«Ғабдулла бабай», «Фәнис ҡустым», йә «вахтовик Марсель» тип тә өндә-шәләр Фәнилгә ҡайһы саҡ, вайнда-рындағы шаян образдарын күҙ уңында тотоп. Театрҙа тыуҙырған байтаҡ рол-дәре араһынан «Ашҡаҙар» спек-таклендәге Сәфәрғәле образы тәүгеләрҙән булыуы менән күңелендә ҡалһа, Раффи Шарттың «Минең ҡатынымдың исеме Морис» коме-дияһындағы Морис, Мөнир Ҡуна-финдың «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһы буйынса ҡуйылған спек-таклдәге яугир ат Ҡорос образдарында ул яңыса асылды.
Фәнил Ейәнсура районының Ярғайыш ауылында донъяға килгән. Күрше Яңыбайҙа урта мәктәпте тамамлағас, Заһир Исмәғилев исе-мендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Бер йыл Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһында эшләй. Шунан хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында дауам итә.
Сәлимә – Сибай ҡыҙы. Етенсе синыфтан уҡырға Өфөгә килә. Туғы-ҙынсынан һуң китапхана колледжына бара, артабан музыка-педагогия колледжында аккордеонда уйнарға өйрәнә. Ә бер саҡ уның күңелен театр яулап ала һәм ул да сәнғәт институтына документтарын тапшыра. Йәш артистарҙың Стәрлетамаҡ театрында эшләүҙәренә ете йыл да тулып киткән.
Ҡарасуриндарҙың ике батыр улдары үҫеп килә. Ҡадирға – өс йәш, ә Ғайсарға әле туғыҙ ғына ай. Бәпестәре ата-әсәһен сәғәтләп ҡыуандырып тора, бик тиктормаҫ ваҡыты, төрлө ергә үрмәләй, тәпәй баҫырға ынтыла, яңы өндәр сығара. Ҡадир – ысын ағай, ҡустыһын хәстәрләй, тәрбиәләшә, карауатҡа үрмәләгәнен йә ярамаған нәмә эшләгәнен күреп ҡалһа ла, йүгереп барып күтәреп ала. «Кескәй улыбыҙ тыуғас, ағаһы көнләшер, илар, тип ҡурҡҡайныҡ. Барыһы ла киреһенсә булды, шөкөр. Ҡустыһын ныҡ ярата, тәтәйҙәрен дә бүлешә, хатта үҙе ашап йөрөгән тәмлекәсен ҡаптырып китә. Минең эсемдә бәпәй ята, уны алып ҡайтайыҡ, тип алдан әйтә килеүебеҙ ярҙам иткәндер, бәлки», – тип бүлешә йәш әсә.
Донъя йәме – ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Өйҙө таҙа тоторға, балаларҙың өҫ-башын ҡарарға, тәмле итеп ашатырға, иреңде хәстәрләргә – барыһы ла гүзәл заттың нескә иңендә. Көндәлек тормошта бөтөнләй юғалып ҡалмаҫ өсөн, балалары менән ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалып бара ул. Егәрле һәм бөтмөр итеп тәрбиәләгән, иманлы, кешелекле булырға өйрәткән ғәзиздәренә бик рәхмәтле. Атаһы Шәфҡәт Хәйбулла улы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ул һатыуға оҫта була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бергә оҙаҡ йәшәмәйҙәр, юлдары айырыла уларҙың. Әсәһе Кинйәбикә Әхмәтйәмил ҡыҙы һатыусы булып эшләй, һуңынан, фатир вәғәҙә иткәс, иҙән йыуыусы булып күсә. Яңғыҙына өс баланы аяҡҡа баҫтырыу бик еңел булмаһа ла, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сыға ул. «Ҡәҙерлеләрем икеһе лә был донъянан иртә китте», – ти ауыр һулап Сәлимә. Артабанғы хәтирәләр иһә йөҙөн яҡтыртып ебәрә. «Әсәйем түңәрәк кенә, бик татлы печенье бешерә ине. Мәктәптә күмәкләп сәй эсеү ойошторһаҡ, уҡытыусыбыҙ, әсәйҙәрегеҙ тәмлекәстәр бешереп ебәрһен, ә һин, Сәлимә, теге тәмле печеньеңды алып кил, тип айырып әйтә торғайны. Бәләкәй сағымда бер тапҡыр ғына нимә һалғанын һораным. Шул саҡта ул, әллә ҡатыҡ, әллә ҡаймаҡ ҡушып бешерәм, шуға тәмле була, тине – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәме тел осонда ғына торһа ла, рецебын белмәйем», – тип хәтерләй ул.
Урама
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 3 стакан он, 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 стакан ҡайнар һыу кәрәк. Эслеккә 1 килограмм үткәрелгән ит, 7-8 картуф, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос, 3 ҡалаҡ көнбағыш майы алабыҙ. Шулай уҡ ҡабаҡ һалһаң да тәмле була.
Тәүҙә ҡамыр баҫабыҙ. Һытылған йомортҡаға көнбағыш майы ҡушып яҡшылап туғыйбыҙ. Уны онға һалып бутайбыҙ. Ҡайнар һыуҙа тоҙҙо ирет-кәс, онға ҡоябыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. Уны һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Кәстрүлгә һыу ҡуябыҙ. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Шаҡмаҡлап туралған картуфҡа үткәрелгән ит, ваҡ ҡына туралған һуған, тоҙ, борос, көнбағыш майы һалып бутайбыҙ. Көнбағыш майы эслекте һутлыраҡ, йомшағыраҡ итә.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ. 1 сантиметр ҡалынлығында эслекте һалып сығабыҙ. Урама итеп төрәбеҙ. Ситтәрен ипләп кенә ҡымтып сығабыҙ.
Ҡайнап торған һыуҙың быуында
40-50 минут бешерәбеҙ.
Мейестә скумбрия
Балыҡты таҙартып йыуабыҙ. Лимон һуты ҡушылған соя соусын балыҡҡа ҡоябыҙ. Тоҙ һөртөп сығабыҙ.
Майлы табаға балыҡты теҙеп сығабыҙ һәм эҫе мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ.
Икенсе ысул:
Балыҡтың эсенә түңәрәкләп ҡырҡылған лимон киҫәктәре, һуған һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Табаға фольга түшәйбеҙ. Балыҡты һалабыҙ ҙа ҡаймаҡ һылап сығабыҙ. Өҫтөн фольга менән ябабыҙ ҙа эҫе мейестә ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Балыҡ һутлы ғына булып бешә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.