҡ пирожкиҙар яһарға мөмкин.
А. Данилов фотоһы.