+30 °С
Болотло
Тәмлекәс
22 Сентябрь 2025, 07:05

Ваҡ бәлештәр

Хеҙмәттәшебеҙ, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының редактор урынбаҫары Регина Камалова телеңде йоторлоҡ итеп ваҡ бәлештәр бешергән. Ул рецебы менән бүлешә: - Был ваҡ бәлештәрҙе әҙерләү еңел генә, ҡамырына һыуытҡыста нимә бар, шуны һалырға була.

Ваҡ бәлештәрВаҡ бәлештәр
Ваҡ бәлештәр

Бер ҡап май (маргарин), 200 грамм ҡатыҡ, 1 аш ҡалағы майонез, ярты балғалаҡ сода, самалап тоҙ ҡушып ҡамыр баҫырға һәм өҫтөн ябып 20 минутҡа “ял итергә” ҡуйырға. Эсенә картуф менән туралған ит һалып, ваҡ бәлештәр эшләп, өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөргә. 180 градуслы мейестә 40 минутта бешә.

 

Регина Камалова.

Фото авторҙыҡы.

Ваҡ бәлештәр
Ваҡ бәлештәр
Ваҡ бәлештәр
Автор:Регина Камалова
Читайте нас