–Ғаиләбеҙ менән күмәкләп йыйылып алырға яратабыҙ. Мин ике көн алдан әҙерләнә башлайым. Ҡәҙерлеләрем килеүгә ҡоймаҡ ҡоям, итле бәлеш бешерәм, компот ҡайнатам, билмән, манты әүәләйем. Әллә ниндәй хан һыйы әҙерләмәһәм дә, барыһы ла яратып ашай. Зөлфиә ҡыҙым кисә генә: «Әсәй, һин бешергән ҡаҙ нишләптер тәмлерәк була. Мин дә шулай уҡ әҙерләйем, тик һинекесә сыҡмай», – тип әйтеп һалды, – ти йылмайып ул.
Эйе, әсәй бешергән ризыҡтың айырым таты була шул. Гөлнар Әҙип ҡыҙының үҙенең дә хәтирәләре яҡты: «Әсәйем иртән тороп мейес яға, ҡаҙан эсенә картуф, кәбеҫтә, кишер турап һала, дөгө лә төшөрә шунда, ә төбө тулы – ит, шулай һалып, мейескә ултырта ла дәрескә китә. Бығып ҡына бешә ул, беҙ мәктәптән ҡайтыуға хуш еҫ ҡаршы ала. Ошонан да тәмле ризыҡ башҡа бер ҡайҙа ла юҡтыр ул». Тағы ла бик оҫта итеп ләүәш бешерә әсәләре. Тыуған яҡтың хозур тәбиғәтен ҡыҙырып, балан, муйыл, ҡарағат йыялар, өй башына элеп киптерәләр, ҡул тирмәнендә тарттыралар. «Беҙ ҙә бергә ултырып тарттырышабыҙ. Ул үҙенә күрә бер эш, беҙҙе берләштергән ҡөҙрәтле мәл булған икән. Кипкән муйылдан, баландан бешерелгән ләүәштәрҙең үҙ таты була бит ул, ит турағыстан үткәрһәң, улай түгел. Балалыҡ тәме булып ул да ғүмерлеккә иҫтә ҡалған», – ти Гөлнар Әҙип ҡыҙы. Ял көндәрен байрам икән тип уйлай ул бәләкәй саҡта. Шулай булмай, башҡа ваҡытта һис бушамаған атай менән әсәй өйҙә, барыһы бергә йыйылып эш башҡарыу ҙа, бешеренеү ҙә шундай йылы, матур иҫтәлек булып күңелгә һеңгән.
Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтында һөнәр ала. Тыуған районында, Өфөлә башланғыс кластарҙы уҡыта, әле баш ҡаланың 45-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Һөнәр һайлауҙа һөйөклө әсәһенең өлгөһө көслө булалыр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы, ауыл советы депутаты Гөлдәр Абдулла ҡыҙы һәр эшкә өлгөрә. Атаһы Әҙип Дәүләткилде улы – колхозда инженер. Өйҙәренән кеше өҙөлмәй: ауыл халҡы һәр төрлө йомош менән килә Танһыҡҡужиндарға, ихласлығы, ярҙамсыллығы менән хөрмәт ҡаҙанған улар. Ә ҡартатаһы данлыҡлы ҡортсо була, күпләп умарта тоталар.
Татыу ғаиләлә дүрт бала буй еткерә. Әле Зәлиә һеңлеһе район мәҙәниәт йортонда методист булып эшләй. Хәбир ҡустыһы Иҫәнғолда хәүефһеҙлек һағында тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәфис ҡустылары мәрхүм булып ҡалған, уның ғаиләһе менән дә араларҙы һыуындырмайҙар. Зәлиә менән улар килендәш тә – һеңлеһе тормош иптәше Азамат Рәмил улының ҡустыһы Рәжәптә кейәүҙә. «Бер ғаиләгә килен булып төшөүҙең яҡшы яҡтары күп. Нәжип ҡәйнешем йыш ҡына, нишләп кенә тағы бер һеңлегеҙ юҡ икән, тип шаярта. Бейемем Мәрфуға Баймырҙа ҡыҙы ла беҙҙе иҫ киткес яратып ҡабул итте. Зирәк аҡыллы ҡатын – ауылдың хөрмәтле ағинәйе. Дин тәғлимәттәрен тотоп, доғаларын уҡып, йылы һүҙе менән кешеләрҙең хәлен еңеләйтеп ебәрә ул. 82 йәштә булһа ла, ярҙамға мохтаждар уға йүгереп килә, өшкөрөп, доғалары менән күңелдәрен имләп ебәрә», – тип бүлешә Гөлнар апай. Аш-һыуға ла ифрат оҫта бейеме. Икмәкте лә үҙенсә тәмле итеп һала, ҡоймаҡ ҡоя, картуф бәлеше бешерә. Йоҡа ғына итеп ҡырҡҡан һалмаһы ауыҙҙа иреп кенә тора. Былауҙы әсәйемдән дә тәмлерәк бешергән кеше юҡ, ти Үзбәкстандың аш-һыу оҫталары әҙерләгән тәғәмдәрҙе лә татып ҡараған улы Азамат.
Сер итеп кенә шуны ла әйтергә кәрәк: Азамат ағай үҙе лә тәмле бешерә. «Илһамы килгәндә» ул аш бүлмәһенә инә, тәмләткестәр һалып, оҫта итеп ит ҡыҙҙыра. Сәстәрен сәскә бәйләгән мәлдә хәләл ефетен баллы торт бешереп һыйлаған. «Шул торттың тәме һаман тел осомда ғына тора», – тигәндә Гөлнар апайҙың йөҙө яҡтырып китә.
Ғаиләлә байрам табынында мотлаҡ бишбармаҡ урын ала. Ҡырғыҙҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың бишбармағын да татып ҡараныҡ, беҙҙеке иттең ҙур киҫәктәр менән, айырыуса мул һалыныуы менән айырылып тора, халҡыбыҙ мул ҡуллы, ҡунаҡсыл беҙҙең, ти хужабикә.
Зөлфиә ҡыҙҙары менән Фидан кейәүҙәре, Илгизәр улдары менән Яҙгөл килендәре, ейәнсәрҙәре Ҡәҙриә килһә, донъя түңәрәкләнә. Зөлфиә торттарҙы оҫта бешерә, турамалары тәмле. Яҙгөл килене иһә сит ил аштарын телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй, ризыҡтарҙы уйламағанса килештереп, яраштыра белә.
Бананлы торт
Ҡамырға 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он кәрәк.
Крем өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 ҡалаҡ аҡ май, 3-4 банан алабыҙ.
Йомортҡаны һытып, шәкәр ҡушабыҙ ҙа блендер ярҙамында күпергәнсе болғатабыҙ. Артабан он ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. 180 – 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ. Әҙер бисквитты һыуытабыҙ.
Ҡуйыртылған һөткә аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Бананды нәҙек кенә итеп турайбыҙ.
Бисквитты 3 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ҡатына ҡуйыртылған һөт һылайбыҙ, банан киҫәктәре һалып сығабыҙ. Ситтәренә лә крем яғабыҙ. Тортты төрлөсә биҙәргә мөмкин.
Файҙалы турама
200 грамм фета сыры, 2-шәр татлы борос, помидор, ҡыяр, 1 баш ҡыҙыл һуған, 1 банка ҡара төҫтәге зәйтүн емеше, салат япраҡтары, тәменсә тоҙ, зәйтүн майы кәрәк була.
Йәшелсәләрҙе һәм сырҙы шаҡмаҡлап, һуғанды түңәрәкләп турайбыҙ. Салатты эре итеп ҡырҡабыҙ. Барыһын бергә һауытҡа һалып, тоҙ, зәйтүн майы менән болғатабыҙ. Зәйтүн емештәре менән матур итеп биҙәйбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2024) һанында уҡығыҙ.