-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Март , 11:25

Тормош ҡәҙере

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит ХАММАТОВ үҙен кинола, телевидениела ла һынап ҡарай, ә хоккей көйәрмәндәре уны Хоттабыч ҡарт булараҡ яҡын күрә. Был юлы уның матур ғаиләһендә ҡунаҡтабыҙ.

Тормош ҡәҙере
Тормош ҡәҙере

«Иртән ашар алдынан баянда уйнайым, бейетәм. Үҙенә күрә күнекмә. Ғаиләбеҙҙең бер-ике яратҡан йырын башҡарып алабыҙ», – тип бүлешә актер. Кем бешерә – шул һауыт-һаба йыумай. Ҡайһы саҡ уйын да ярҙам итә – еңелгән ашарға әҙерләй. Бына шундай шаян «ҡағиҙәләр» хөкөм һөрә татыу ғаиләлә.
Айһылыу нәзәкәтле итеп иртәнге аш әҙерләргә ярата. Круассан, ҡәһүә, йәшелсә-емеш, йомортҡа... «Кәләшем бик тәмле бешерә. Ҡайһы саҡта ҡайтыуыма өйҙә йылҡы һурпаһы менән тултырма ҡаршы ала, көршәктә аш боҫрап ултыра, йә үҙенсәлекле бәлеш көтә. Икенсе мәлдә һис ни бешерергә өлгөрмәй, сөнки уның да эше бик тығыҙ, ял көндәрендә, байрамдарҙа ла сыға. Ундай саҡтарҙа «дуҫтарыбыҙҙы» ярҙамға саҡырабыҙ: суши, манты, хәләл ризыҡтарға заказ бирәбеҙ, билмән дә алабыҙ», – артабан уйынлы-ысынлы дауам итә әңгәмәсем. Аш, бәлеш, тултырма, турама, йәшелсә, ҡаҙы кеүек традицион тәғәмдәрҙе яраталар, тик хәләл ризыҡ ҡына ашайҙар. Артист бөтәһенә ҡарағанда бутҡаға өҫтөнлөк бирә. Уны ашамаһам, көнөм бушҡа үткән һымаҡ, тип ебәрә ул. «Мин интернатта уҡыным, шуға күрә көнөнә биш тапҡыр «хөкүмәттең ризыҡтарын еппәрә торғайным». Ауылда саҡта иһә, әлбиттә, әсәйемдең йыуасаһы – иң тәмлеһе, һәм яңы ғына һауылған һыйыр һөтө... – әле лә хәтеремдә, бесәй менән гел икебеҙ көтөп ултыра инек», – тип шаяртыуын дауам итә.
Атаһы Зәйет Нурислам улы ауылда электрик була, фермала ла, бухгалтерияла ла эшләй. Иҫ киткес аҡыллы, белемле һәм йор телле атаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик үк хәтерләмәй. Шәһиткә биш йәш булғанда атаҡайы фани донъяны ташлап китеп бара. Әсәһе Рәүиә Ишморат ҡыҙы дауаханала санитарка булып хеҙмәт итә, биш баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Әле балалары ҡәҙерлеләрен ҡыуандырып ҡына йәшәргә ынтыла.
Кәләше Айһылыу – билдәле шағир Ғилман Ишкининдың ҡыҙы. Атаһы менән бергә йәшәмәһәләр ҙә, уның менән аралашып, һөйөүен тойоп үҫә ул. Әле туғандары менән дә араны өҙмәйҙәр, осрашып торалар. Әсәһе Рисәләт Рыҫкилде ҡыҙы Салауат драма театрында костюмер, тегенсе булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия ғүмерен өҙә. «Әсәйем ныҡ тәмле бешерә ине. Бәлеш, торт, өсмөйөшлө печеньелары телде йоторлоҡ, ә турамаларҙа барлыҡ йәшелсәләр тигеҙ генә шаҡмаҡлап ҡырҡылған, матур итеп биҙәлгән, өҫтәлгә зауыҡ менән теҙелгән... Бәләкәй саҡта ҡарабойҙайҙы, майлы икмәкте ашамай, ризыҡта ҡыҙҙырылған һуған булһа ла ситкә этәрә инем. Тыуған ҡалам Салауаттан Өфөгә, БДУ-ға килгәс, дөйөм ятаҡта йәшәргә тура килде. Биш ҡыҙ татыу донъя көттөк, барыһын бергә башҡарҙыҡ, тәғәмде бергә әҙерләнек. Шунда инде миңә бөтә төр ризыҡтарҙы ла йөҙ йыйырмай ғына ашарға өйрәнергә тура килде», – тип хәтирәләргә бирелә Айһылыу. Әле ул Республика мәҙәни программалар дирекцияһында эшләй, юғары кимәлдәге концерттар, фестивалдәр, саралар үткәреү – уның иңендә.
«Кәләшем мине нисек бар – шулай ҡабул итә, ошо сифаты өсөн генә лә уға ғүмерлеккә рәхмәтлемен. Ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуһа, әйҙә, ултырып һөйләшәйек, проблема бар икән – хәл итәйек, ти. Был бик мөһим. Артист бит мин, хис-тойғоға тиҙ биреләм, тәкәбберлек, ғорурлыҡ ҡалҡып сығырға ғына тора. Бер-береңә үсегеп, «ғорур булып» әллә нисә көн йөрөргә була, тик унан кемгә файҙа? Күңелем йомшарып китеп, күҙ йәштәренә ирек биргән саҡтарым була. Кәләшем ғаиләләге мөхитте көйләй белә шулай», – ти актер.
Хамматовтар ике ҡыҙ тәрбиәләй. Ҡәҙриәгә – дүрт, Камиләгә бер йәш. «Ҡыҙ бала – илгә биҙәк, улар менән ифрат бәхетлемен. Беҙ уларҙы тәрбиәләйбеҙме, әллә улар беҙҙеме? Бәләкәстәребеҙ сабырлыҡҡа ла, үҙеңде, хис-тойғоларыңды, уйҙарыңды тәртиптә тоторға ла өйрәтә, – тип йылмая атай кеше. – Улар менән донъяның тәмен яңынан тоя башлайһың...

Файҙалы бәлеш
Ҡамырға 200-300 миллилитр ҡатыҡ (кефир), 200 грамм аҡ май, 400 грамм 1-се сортлы он, 1 ҡалаҡ етен оно, 1 ҡалаҡ талҡан, 1 балғалаҡ самаһы тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк.
Эслек өсөн ит, картуф, ҡабаҡ, һуған, тоҙ, тәмләткестәр талап ителә.
Һурпаға ит, тоҙ, һуған, һыу алабыҙ.

Ҡырғыстан үткәрелгән аҡ майға он ҡушып бутайбыҙ. Ҡатыҡҡа етен оно, талҡан, тоҙ, шәкәр һибеп болғатабыҙ. Шунан был ҡатнашмаға аш содаһы һалып бутайбыҙ ҙа он өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡамырҙы яҡшылап, ҡулға йәбеш­мәй башлағансы баҫабыҙ. Шунан шыптырға урап, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ: картуфты, итте, ҡабаҡты, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, тәмләткестәр ҡушабыҙ. Ҡабаҡ өҫтәү бәлеште һутлы, тәмле итә.
Яҡынса ике сәғәттән ҡамырҙы алып йәйәбеҙ, эслек һалып, ғәҙәттәгесә бәлеш эшләйбеҙ, 180 градус эҫелектәге мейестә 1 сәғәт тә 20 минут тотабыҙ.
Табынға тәмле һурпа менән тәҡдим итәбеҙ.
Һурпаға һуғанды бөтәүләй һалып бешереү уңайлы ла, тәмле лә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Тормош ҡәҙере
Тормош ҡәҙере
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: