Бала сағын туҡтауһыҙ эш өҫтөндә үткән кеүек хәтерҙә ҡалдырған Гөләрә апай. Әлшәй районының Аҡшиҡ ауылында тыуған ул. Был бәләкәй ауыл юҡҡа сыға, халыҡ ҙурыраҡтарына күсеп китә. Миңлеғоловтар ҙа Яңы Сәпәштә нигеҙ ҡора.
Атаһы Нуриәхмәт Шәймөхәмәт улы ревизия комиссияһы рәйесе лә була, көтөү ҙә көтә. Әсәһе Хәлимә Аллағол ҡыҙы бәрәс ҡарай, сөгөлдөр үҫтерә, һөт йыя, почта тарата. «Инәйем алты саҡрымда ятҡан район үҙәгенә көн дә йәйәү йөрөп почта барып ала. Ул саҡта халыҡ матбуғат сараларына ифрат күп яҙыла ине, хаттар ҙа байтаҡ булды. Уйлап ҡараһаң, күпме кешегә шатлыҡ өләшкән бит ҡәҙерлем.
Юл ыңғайында Иҫке Сәпәш, Аҡбирҙе ауылдарына инеп ҡалдыра гәзит-журналды, шунан ғына үҙебеҙҙекенә ҡайтып етә. Ә яҙ көнө Дим йылғаһы таша ла күперҙән сығырлыҡ булмай – паром аша йөрөйҙәр», – тип хәтирәләргә бирелә Гөләрә апай. Әсәһенең тырыш хеҙмәте маҡтау грамоталары, миҙал менән баһалана.
Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар. Өйрәктәргә (әлшәй диалектында – үрҙәк) алабута турап, ат ҡолағы орлоғон йыйып, көрпә менән бутап ашатҡандары ла – ғәмһеҙ бала саҡҡа алып ҡайтҡан матур хәтирә инде хәҙер.
Ә һуғым һуйыу – бөтә туғандарҙы, күрше-күләнде берләштергән күмәк эш тә, байрам да. Ә кисен барыһы бергә йыйылып, серләшеп, берсә моңайып, берсә күңелләнеп йырлашып ултырыуҙар...
Ул саҡта эш башлыса тик ҡул көсө менән башҡарыла. Мәктәп балаларына ла утау өсөн сөгөлдөр, картуф, көнбағыш бүлеп бирәләр. Сөгөлдөрҙө тик һалҡын төшкәс, ер туңа башлағас ала торған булалар – шулай уның шәкәре тәмләнә икән.
5-се синыфтан колхоз бесәнен күбәләргә йөрөйҙәр. Ҙурыраҡ үҫкәс, көҙөн төнгөлөккә ырҙын табағына эшләргә баралар.
Хеҙмәт тәрбиәһендә үҫкән биш баланың һәр кеме юғары белем алырға, тыуған иленә кәрәкле кеше булырға ынтыла. Биктимер ағаһы – нефть институтында, Миниямал апаһы ауыл хужалығы институтында белем ала, Гөләрә апай үҙе Бәләбәйҙә бухгалтерҙар курсы үтә, аҙаҡ Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтының Өфө филиалында, Нәсимә һеңлеһе – сауҙа техникумында, Камилә һеңлеһе медицина институтында уҡый һәм ошо һөнәрҙәре буйынса эшләй.
Бухгалтерҙар курсын тамамлағандан һуң Шафранда шифахана мәктәп-интернатында – дүрт, аҙаҡ Салауат Юлаев исемендәге колхозда ике йыл хисапсы булып эшләй Гөләрә апай. Ә 1977 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәтенә (хәҙер – «Башҡорт-остан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы) килә. Артабан «Башҡортостан» гәзите, «Һәнәк», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, Башҡортостан Журналистар союзында ла намыҫ менән хеҙмәт итә ул. Эшен ентекле итеп, еренә еткереп башҡарған һөйкөмлө ханым яңы технологияларҙы ла үҙләштерә, заман менән бергә атлай. Элек ҡала хеҙмәткәрҙәрен колхоздарға ярҙамға ебәрә торған булалар.
Картуф йә кәбеҫтә йыялармы, малдарға япраҡ аҙыҡ әҙерләйҙәрме, ҡыяр утайҙармы, гараж төҙөшәләрме... – ҡулы эш белгән ауыл балалары ҡайҙа ла алдан йөрөй.
Манный ярмаһынан ҡоймаҡ
Ярты литр һөт, 2 йомортҡа, самалап манный ярмаһы, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә, ярты балғалаҡ аш содаһы, уны һүндерергә аш һеркәһе, тәменә ҡарап, шәкәр, тоҙ һалабыҙ. Бешереү өсөн үҫемлек майы кәрәк була.
Кистән йылымыс һыуға ҡоро сүпрә, манный ярмаһы һалып ҡуябыҙ, ул ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Иртән ҡайнар һөт (ҡайнар һыу ҙа ярай, йәки яртылаш ҡайнар һыу менән аралаштырырға мөмкин) ҡушып болғатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, йомортҡа һытабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһендә һүндерелгән аш содаһы һалып бутайбыҙ.
Ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
«Серле» көлсә
Ярты стакан һөт, ярты стакан йылы һыу, 1 баш һуған, 1/3 стакан көнбағыш майы, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, тәменсә тоҙ, кәрәгенсә он алабыҙ.
Йылы һыуға ҡоро сүпрәне һалып, 15 минуттай тотабыҙ. Ҡабарғас, йылымыс һөт, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, ҡырғыстан йәки ит үткәргестән үткәрелгән һуған, он һалабыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡабарып сыҡҡан ҡамырҙы йәйеп, ҡыҙыу майлы табала ике яғынан бешереп алабыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.