+30 °С
Болотло
Тәмлекәс
20 Сентябрь 2025, 17:22

Фаршланған борос

Болгар боросоноң эсен таҙалап әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ.

Фаршланған боросФаршланған борос
Фаршланған борос

Йылҡы ите - 0,500гр

Башлы һуған – 1 бөртөк

Ташҡабаҡ - 0,200 гр. Эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ

Геркулес - 0,5 стакан ( бер нисә тапҡыр йылы һәм һыуыҡ һыу мменән сайҡатам).

Фарш, һуған, ташҡабаҡ һәм Геркулесты ҡушып болғатам.

Йомортҡа, тоҙ, ҡара йәки ҡыҙыл борос ҡушам. ( кемгә нисек оҡшай).

Боростарҙың эсенә ә:ер фашрты тултырып сығам.

Тәрән эмаль йәки тутыҡмай торған материалдан эшләнгән кәстрүлгә әҙер боростарҙы теҙәм, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм ваҡланған һуған һалам. Әҙерәк тоҙ һибәм һәм боростоң өҫтөнә сыҡҡансы эҫе һыу һалам.

Ҡайнап сыҡҡас, 45-50 минут бешерәм.

Боросто ҡаймаҡ, томат пастаһы һәм үҙем эшләгән "Огонёк” менән өҫтәлгә бирәм.

Ҡалған бульонында ҡарабойҙай бутҡаһы бешерәм. Балалар бик ярата, Йәшелсәле һәм итле бутҡа килеп сыға. Бик тәмле! Эшләп ҡарағыҙ.

 

Розалия Хәйруллина.

Фото автора.

Фаршланған борос
Фаршланған борос
Фаршланған борос
Фаршланған борос
Фаршланған борос
Автор:
Читайте нас