+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Май , 14:51

Иң татлыһы – йылы мөнәсәбәт

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сәхнәгә шаулап килеп ингән артистарҙың береһе ул. Күптәр был шөғөлөн ташлаған йә исеме лә онотолған саҡта ла, ул элеккеләй дәртле, сағыу, тамашасыһы зауығын иҫәпкә алып, үҙен йәлләмәй тырышып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла БАЙЙЕГЕТ хаҡында һүҙем.

Иң татлыһы – йылы мөнәсәбәт
Иң татлыһы – йылы мөнәсәбәт

Атаһы Исмәғил Оморҙаҡ улын ҙур мыҡты кәүҙәле, тура һүҙле һәм донъяға етди ҡарашлы кеше итеп хәтерләй артист. «Атайымдың бәләкәйҙән үк йыр-моң яратыуы хаҡында ҡартәсәйемдең хәтирәләренән ишеттек. Мин иҫ белгәндә ул хәтлем йырлай алмай ине инде, сөнки йәшләй генә ҡурҡыныс юл фажиғәһенә эләгеп, ғүмере буйына һыҙланыуҙарға дуҫар булды. Шулай ҙа бил бирмәҫ көрәшсе ауылдың һәр мәҙәни сараһында ла әүҙем ҡатнашып йөрөнө. Беҙҙең тоҡом – «биреләр». Әлбиттә, юҡҡа ғына түгелдер. Шуға ла атайым тураһында әле лә ҡыҙыҡлы тарих-ваҡиға һәм лаҡаптар ишетеп ҡуям. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә 16 йәш сағымда атайыбыҙ мәңгелек гүр эйәһе булды, – тип һөйләй Сәғиҙулла, шунан дауам итә: – Әсәйебеҙ Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙының тарихы тағы ла байыраҡ. Уға ни бары ике йәш сағында, тырыш, талапсан һәм үҙ һүҙле атаһы Сәлимгәрәй ауыр 1937 йылда Туймазы районы Әйтәктамаҡ ауылынан, барлыҡ йорт-ихатаһын ҡалдырып, яҡын туған-тыумасаһын эйәртеп, хәҙерге Баймаҡ районы Таһир ауылына күсенеп килә. Бында ауылдың һулышын үҙгәртергә ҙур өлөш индерә. Ҡайһы бер йәшелсә-емештең нимә икәнлеген дә белмәгән ауыл кешеләрен баҡса эштәренә өйрәтә, колхозды етәкләп, өс-дүрт йыл эсендә арыу ғына ғаиләләрҙе аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡала. 1942 йылда һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Әлеге көндә лә Таһир ауылында «Сәлимгәрәй түтәлдәре» тигән биләмәләр бар. 1942 йылда Миңлебаныу өләсәйем, кескәй биш балаһын эйәртеп, Иҫән ауылына күсеп килә. Бында эш тә табыла, ауылдағы төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә ярҙам күрһәтеп, һуғыш йылдарын бергә татыу үткәрә. 56-сы йылдарҙа ишле ғаилә Сибай ҡалаһына күсенә. Күп тә үтмәй, әсәйебеҙҙең яҙмышы атайым менән бәйләнеп, Иҫке Сибай ауылына килен булып төшә. Бер-бер артлы алты бала донъяға килә. Кинйә уландарын Сәғитулла тип исемләйҙәр. 

 

«Яҙ кәйефе» кексы

160 грамм аҡ май, 250 грамм шәкәр, 4 йомортҡа, 150 миллилитр һөт, 300 грамм он, 10 – 15 грамм ҡамыр күперткес кәрәк.


Аҡ майҙы иретеп, шәкәр, һөт өҫтәйбеҙ, йомортҡа һытабыҙ. Он, ҡамыр күперткес ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Майлы табаға һалып, 180 градус эҫелектәге мейестә 40 – 45 минут бешерәбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: