-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
10 Октябрь , 13:53

Ихласлыҡ асылы

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире урынбаҫары Эльвира НИҒМӘТУЛЛИНА. Файҙалы аш һәм уралған күмәстәр бешерергә өйрәтә ул.

Ихласлыҡ асылы
Ихласлыҡ асылы

­Башҡорт дәүләт универ-ситетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында бишенсе курста уҡығанда, диплом алғансы эшләп кенә ҡарайым, тип «Китап» нәшриәтенә корректор булып эшкә килә Эльвира. «Ошо мәлдән алып китап сығарыуҙың серле донъяһына ғашиҡ булдым, ул һаман да минең өсөн ҡыҙыҡ та, яҡын да. Яратҡан эшең булыу бик мөһим бит ул. Китап кәштәгә килеп еткәнсе әллә нисәмә ҡулдан үтә, был – күмәк хеҙмәт һөҙөмтәһе. Тырышлығымды баһалаған татыу коллективыма, етәкселәребеҙгә бик рәхмәтлемен. Китап баҫылып сығыуына автор менән бергә беҙ ҙә ҡыуанабыҙ, файҙалы һәм кәрәкле эш башҡарыуыбыҙ күңелде йылыта», – ти Эльвира Мөнир ҡыҙы. 

Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуып үҫә ул. Әсәһе Мәрфуға Йәлил ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, КПСС-тың 27-се съезы делегаты. Атаһы Мөнир Әмирхан улы ғүмерен балаларға башҡорт һәм немец телдәренән белем биреүгә арнаған. Мәктәптә уҡытыусы, директор вазифаһын тарта ул. «Әсәйем ферма мөдире булып эшләне. Йәй көндәре һауынсылар менән бергә машина кузовына ултырып сәғәт 5-6-ла уҡ китәләр, бик һуң ғына ҡайталар. Ул өйҙә юҡта атайым беҙгә тәмле кәтлит ҡурып ашата торғайны. Ә әсәйем иҫ киткес итеп сәк-сәк, рауза-урамалар, белен бешерҙе. Әле лә беҙҙе ҡарағат, балан бәлештәре әҙерләп көтөп ултыра. Еләк-емештең һәр төрлөһөн үҫтерә, беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Гөл баҡсаһы күҙҙең яуын ала. Ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнаша, йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай. Ҡәҙерлеләрем, яуаплы һәм тынғыһыҙ эштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙе, өс балаһын, ел-ямғыр тейҙермәй, һөйөүҙә һәм хәстәрҙә үҫтерҙе, юғары белем бирҙе, барыһы өсөн дә бик рәхмәтлебеҙ», – ти героинябыҙ. 

Бала саҡ хәтирәләре ҡыҙыҡлы. «Апайымдар йәй көнө бер нисә көнгә Өфө күрергә ҡунаҡҡа алып килә ине. Урам буйлап үткәндә асыҡ тәҙрәләрҙән төрлө тәмле еҫтәр аңҡый. Шул саҡ миңә ҡалала йәшәгән кешеләр беҙ белмәгән әллә ниндәй иҫ китмәле тәмлекәстәр ашайҙыр кеүек тойола торғайны. Әле булһа урамдан үткәндә аш-һыу бешергән еҫ сыҡһа, шул мәлдәр иҫкә төшә», – тип көлөп һөйләй Эльвира. Ә бит ысынында иң ҙур бәхет – йылы, яҡты өйҙә күмәкләп йыйылып сәй эсеү. Мейес яғылған, уның алдында инәһе, нәнәһе бөтөрөлә. Икмәк һалыр алдынан шул ҡамырҙан табала ҡыҙҙырылған көләсә (көлсә) тәме әле лә иң татлыһы булып күҙ алдына баҫа. Эслегенә бәрәңге һәм һуған борослап һалынған, сөсө ҡамырҙан кәкрене әле үҙе лә бешерә. Әсәһе, өләсәһе, апайҙары өйрәткән һыналған рецептарға таяна ул һаман да. Гаджеттар заманы булһа ла, телефонда һаҡлағансы, үҙеңә оҡшағанды дәфтәргә яҙып ҡуйыу яҡшыраҡ, тип иҫәпләй. Тәбиғи ризыҡтарҙы ҡулланырға тырыша. Бигерәк тә ҡош итенән бәлеш, һарыҡ итенән манты йыш ҡына табын түренән урын ала.

 

Синнабон

540 грамм он, 250 грамм йылы һөт, 2 йомортҡа, 80 грамм шәкәр, 80 грамм аҡ май, 7 грамм ҡоро сүпрә, 1/3 балғалаҡ тоҙ кәрәк була. Эслегенә 70 грамм аҡ май, 90 грамм шәкәр, 12 грамм дәрсен (корица) алабыҙ. Өҫтөнә яғыр өсөн 180 грамм эремсекле сыр, 45 грамм йомшаҡ аҡ май, 100 грамм йәки тәменсә шәкәр онтағы файҙаланыла.

Күрһәтелгән ингредиенттарҙан сүпрәле ҡамыр баҫабыҙ. Уны ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә килгәнсе баҫҡас, бер сәғәткә таҫтамал менән ҡаплап торабыҙ. Ҡабарған ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Өҫтөнә аҡ май һөртәбеҙ һәм дәрсен ҡушылған шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Урайбыҙ ҙа тигеҙ өлөштәргә бүлеп киҫәбеҙ. Майлы табаға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәттәй бешерәбеҙ.

Эремсекле сырға аҡ май, шәкәр онтағы һалып яҡшылап бутайбыҙ. Кремды синнабондарҙың өҫтөнә һылайбыҙ.

 

Көршәктә файҙалы аш

500 грамм тауыҡ ите, 4 картуф, 1 баш һуған, 1 кишер, 2 помидор, 1 татлы борос, 1 цукини, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ шәкәр,  40 грамм аҡ май, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос алабыҙ.

Көршәккә итте, йәшелсәләрҙе турап һалабыҙ. Һәр ҡатлам һайын тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Һыу ҡоябыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйып, 2 сәғәт самаһы бешерәбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Ихласлыҡ асылы
Ихласлыҡ асылы
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: