+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
22 Февраль , 15:18

«Бисмилла»лы ризыҡ тәмле

Ҡыҙына эйәреп, тәмле-татлы бешерә башлай ҙа тирә-яҡта ҡамыр ашы оҫтаһы булып танылып китә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән Сәриә ВӘЛИТОВА. Бөгөн ул байрам өҫтәлен биҙәр ризыҡтар әҙерләү ысулдарын күрһәтә.

«Бисмилла»лы  ризыҡ тәмле
«Бисмилла»лы ризыҡ тәмле

Апайымдың бала саҡта уйнап йөрөгәнен бер иҫләмәйем, ул гел бешеренә ине, ти һеңлеһе. Ысынлап та, ярата ул ризыҡ әҙерләргә. Ондо тирмәндән мул итеп алып ҡайталар, өсөнсө синыфта уҡығанда тубыҡланып тороп ҙур табаҡта ҡамыр баҫҡаны хәтерҙә. Биш бала үҫәләр. Атаһы Йосоп Ғиниәт улы прораб, колхозда бригадир булып эшләй. Әсәһе Миләүшә Фитрат ҡыҙы – һауынсы, йәйләүҙән ҡайтып инмәй. «Мине бар нәмәгә атайым өйрәтте. Икмәк баҫырға ла, һалма йәйергә лә, ойоҡбаш бәйләргә лә. Улар ғаиләлә тик малайҙар ғына үҫкән, әсәләре бик талапсан булған, шуға һәр эште белә. Минән алда ике улы булһа ла, бәләкәй сағымда атайым балыҡҡамы, бәшмәккәме – үҙе менән гелән мине ҡуша алып йөрөнө. Әсәйем инсульт кисергәс, әле уны ла яҡшылап тәрбиәләй, көңгөр-ҡаңғыр сөкөрләшеп донъя көтәләр. Ә балалыҡтағы иң һағындырған ваҡыт, бәхетле, барыбыҙ ҙа теүәл, күңелле мәл шулай күҙ алдында ҡалған: ҙур табаға күп итеп картуф бешереп әҙерләп ҡуям, атайым, әсәйем эштән ҡайта, шулай етебеҙ бергә йыйылып өҫтәл артында ултырып ашайбыҙ...» – тип күңел түрендәге менән бүлешә Сәриә.
Хужабикә һәр эшенә ижади ҡарай. Алма бәлеше икән, йә ҡыҙыл ҡарағат, йә крыжовник ҡушып төрләндерә – былай төҫө лә матур, тәмлерәк тә. Өлкәнерәк быуын инде муйылдан, еләктән бешерелгәнен өҫтөн күрә. Атаһы менән әсәһе еләк-емеш йыйырға әүәҫ, улар муйыл, еләк, ҡомалаҡ килтерә. Ҡомалаҡ әсеткеһе һыуытҡыста өс литрлы банкала һәр саҡ ултыра, яҡшы һаҡланһын өсөн картуфты ҡырғыстан үткәреп һала. Әсе икмәкте лә барыһы ла ярата, ул магазиндыҡына ҡарағанда байтаҡҡа бәрәкәтлерәк һәм тәмлерәк. Көҙөн ҡурай еләге, ҡарағат, ер еләге, бөлдөргән (бөрлөгән), ҡыҙыл ҡарағатты иҙеп, туңдырып ҡуя. Алманы, һырғанаҡты иҙеп повидло эшләй, кивиҙы блендерҙан үткәреп бәлештәргә эслек итә. Эремсек, йомортҡаны ла мул сағында туңдырып әҙерләй. Тәбиғи ризыҡтарҙы тотонорға тырыша шулай.
Күп итеп мал көтәләр, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Уйҙары – яҡты, татығандары – хәләл. Бар изге эштең башланғысы «Бисмилла»нан тора, тип һанай Сәриә. Бүленмәҫ өсөн барлыҡ мәшәҡәттәрҙән арынып, яңғыҙ ҡалып, яҡшы кәйефтә тотона тәм-том бешереү эшенә. Изге теләктәрен ғаиләһенә, туғандарына, таныштарына юллай.

 

Байрам торты
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 80 грамм шәкәр, 80 грамм аҡ май, 2 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ (өймәләм итмәй генә) аш содаһы, он кәрәк. Кремға 400 грамм эремсекле сыр, 360 миллилитр 33 процентлы һөт өҫтө, 160 грамм шәкәр онтағы алабыҙ.
Һауытҡа йомортҡа, шәкәр, аҡ май, бал һалып, утта ҡайнап ултырған кәстрүлдең быуына ҡуябыҙ. Болғап торабыҙ. Май, бал иреп бөткәс, аш содаһы, 3-4 ҡалаҡ он һалып болғатып, әҙ генә бешереп алабыҙ. Ситкә алып һыуытабыҙ. Самалап он һалып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы 4 тигеҙ өлөшкә бүлеп, шарҙар эшләп 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып тора­быҙ. Шунан йәйеп, мейестә 150 градус эҫелектә 3-4 минут бешереп алабыҙ. Түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ (байрамға «8» һаны, йөрәк һ.б. рәүешендә эшләргә мөмкин).
Крем әҙерләйбеҙ. Бөтә ингредиенттарҙы бергә һалып миксер ярҙамында болғатабыҙ.
Тортты йыябыҙ. Тәүге йәймә өҫтөнә кремды, кондитер ҡапсығына һалып, ярымшар рәүешендә төртөп сығабыҙ, артабан икенсе йәймәне һалабыҙ... шулай бөтә йәймәләр менән ҡабатлайбыҙ. Иң өҫтөнә крем һалғас, төрлө емештәр менән биҙәргә мөмкин.

Ҡара емешле бәлеш
30 сантиметрлыҡ табала бешергәндә ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һөт, ярты стакан үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 1 балғалаҡ тоҙ, ондо самалап алабыҙ. Эслеккә 300 грамм ҡара емеш, 2 ҡалаҡ шәкәр, 50 грамм грек сәтләүеге, 20 миллилитр тирәһе ҡуйыртылған һөт кәрәк.
Һөт, май, шәкәр, сүпрәне бергә һалып, болғап 10-15 минут ултыртып торабыҙ. Шунан тоҙ, он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ул ныҡ ҡаты ла, артыҡ йомшаҡ та булмаһын. Ҡаплап, күтәрелгәнсе ултыртып торабыҙ.
Ҡара емеште йыуып, шәкәр һалып, әҙ генә ҡайнаған һыу ҡойоп, блендерҙа әйләндерәбеҙ. Грек сәтләүеген ваҡлайбыҙ.
Табалағы ҡамыр йәймә өҫтөнә – ҡара емеште, ҡатлап грек сәтләүеген тигеҙ итеп һалып сығабыҙ, ситен матурлап ҡырҡабыҙ. 1 йомортҡа һарыһын бумала менән бәлештең ситендәге ҡамырына һөртөргә мөмкин (шулай иткәндә, бәлештең сите һары ғына, ялтырап бешә). 180 градус эҫелектәге мейескә 30-40 минутҡа ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә ҡуйыртылған һөттө кондитер ҡапсығы менән селтәрләп ағыҙып сығабыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
«Бисмилла»лы  ризыҡ тәмле
«Бисмилла»лы  ризыҡ тәмле
«Бисмилла»лы ризыҡ тәмле
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: