+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
4 Июнь , 19:54

Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә

Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Әлиә ЗАРИПОВА ҡыҙыҡлы, матур образдар ижад итә. Ә инде уның Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» спектаклендә Шәфәҡ ролен яңыса, тик үҙенсә балҡыта алыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Талантлы актриса журнал уҡыусыла­рыбыҙға эремсектән торт бешерергә өйрәтә.

Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә
Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә

Бала саҡтан ике һөнәр әсир итә уны: артист һәм табип. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән әсәһе Лилиә Әхәт ҡыҙы ойошторған концерттарҙы, спектаклдәрҙе сәхнә артынан ҡарап, өлкәндәр артынан үҙ алдына ҡабатлап йөрөргә ярата. Тик атаһы Ғиндулла Фәйзулла улы, инженер-механик һөнәренә эйә ир-азамат, балаларының сәнғәт юлынан китеүенә ҡырҡа ҡаршы була. Хәләл ефетенең эше ни хәтлем тынғыһыҙ икәнен белгәс, балаларына бындай яҙмышты теләмәгәндер, бәлки. Шуға ла ул ҡыҙына укол яһарға өйрәтә, Әлиә бәләкәстән һыйырҙарҙы ла дауалай, күҙҙәре лә асылмаған килеш инәһеҙ ҡалған бесәй балаларын да үҙенсә ҡурсалап, шприц менән һөт эсереп «кеше итә». Мәктәптән һуң ашҡынып килгән Өфө бик ҙур, шыҡһыҙ тойола. Атаһы уны тарих факультетына уҡырға инергә тип ҡалдырып ҡайтып китә. Тик ҡыҙ, был һөнәргә күңеле тартмағанын аңлап, кире өйөнә, Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһына юллана. Һис кемгә әйтеп тормай, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына документтарын тапшыра. Уҡырға ингәнлеге хаҡында хат килеп төшкәс, кем ҡаршы торһон – атаһы ла күнә. Ә бер йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына бара. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошонда таныша ул, хеҙмәт юлын да Стәрлетамаҡта бергә башлайҙар. Бөгөн Айҙар Зарипов – Туймазы дәүләт татар драма театры режиссеры.
Сәнғәт юлын һайлауы – ҡан саҡырыуылыр, моғайын. Ике яҡлап олатай-өләсәйҙәре лә йор һүҙле, ижади кешеләр булған, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған, таҡмағын сығарып, йырлап-бейергә лә бик маһир, мәҡәл-әйтемдәр менән һөйләшкән. «Атайым – иң ҡаты тәнҡитсем. Спектаклдән һуң, тегеһе етмәне, быныһы дөрөҫ булманы, тип фекерен еткерә барҙы, һуңғы арала ғына бик өндәшмәй, әллә оҫтара бараммы икән?» – тип йылмая Әлиә. Ысынында, таҡтаға сыҡҡансы оялып ҡыҙарған ҡыйыуһыҙ ҡыҙыҡайҙың актриса булып китере уҡытыусыларының да, синыфташтарының да төшөнә лә инеп сыҡмай – быны аҙаҡ үҙҙәре «сер итеп кенә» әйтә. 

Эремсекле «Рафаэлло» торты
Ҡамыр өсөн 200 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк.
Кремға 2 йомортҡа, 450 миллилитр һөт, 1 стакан шәкәр, 200 грамм аҡ май, 1,5 ҡалаҡ он, биҙәү өсөн киптерелгән кокос вағы алабыҙ.

Йомортҡаға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Эремсек, аш содаһы, тоҙ, он һалып, ҡалаҡ менән яҡшылап бутайбыҙ, шунан ҡамыр баҫабыҙ. Һигеҙ өлөшкә бүлеп, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Кремды ошолай әҙерләйбеҙ. Йомортҡа менән шәкәрҙе туғыйбыҙ, һөт, он өҫтәп тағы туғыйбыҙ. Утҡа ҡуябыҙ, болғатып торабыҙ, ҡайнап сығыу менән уттан алабыҙ, шунан аҡ май ҡушып бутайбыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, һәр йәймәне 180 градус эҫелектәге мейестә бер нисә минут бешереп алабыҙ. Уларҙы йылы килеш крем яғып өйәбеҙ. Өҫтөн киптерелгән кокос вағы менән биҙәйбеҙ. Еләктәр, шоколад, сәтләүек ҡулланырға ла була.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә
Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә
Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: