Ҡамыр өсөн 950 грамм самаһы он, 350 миллилитр һөт йәки һыу, 140 – 200 грамм һары май, 1-2 йомортҡа, тәменсә тоҙ, шәкәр кәрәк.
Эслеккә 1,4 – 1,6 килограмм һарыҡ йә кәзә ите һәм үпкә-бауыры, 1 – 1,2 килограмм картуф, 250 – 300 грамм ҡарабойҙай ярмаһы, 200 – 250 грамм башлы һуған, 150 – 200 грамм аҡ май,
200 – 250 грамм һурпа, кәрәгенсә тәмләткестәр алабыҙ.
Күрһәтелгән ингредиенттарҙан ҡамыр баҫабыҙ, ул билмәндекенә ҡарағанда саҡ ҡына йомшағыраҡ булырға тейеш. Уны шулай уҡ ваҡ бәлеш, өсмөйөш, бөккән, бәрәмәс һәм башҡа ризыҡ өсөн ҡулланырға була.
Һөйәкһеҙ итте ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Бауырын, үпкәһен, йөрәген ҡайнар һыу менән бешекләйбеҙ ҙә саҡ ҡына ҙурыраҡ киҫәктәргә бүләбеҙ. Картуфты – 1,5 сантиметр ҙурлығында, һуғанды вағыраҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡарабойҙай ярмаһын башта мейестә ҡыҙҙырып алабыҙ, шунан яртылаш әҙер булғансы бешерәбеҙ, һыуытабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, борос, әнис, лавр япрағын һалып ҡайнар һыу, май һалып бутайбыҙ. Эслеккә шулай уҡ яҡшылап йыуып эшкәртелгән эсәк киҫәктәрен дә өҫтәргә мөмкин.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын 4-5 миллиметр ҡалын-лығында йәйеп, майланған табаға һалабыҙ, ситтәренән 4-5 сантиметр сығып торорлоҡ булһын. Өҫтөнә эслеген өйөп һалабыҙ, икенсе йәймә менән ҡаплап, матур итеп бөрөп ябабыҙ.
Уртаса эҫелектәге мейестә 2 – 2,5 сәғәт бешерәбеҙ. Бер сәғәттән урталағы тишектән ҡайнар һурпа һалабыҙ. Бәлештең өҫтөн ҡырҡып алабыҙ (уны икмәк урынына ашарға мөмкин). Эслеген тәрилкәләргә һалып тәҡдим итәбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА.