– Бәләкәйҙән тәмлетамаҡ мин, шуға бешерергә лә тиҙ өйрәндем. Инәйем мейес яғып бирә, газ юҡ заман. Дүртенсе синыфта уҡығанда ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, кекс бешерә белә инем инде. Ул саҡта яҡындарыңдан өйрәнәһең дә гәзит-журнал аша инде. Почтанан китаптар яҙҙырып ала торғайным. Уларҙа йыш ҡына рецептар йә ҡатмарлы була, йә ауыл ерендә кәрәкле нәмәләрен табырлыҡ түгел. Шулар араһынан бешерерлеген табып алаһың, киләһе юлы үҙеңсә үҙгәртәһең... шулай тупланған инде тәжрибә, – тип бүлешә Даниә апай.
Туғандарын, дуҫтарын йыйырға, татлы ризыҡтар менән һыйларға айырыуса әүәҫ Даниә ханым. Тәмлекәстәрҙе ауыҙ иткәс, күптәр нисек бешерелгәне менән ҡыҙыҡһына. Хужабикә сер итеп тотмай, белгәнен өйрәтә. «Оҡшаталар ҙа, рецебын һорап, үҙҙәре бешерә. Дуҫтың – дуҫы, уныһының тағы дуҫы була. Бер-береһенә һөйләп, нимәлер аңламай ҡалһалар, тағы һорап яҙалар миңә. Шулай башыма бер көн аш-һыу бешереү буйынса ватсапта төркөм асырға тигән уй килде. Үҙемдең таныштарымды ғына индергәйнем тәүҙә. Әле меңгә яҡын кеше йыйылды. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Себерҙән, Ивановонан, Татарстандан, Италиянан да ултырыусылар бар», – тип һөйләй Даниә апай.
Социаль селтәрҙәге был төркөмдә мин дә бар. Һәр яңылыҡты ҡарап ултырырға ваҡытым етмәһә лә, күңел төшөп киткәндә инеп сығам. Бына бер хужабикә иҫ киткес зауыҡ менән биҙәгән табынын фотоға төшөрөп һалған. Кемдеңдер икмәге ҡабарып бешкән, икенсеһе яңы турама әҙерләп ҡараған, өсөнсөһөнөң сәк-сәге был юлы айырыуса уңған. Берәүҙәр тыңлап, өйрәнеп кенә ултыра, икенселәр кәңәш һорап яҙа, ҡалғандары яуап бирә, кемдер ҡыуанысы менән уртаҡлаша... Был ризыҡты ҡайһы яҡта нисек атап йөрөтәләр? Бәлешкә баланды бешереп һалалармы? Гөлдәрҙең япрағы ниңә һарғая? Помидорҙың ниндәй сорттары итлерәк? Сәс яҡшы үҫһен өсөн нимә менән йыуырға? Бар һорауға яуап табыла бында. Төрлө яҡтан йыйылған гүзәл заттарҙың кәңәш уртаҡлашыр, күңел йылытыр урыны ул. Ә Даниә апай, төркөм хужаһы булараҡ, үҙен был яҡтан да яуаплы тоя. Интернетта күргән рецепт буйынса тәүҙә үҙе бешереп ҡарай, оҡшамаған-килешмәгән ере булһа, төҙәтә, шунан ғына башҡаларға тәҡдим итә. Һәр кемгә йылы һүҙе, кәңәше етә. Йылы, яҡты өйөндә туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйған кеүек, интернет киңлегендә лә ҡатын-ҡыҙҙарға күңел йылыһы өләшеп, донъяны нурлыраҡ, яҡтыраҡ итергә ынтыла.
Баш итенән колбаса
Бер эре малдың баш итенә тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, 4-5 баш һарымһаҡ кәрәк була.
Баш итен биш сәғәт буйы бешерәбеҙ. Тоҙ, борос, лавр япрағын бешергән саҡта һалабыҙ. Шунан һөйәгенән айырып, һарымһаҡ менән бергә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Үткәрелгән баш ите тығыҙыраҡ булыусан, шуға бер аш тәрилкәһе самаһы һурпа һалып бутайбыҙ. Тоҙон тәмләйбеҙ, етмәһә, өҫтәргә мөмкин. Полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып (кемдер пластик һауыттың башын ҡырҡып алып тотона), түңәрәкләп колбаса рәүешенә килтереп, 5 – 8 сәғәткә һалҡынға ҡуябыҙ.
Был колбасаны туңдырып һаҡларға ла мөмкин.
Тәмле торт
300 грамм он, 50 грамм аҡ май, 3 йомортҡа, 250 грамм шәкәр, 60 грамм какао, 50 миллилитр үҫемлек майы, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 ҡалаҡ ҡамыр күперткес, аш содаһын һүндерер өсөн 1 ҡалаҡ аш һеркәһе, 300 миллилитр һөт, ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк. Крем өсөн яртышар стакан шәкәр, һөт, үҫемлек майы, 3-4 ҡалаҡ какао алабыҙ.
Ҡоро ингредиенттарҙы ҡушабыҙ: онға тоҙ, шәкәр, какао һалып бутайбыҙ. Үҫемлек майы, аҡ май, һөт, йомортҡа, ҡамыр күперткес, һүндерелгән аш содаһы өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Майлы табаға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәт самаһы бешереп алабыҙ. Һыуынғансы крем әҙерләйбеҙ.
Крем: шәкәр, һөт, какао, үҫемлек майын бергә һалып блендерҙа болғатабыҙ. Шәкәре иреп, ҡуйырғас, крем әҙер була. Торттың өҫтөнә яғабыҙ. Төрлөсә биҙәргә лә була.
Нуриман районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.