+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Сентябрь , 12:11

Театрға ғашиҡ йән

Шағирә, яҙыусы, журналист Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүле­гендә эшләй. Ғаиләһендә лә егәрле хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй ул.

Театрға ғашиҡ йән
Театрға ғашиҡ йән

Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы һылыуы: «Ауылым иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан, тирә-яғындағы ҡайынлыҡтары, Улаҡ шишмәһе һыуының тәме ни тора... Улар һәр әҫәремдә урын алған», – ти.  Рәзилә – «атай ҡыҙы». Ҡәҙерлеһе иртә таңдан эшкә ҡуҙғалғанда ҡыҙсығының арҡаһынан һөйөп-һөйөп китә, кисен һуңға ҡалһа ла балаҡайы уны йоҡламай көтөп ултырыр була. Ишбулды Моратша улы тракторҙа йөрөгәнендә лә ял иткән минуттарҙа уҡыр өсөн үҙе менән китап һалып ала. Моңло йырлауын, гармунда уйнауҙарын балалары, туғандары, ауылдаштары һаман да онотмай иҫкә төшөрә. Әсәһе Ғәйникамал Фәтхитдин ҡыҙы менән улар өс ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр. Һәр кеме үҙ юлын тапҡан, төрлө һөнәр эйәһе булып, ғаилә ҡорған. «Әсәйем төрләндереп бешерергә ярата, ул әҙерләгән һәр ризыҡ тәмле», – ти Рәзилә Ишбулды ҡыҙы. Ә «бала саҡ тәме» тигәндә, мотлаҡ ҡоротто атай. Иң тәмлеһе – ҡартәсәһенең ҡорото. Таш келәттең ҡыйыҡ башына менеп, ҡартәсәһе менән киптерергә ҡорот йәйгәндә, Рәзилә бәләкәс кенә бармаҡтары менән уларҙы тәмләп сығырға ярата – һәр береһенең үҙенең тәме бар кеүек тойола ине, тип хәтирәләргә бирелә шағирә. «Ҡартәсәй тәрбиәһе эләккән бәхетле балаларҙың береһе мин. Бәләкәй генә сағымдан ҡәҙерлемә ҡушылып, халыҡ йырҙары йырлай торғайным. Холҡом, төҫөм менән дә уға оҡшағанмын. Мәктәптә бер класс уҡымаһа ла, иҫ киткес аҡыллы, мәҡәлдәр менән генә һөйләшер ине ул.  Ҡартатай менән ҡартәсәйем Хәсән ауылында йәшәне. Өйҙәре түрендә һәр саҡ самауыр ҡайнап ултырҙы. Кем килһә лә, иң тәүҙә ҡартәсәйем һалған тәмле икмәк һәм сәй менән һыйланылар», – тип һөйләй Рәзилә.

Өләсәй мәктәбе үткән зирәк ҡыҙ беренсе класҡа барғанда «Әлифба»ны яттан белә – апаһы менән бергә уҡырға өйрәнгән. Уҡытыусыһы Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Әминеваға дәрес үткәрергә ҡамасаулай башлаһа, уныһы: «Бар, болонға сығып, сәскәләр йыйып, һоҡланып, берәй шиғыр йә әкиәт яҙып алып кил», – тип сығарып ебәрер була. Байтаҡ ҡына дәрестәр шулай сәскә йыйып, тәбиғәткә һоҡланып үтә. Башланғыс мәктәптән һуң Рәзиләне  Сибайға интернат-мәктәпкә бирәләр. Бында килеп эләгеүен дә  ҙур бәхеткә һанай ул. Яҙмышы педагог, журналист, шағирә Зөһрә Фәйзуллина менән осраштыра. Остазының һуңғы көндәренәсә бер-береһенә кәңәшсе лә, серҙәш тә булалар. Шағир Ҡадир Әлибаев, интернат-мәктәптә яҙышҡан балаларҙы йыйып, әҙәбиәт түңәрәге ойоштора. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен «Йәншишмә», ул ваҡыттағы «Башҡортостан пионеры» гәзитенә ебәрә. «8 Мартта, ауылға ялға ҡайтҡанда, тау шыуып йөрөйбөҙ. Бер мәл, һөйөнсө лә һөйөнсө, тип әсәйем саҡыра. Ҡайтһам, гәзит күрһәтәләр, үҙҙәре илай», – тип хәтерләй тәүге шиғыры ташҡа баҫылған көндө Рәзилә. Был хәл 1988 йылда була.

Артабан юлдар Рәзиләне Сибай педагогия колледжына илтә.  Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай, ләкин һөнәре буйынса эшкә бармай. Уның хыялы – артист булыу! Хатта интернатта саҡта уҡ ошо теләк менән яна. Яратҡан актрисаһы Рәмилә Сәлимгәрәеваның һәр ролен класташтары алдында сәхнәләштерер була. Педколледжды тамамлағас, ҡанатлы хыялы артынан баш ҡалаға юллана ижадҡа ғашиҡ ҡыҙ. Тик... поезд ҡуҙғалып китә, әсәһе вагон артынан йүгерә-йүгерә ҡыҙына һуңғы нәсихәттәрен еткерә: «Түлке әртис кенә булып ҡуйма инде», – ти ул. Мәҡәләләре матбуғат биттәрендә баҫылып, ҡалын папкаға тулып киткән, әлдә шул монаят үҙе менән була. БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә  имтиханһыҙ ғына ҡабул итәләр. Икенсе курста уҡығанда радиоға эшкә урынлаша, «Умырзая» тигән тапшырыуында йәш ижадсылар менән таныштыра.

Сатирик публицистика темаһына диплом яҙғанда «Һәнәк» журналына эшкә кеүек көн һайын йөрөй.

Дипломын яҡлағанда, ул ваҡыттағы баш мөхәррир Марсель Сәлимов та килеп, бөтә комиссия алдында Рәзиләнең ижадына һоҡланыуын белдереп, уны эшкә саҡыра. «Был баҫмала хеҙмәт иткән ун өс йылым – иң бәхетле мәлдәрем. Фельетондар яҙырға Мансаф Ғиләжев, Фират

Хажиев өйрәтте, Рәдиф Тимершин, Риф Мифтаховтар юмореска серҙәрен асты. Оло тәжрибәле ағайҙар күңелемә ҡанат ҡуйҙы. Ләкин тормошта һәр ваҡыт һин теләгәнсә генә булмай, баҫманан китергә тура килде. Шулай ҙа яратҡан журналым менән әле лә хеҙмәттәшлек итәм», – тип бүлешә Рәзилә.

Актриса булырға хыялланған ҡыҙҙы яҙмышы  барыбер театрға алып килә. Бөгөн ул – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлегендә етәксе. Ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла эшен ғаиләһе лә аңлап ҡабул иткән.

Тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Улдары Рафаэлгә 18 тула, ә Данилға – 15 йәш. Икеһе лә йыр-моңға маһир, ҡурайҙа уйнайҙар. Башҡортса йырлап, әкиәттәр тыңлап үҫә малайҙар. Ә бишек йыры итеп доғалар көйләй әсәләре.

 

Ҡабаҡтан аш

Ҡабаҡ, һуған, кишер, картуф, үҫемлек майы, тоҙ, борос – барыһы ла үҙегеҙ теләгән дәүмәлдәрҙә алына. Шөкәрә (сохари онтағы), ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.

Ваҡ итеп туралған һуған менән ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе 2-3 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуф, ҡабаҡты турап һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ. Тоҙ, борос һалабыҙ.

20 минуттай бешерәбеҙ. Блендер менән иҙәбеҙ. Табынға шөкәрә, йәшел үләндәр менән биҙәп бирәбеҙ. Ҡаймаҡ һалып ашарға мөмкин.

 

Эремсекле кекс

2 йомортҡа, 200 грамм эремсек, ярты стакан шәкәр, ярты стакан ҡаймаҡ, 100 грамм аҡ май, ярты балғалаҡ ҡамыр күперткес, самалап он алабыҙ.

Бөтәһен бергә яҡшылап туғыйбыҙ. Һауыттарға һалып,

180 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 15 – 20 минут бешерәбеҙ.

Өҫтөн шәкәр онтағы, йөҙөм, сәтләүек менән биҙәргә мөмкин.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Театрға ғашиҡ йән
Театрға ғашиҡ йән
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: