Оҫтабикә Индүсә Әмир ҡыҙының «Иң яҡшы башҡорт аш-һыуы. Быуаттар аша күскән ғөрөф-ғәҙәт» китабының исем туйы үтте. Илле йылдан ашыу йыйылған тәжрибәһе менән уртаҡлаша автор баҫмала. «Эшемде яратам, әйтер һүҙем, тапшырыр белемем күп. Китап сығарыу иҫ киткес йөрәк көсө талап итә. Алған гонорарымды белгәс, шуның өсөн төндәр йоҡламай, борсолоп йөрөнөңмө, тип аптыраусылар ҙа булды. Ә мин яратам милли аш-һыуҙы, уны бар донъяға белдерәһем килә», – тип бүлешә Индүсә Әмир ҡыҙы.
«Күк ҡуян»
Көршәктә бешкән ноҡот борсағы һәм йәшелсәләр менән һарыҡ ите.
150 – 200 грамм һарыҡ ите, 10 – 15 грамм һары май, 80 – 100 грамм картуф, 30 – 40 грамм ҡабаҡ, 15 – 20 грамм башлы һуған, 30 – 40 грамм ноҡот борсағы (фасоль), 15 – 20 грамм аҡ май, 15 – 20 грамм бал, 3 – 5 грамм һарымһаҡ, самалап тәмләткестәр һәм йәшел үләндәр алабыҙ.
Һарыҡ итенең йомшағын 3-4 киҫәккә бүлеп, өҫтөнә тәмләткестәр һибәбеҙ ҙә майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуф, ҡабаҡ, һуған, яртылаш бешерелгән ноҡот борсағын ҡушып, ҡайнар һурпа йәки һыу ҡоябыҙ ҙа мейескә 25 – 30 минутҡа быҡтырырға ҡуябыҙ. Бал, аҡ май, һарымһаҡ, тәмләткестәр өҫтәп, көршәктәргә һалабыҙ ҙа яңынан бер аҙға ғына мейескә ҡуйып торабыҙ. Табынға эҫе килеш, өҫтөнә йәшел үләндәр һибеп бирәбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА.