+30 °С
Болотло
Тәмлекәс
24 Апрель 2025, 10:50

КЕСЕРТКӘН АШЫ

Бер аш тәрилкәһе тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 бәрәңге, 3 йомортҡа, 1 стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ алабыҙ.

КЕСЕРТКӘН АШЫКЕСЕРТКӘН АШЫ
КЕСЕРТКӘН АШЫ

Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға бәрәңгене турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә япраҡтарҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас