-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
2 Февраль , 15:10

Хыялы – кешеләргә кәрәк булыу

Маҡсатлы, булдыҡлы йәштәребеҙ күп, Аллаға шөкөр. Мәскәүҙә йәшәгән Ғафури ҡыҙы Илиза ТҮЗБӘКОВА ла – шундайҙарҙан.

Хыялы – кешеләргә кәрәк булыу
Хыялы – кешеләргә кәрәк булыу

Бала сағында хәрби  булырға хыяллана ул. Тыуған ауылы Табында урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның социаль хеҙмәт факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Апаһы, бында йәшәргә урын да булыр, тип үҙ янына, Өфө күп профилле һөнәри колледжына саҡыра. Илиза костюмдар буйынса рәссам булырға уйлай. Тик ике айҙан, был төркөмгә уҡырға килеүселәр бик аҙ булыу сәбәпле, уны ябалар, студенттарға икенсе бүлеккә күсергә тәҡдим итәләр. Илиза, ашнаҡсы-кондитерлыҡ серҙәрен белеү ҡамасауламаҫ, тип ҡарар итә. Был аҙымына бөгөн һис үкенмәй ул. Ә бит бала сағында бешеренеү тигән нәмә ике ятып бер төшөнә лә инмәй. Әсәһе, Светлана апаһы һәр саҡ тәмле-татлы менән һыйлап торғас, ул яҡтан, үҙе әйтмешләй, «әҙергә бәҙер» булырға өйрәнгән.

Ике уҡыу йортон да уңышлы тамамлап, Өфөләге төрлө туҡланыу ойошмаларында тәжрибә туплай Илиза. Тик, һин дә мин эшләп йөрөгән мәлендә, әсәһе ауырып китә. Етмәһә, үгәй атаһы вафат була. Төҙөй башлаған өйҙәре тора. Күберәк аҡса эшләп, әсәһенә ярҙам итеү теләге ҡыҙҙы Мәскәүгә алып килә. Әле ул спорт клубында менеджер булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта үҙенең яратҡан һөнәренә лә тоғро ҡала: Илизаның тәмле бешергәнен бер-береһенән белеп ҡалған яҡташтарыбыҙ йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлай, уларға милли ризыҡтарыбыҙҙың татын аңлаған татарҙар, ҡаҙаҡтар ҡушыла. Сәк-сәге, бауырһағы, үҙебеҙсә төрлө бәлештәре, канапэ, брускетта кеүек заманса бутербродтары телде йоторлоҡ.

Башта Илиза «Уңған килен» тигән бренд булдырырға теләй. Шунан, һәр кемдең телефонында башҡорт хәрефтәре булмаҫҡа ла мөмкин, кәрәк саҡта эҙләп таба алмауҙары ла бар, башҡа милләт вәкилдәренә лә әйтеүе ауыр булмаһын өсөн, «СуперКилен» тип атай. Киләсәктә билдәлелек яуларына ышана, башлаған эшен ҙур ресторан йәки кафе селтәренә тиклем үҫтерергә хыяллана егәрле ҡыҙ.

«Бала саҡта Флүрә өләсәйемдә ҡунаҡта булғаным йыш иҫкә төшә. Ул ете балаһының ғаиләһен йыйырға яратты. Ҙур өҫтәл артында бергәләп ултырыуыбыҙ, күмәкләп билмән, бөйөрөктәр әүәләүебеҙ – иң күңелле мәлдәр. Түрҙә самауыр үҙ көйөн көйләй. Аласыҡтағы олоғара кәстрүлдә, тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып, туҡмаслы аш бешә. Донъяла иң тәмле ризыҡ ул! Әле лә ошо ашты һағынып ҡайтам. Сер түгел, кондитерҙар йыш ҡына ит яратыусан була – мин дә улар иҫәбендә.  Ә мейестә бешкән ҡомалаҡ икмәге! Өләсәйем икмәк әсеткеһен һаҡлап ҡына тота, белмәйенсә ҡулланырға ҡушмай... Әйткәндәй, тап өләсәйем яратҡанса, шәкәрһеҙ диетик ризыҡтар етештереү хыялы ла йөрөй күңелемдә. Дөрөҫөрәге, уны башлап та ҡуйғанмын, тик ваҡыт етмәй әлегә.

Эштә лә, ашта ла берҙәм булдыҡ. Әсәйемә эйәреп апайым менән өмәләргә лә йөрөнөк, ҡаҙ йолҡоу, һуғым һуйыу кеүек мәшәҡәттәрҙең бар нескәлектәрен өйрәндек», – тип бүлешә Илиза.

Әле ирекмән ҡыҙҙың Анапаның мазут баҫҡан диңгеҙ ярҙарын таҙартырға ашҡынып йөрөүе. Волонтерлыҡ – эшмәкәрлегенең икенсе ҡанаты. Өфөлә саҡта уҡ, «Изгелек командаһы» ойоштороп, әйберҙәр йыйып, мохтаждарға таратыу менән шөғөлләнә. Башланғыс синыфта уҡытыусылары Илзиә Миңлеәхмәт ҡыҙы, тимурсылар командаһы булдырып, хаҡлы ялдағы яңғыҙ ололарға ярҙамлашырға тәҡдим итә. «Малайҙар һәм ҡыҙҙар йыйылышып эргәлә генә йәшәгән бер әбейгә барҙыҡ, иҙәнен йыуып, утын ташып, ҡар көрәп бирҙек. Әбей ҡыуанып ҡалды. Изге эш башҡарыуҙың ни тиклем яҡшы икәнен шул саҡта аңла-ным», – тип һөйләй Илиза. Үҫкәс тә, төрлө хәйриә фондтарына ярҙам күрһәтә, артабан үҙ ойошмаһын булдырырға ҡарар итә. Табын ауылында социаль приют бар. Илиза унда йәшәгән кескәйҙәрҙе иҫ киткес йәлләй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Бер саҡ ул тыуған көнөн ошо приют балалары менән бергә үткәрә. Минең өсөн генә түгел, улар өсөн дә байрам булһын әле, тип уйлай ул. Бәләкәстәр менән бергә бешеренәләр, күмәкләп һыйланалар. Хәҙер инде был уның өсөн матур бер йолаға әйләнгән.

Мәскәүгә, бер нисә йылға ғына, тип килгән ҡыҙ әлегә ҡайтырға ашыҡмай. Бындағы яҡташтарына кәрәклеген тоя ул. Һағынған саҡтарында, тәмлекәстәр бешергәндә «Юлдаш» радиоһын ҡабыҙһа, тыуған яҡтарына ҡайтҡандай була. Киләсәген ҙур ҡалала түгел, ғәҙәти ауылда күҙ алдына килтерә ул. Йәйрәп ятҡан киң яланлы, шаулап торған урманлы, халҡы туған телендә аралашҡан, милли йән һаҡланған башҡорт ауылында. Ауылдың һулап туймаҫлыҡ саф һауаһы, рәхәтләнеп мунса инәһең, быйма кейеп кенә урамға сығып йүгерәһең, урманға еләк-емеш йыйырға йөрөйһөң, баҡсаңда күңелең булғансы «соҡонаһың»... Йәнеңә тағы ни кәрәк?!

 

Черри помидоры менән брускетта

1 батонға (10 – 15 кешегә етә) 200 – 250 грамм черри помидоры, 200 грамм эремсекле сыр, 3 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ, шәкәр, салат япраҡтары кәрәк. Биҙәү өсөн кунжут орлоғо алырға була.

Помидорҙы уртаға бүлеп, аҡ майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Саҡ ҡына шәкәр, тоҙ һибәбеҙ. Иҙелгән һарымһаҡ һалғас, 2-3 минуттан уттан алабыҙ.

Батонды 10 – 15 өлөшкә ҡырҡып, 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә

3 – 5 минут тотоп алабыҙ (артыҡ тотоп ҡатырмайбыҙ). Бер өлөшөнә помидор һалабыҙ. Эргәһенә салат япрағы һалып, эремсекле сыр яғабыҙ. Өҫтөнә кунжут орлоғо һибеп биҙәйбеҙ.

Кәңәш: сырҙы кондитер шприцынан һалһағыҙ, матурыраҡ булыр. (был һөйләмде версткала айырым ҡуйырға мөмкин)

 

Моцарелла сыры менән  канапэ

Черри помидоры, мини-моцарелла, зәйтүн емеше, салат япраҡтары кәрәк була.

Таяҡсаға помидор (бөтөн килеш), салат япрағы (килештереп ҡырҡылған), моцарелла сыры түңәрәге, зәйтүн емеше теҙәбеҙ.

 

Балыҡлы сэндвич

Тост өсөн махсус икмәк, бағыр (форель) йәки һөмбаш (лосось) балығы, ҡыяр, эремсекле сыр кәрәк.

Икмәк киҫәктәрен ике яҡтан     табала йәки грилдә ҡыҙҙырып алабыҙ. Эремсекле сыр яғабыҙ. Салат япрағы, түңәрәкләп туралған ҡыяр, нәҙек кенә итеп ҡырҡылған балыҡ киҫәге һалабыҙ. Өҫтөнә икенсе икмәк киҫәген ябабыҙ. Дүрт тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Кәрәк тип тапҡанда, таяҡсалар менән беркетеп ҡуйырға мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: