+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
5 Август , 16:53

Матурлыҡ өләшә игеҙәктәр

Әлеге балҡып ултырған игеҙәк һылыуҙарҙы күптәр социаль селтәрҙәге күңел иреткес тәбиғәт күренештәре һынланған фотолары аша белә. Был юлы журналыбыҙҙа ҡунаҡта – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Инзирә ИШМОРАТОВА менән Нурзилә УСМАНОВА.

Матурлыҡ өләшә игеҙәктәр
Матурлыҡ өләшә игеҙәктәр

Тыуған ауылдары Килдеғолда урта мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәрселек училищеһында белем ала, артабан Сибай яҡтарына юллана ҡыҙҙар. Студент мәлдәрен йәмле үткәрергә тырышалар, төрлө мәҙәни сараларға йөрөйҙәр, уҡыуҙа ла ал бирмәйҙәр. Икеһе лә училищены ла, институтты ла ҡыҙыл дипломға тамамлап, Иҫке Собханғолдағы «Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәгенә ҡайтып эш башлай. Биш йыл элек иштәрен табып, үҙ ғаиләләрен булдыралар. Бөгөнгө көндә район үҙәгендә йәшәйҙәр. Әлеге мәлдә икеһе лә – декрет ялында.

Инзирә һөйгәне Азат менән өс бала: Шайморат улдарын һәм игеҙәктәре Нур менән Нурияны тәрбиәләй. Ғаилә башлығы вахта менән Мәскәү ҡалаһында эшләй. Нурзилә тормош иптәше Вадим менән Хазина исемле ҡыҙ, Искәндәр атлы ул үҫтерә. Ғаилә башлығы «Бөрйән электр селтәре»ндә хеҙмәт итә. «Бәләкәстәребеҙ менән өйҙә ултырған ошо мәлебеҙ үтә оҡшай. Ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ артты, яратып башҡарған эштәребеҙ барлыҡҡа килде. Һабын ҡайнатыу серҙәрен астыҡ, милли стилдә заманса төрлө биҙәүестәр, сулпылар ҙа яһайбыҙ. Тыуған Бөрйәнебеҙҙең хозур тәбиғәтенә һоҡланып, фотоға төшөрөргә, төрлө сәскәләр, йәшелсә-емеш, гөл үҫтерергә, еләк-емеш йыйырға яратабыҙ. Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар. Һәр эшебеҙгә күңел йылыбыҙҙы һалабыҙ, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ күп төрлө, һәр яҡлап үҙебеҙҙе үҫтереп, мүкләнеп ятмаҫҡа тырышҡан көнөбөҙ», – тип күңел серҙәрен сисә уңғандар.

Тыуған ауылдарына ла йыш ҡайталар. Балалар менән гөр килеп, атай-әсәйгә иркәләнеп, рәхәтләнеп ял итеп киләләр. Бәхетле олатай менән өләсәй ҙә ғәзиздәрен көтөп ала.

Аталары Ильяс Ахунйән улы Баязитов – Килдеғол ауылы уҙаманы, әсәләре Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы – Байғаҙы ауылынан. «Урал» колхозы бөткәнсе унда тир түгәләр, әлеге мәлдә икеһе лә – хаҡлы ялда, мал тотоп, баҡса, ҡош-ҡорт үҫтереп, балаларына һәр яҡлап терәк булырға ынтылып йәшәйҙәр. Ғаиләлә дүрт бала буй еткерә: игеҙәктәр Инзирә менән Нурзиләнең һеңлеләре Рәмзилә әле ата-әсәһе янында, Ислам ҡустылары – әрме хеҙмәтендә.

 

Еләк бәлеше

Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 100 грамм иретелгән аҡ май, 1 стакан һөт, 1 стакан һыу, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ майонез, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, самалап он алабыҙ.

Эслеккә 1 – 1,5 килограмм еләк, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ шәкәр кәрәк була.

Юғарыла әйтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп (ҡулға йәбешергә тейеш түгел) ҡамыр баҫабыҙ ҙа бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

Эслек өсөн еләккә ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып болғатабыҙ.

Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ ҙә йәйәбеҙ. Майланған табаларға ҡамырҙы йәйеп, эсенә еләк һалып, өҫтөн ябабыҙ. Ситтәрен матур итеп семәрләп, уртаһын тишәбеҙ ҙә 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан һуң, бәлештең өҫтө ҡыҙарып сыҡҡас, табынға тәҡдим итергә лә мөмкин!

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Матурлыҡ өләшә игеҙәктәр
Матурлыҡ өләшә игеҙәктәр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: