+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
11 Март , 11:00

Егеттәрҙән мастер-класс!

Ҡумыҙсы, өзләүсе, йырсы, композитор Айрат Хөснуллин төрлө сырҙар эшләргә өйрәтә.

Егеттәрҙән мастер-класс!
Егеттәрҙән мастер-класс!

 

 

Адыгей сыры

 

Бының өсөн 4 литр һыйыр һөтө (пастеризацияланмаған), бер ус әнис, тәм буйынса тоҙ,

9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.

Һигеҙ литрлы кәстрүлгә һөттө ҡайнатырға ҡуябыҙ.

Төбөнә ултырмаһын өсөн һөҙгөс менән болғатып торабыҙ. Махсус термометр менән нисә градус икәнен үлсәйбеҙ.

Термометрҙы һөттән сығармайбыҙ – 80-90 градусҡа

тиклем етергә тейеш. Шулай күпергәнсе йылытабыҙ.

90 градусҡа еткәс, һүндереп, болғата-болғата 25-30 миллилитр (күберәк булһа ла ярай) 9 процентлы аш һеркәһен ҡоябыҙ.

Һөт эрей – эркет һыуы сыға башлай.

Шул килеш ҡапҡас менән ябып торабыҙ. Эркет һыуы сығып бөткәнсе көтәбеҙ.

Артабан тишекле сүмескә марля һалып, яҡшылап һөҙәбеҙ.

Эркет һыуы ағып бөткәс, сүмес эсендә килеш самалап тоҙ һәм ваҡ итеп туралған йәшел әнис һалып болғатабыҙ.

Иҙмәне сыр һауыттарына (улар махсус һатыла) бүлеп һалабыҙ ҙа өҫтөн тигеҙләйбеҙ.

Әҙер булғансы һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ. Һигеҙ-туғыҙ сәғәттән сырҙы ашарға була.

Егеттәрҙән мастер-класс!
Егеттәрҙән мастер-класс!
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас: