+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Июль , 22:13

Ҡамыр аштары оҫтаһы

Булмышы менән балҡып, донъяны йәмләп, тирә-яғына нур сәсеп йәшәгән кешеләр осрай. Өфө районы Шамонин ауылында ғүмер иткән Мөнирә ҠАДАЕВА ла – шундайҙарҙан.

Ҡамыр аштары оҫтаһы
Ҡамыр аштары оҫтаһы

Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы һылыуы ул. Әсәһе Клара Нуретдин ҡыҙы уҡытыусы була, мәктәп директоры йөгөн тарта. Атаһы Шәмсун Зөфәр улы ғүмере буйы урман хужалығында эшләгән. «Әсәйем хәҙер Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзаһы, гәзит-журналдарға ла яҙыша. Атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяла юҡ инде. Бала саҡта гелән күмәкләп атайым менән урманға йөрөй торғайныҡ. Еләк-емеш, төрлө үләндәр йыябыҙ, бесән әҙерләйбеҙ. Биолог һөнәрен һайлауымдың сере лә, бәлки, шунандыр. Гөлсинә һеңлем башланғыс синыфтарҙа белем бирә, ә Рәмилә – «тиҙ ярҙам» бригадаһында фельдшер.

Әсәйем иҫ киткес тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоя. Ул хатта һыуға ғына туғыһа ла, бик тәмле, селтәрләнеп бешә, ауыҙҙа иреп тора. Ауылда йәшәгәндә боронғоса әсе итеп ҡайнатҡан ҡорото, ҡатығының тәме әле лә телдән китмәй», – ти Мөнирә.

– Матур ғүмер итегеҙ, йыбанып ултырмағыҙ, кешенән кәм-хур булмағыҙ, гөрләтеп донъя көтөгөҙ. Ғүмер ҡыҫҡа ғына, ҡәҙерен белеп,  бер-берегеҙгә ярҙам итеп йәшәгеҙ, бергәлектә ныҡлыҡ бар, – тип ҡабатлай әсәһе ҡыҙҙарына нәсихәттәрен.

Тормош иптәше Азамат Сәлимйән улы менән икеһе бер ауылда тыуып, бер йылғаның һыуын эсеп буй еткергән. Ул полиция хеҙмәткәре булараҡ хаҡлы ялға сыҡҡас та, эшһеҙ ултырыуҙы өнәмәйенсә, Себергә сығып киткән, нефть компанияһында хеҙмәт итә. «Бейемем Гөлниса Ғилметдин ҡыҙы – ауылда иң уңған ҡатындарҙың береһе. Ихатаһында ниндәй генә сәскә үҫмәй! Бәлештәрен, ҡабарып бешкән икмәк-ҡаластарын һағынып ҡайтабыҙ. Бейемем – мәктәптә ашнаҡсы, ҡайным Сәлимйән Ғыйса улы колхозда, артабан мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләне, балыҡ тоторға әүәҫ ине ул», – тип таныштыра Мөнирә.

Ҡадаевтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле. Батырға – 18 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала,  радиотехник ҡорамалдар менән мауыға. Морат туғыҙынсы синыфты тамамлаған, уҡыу алдынғыһы, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Кескәй Алһыуға – дүрт кенә йәш, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына йөрөй, һүрәт төшөрә, бейей. Йыл ярым әүәл ғаиләгә ҙур ҡаза килә – өйҙәрендә ҡурҡыныс янғын сыға. Был хәл төндә, бар ғаилә өйҙә саҡта була. Хоҙайҙың миһырбанлығынан, барыһы ла иҫән-һау ҡала. Морат ике йәшлек кенә һеңлеһен ут эсенән ҡотҡара. Ҡурҡыу белмәҫ егеттең был батырлығы «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһы менән баһаланды. «Янғын ваҡытында Морат улым ҡаушап ҡалманы, бар көсөн һалып миңә, өләсәһенә, һеңлеһенә өйҙән ваҡытында сығып өлгөрөргә ярҙам итте. Улым булышҡас, күп кенә документтарҙы, бер аҙ кәрәкле әйберҙәрҙе лә ҡотҡарҙыҡ. Бәлә килгәндә яңғыҙ ҡалдырмаған туғандарға, күршеләргә, Шамонин һәм эргәләге ауылдарҙан, битараф ҡалмай, беҙ белгән һәм белмәгән барлыҡ кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Халыҡ ярҙамы менән ике айҙа өйөбөҙҙө тергеҙеп йәшәй башланыҡ», – тип бүлешә героиням.

 

УРАМА
3 йомортҡа, 3 йомортҡа һарыһы, 1 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, самалап он кәрәк. Бешереү өсөн үҫемлек майы, биҙәргә шәкәр онтағы алабыҙ.
Бөтә ингредиенттарҙан йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа 15 – 20 минут «ял иттереп» алабыҙ. Шунан йәйеп, таҫмаларға киҫәбеҙ. Һәр таҫманы алып, ағас сәнскегә бер яғынан эләктереп, ҡыҙған майға төшөрәбеҙ. Икенсе яғынан тартыңҡырап торабыҙ, бешкән яғын яйлап ҡына сәнскегә урай барабыҙ – ул шулай тигеҙ, матур бешә, кетерҙәп тора.
Урамаларҙың барыһын да бешереп бөткәс, матур итеп өйәбеҙ ҙә өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Ҡамыр аштары оҫтаһы
Ҡамыр аштары оҫтаһы
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: