+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Декабрь 2023, 09:20

Береһе – ут, береһе – һыу!

Быйыл Башҡортостан юлдаш каналының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Тәмле. Беҙ бергә» проекты ҙур уңыш яуланы. Республикабыҙ буйлап йөрөп, төрлө ризыҡтар бешерҙе, төрлө милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнде һәм ошо хаҡта тамашасыларҙы ла таныштыра барҙы улар. Бөгөн иһә беҙ үҙебеҙ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Сәләм» тапшырыуы етәксеһе Наил ЮНЫСОВҡа юлландыҡ.

Береһе – ут, береһе – һыу!
Береһе – ут, береһе – һыу!

Ун һигеҙ йыл телевидениела эшләй, уның ун икеһен «Сәләм» тапшырыуын етәкләй ул. Быйыл «Сәләм»дәр «Тәмле. Беҙ бергә» проекты өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһын алды. «Егерме милләттең аш-һыуын бешерҙек беҙ. Ейәнсурала проекттың финалы булып «Көлсә байрамы» үтте. Латыштарҙың сыры, сыуаштарҙың ҡанлы колбасаһы, мариҙарҙың мейес ялҡынында бешкән ҡоймағы... Бер йыл буйы барған тапшырыуҙарҙы төшөрөү барышында үҙебеҙ өсөн дә күп яңылыҡ астыҡ. Ғөмүмән, проект һәр йәһәттән уңышлы булды. Уның менән Ҡаҙан ҡалаһында үткән ХIV «Күп йөҙлө Рәсәй» Бөтә Рәсәй журналистар конкурсында тәүге урын алдыҡ. Мәскәүҙә «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» бәйгеһендә лә финалға сыҡтыҡ. Күптән түгел был проект «Минең Ерем-Рәсәй» Бөтә Рәсәй конкурсында «Милли колорит» номинация­һында беренсе урынға лайыҡ булды», – тип һөйләй Наил Тәлғәт улы.
Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша ул. Был ҙур тәжрибә бирә, тигән фекерҙә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә Наил Юнысов Йылайыр, Балаҡатай райондары өсөн яуап бирә.
«Наил, бешереп-төшөрөп, уйнап-көлөп тик йөрөйһөң, бер эш тә эшләмәйһеңме әллә һин?» – тип шаяртып яҙа ҡайһы берәүҙәр уның социаль селтәрҙәге постары аҫтына. Эйе, үҙенсәлекле тәмлекәстәр әҙерләп, сәхифәһенә ҡуйырға ярата ул. Ризыҡ әҙерләүҙән үҙенсә кинәнес, ләззәт ала. БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында һуңғы курстарҙа уҡығанда һаҡсы булып эшләй. Ремонт менән шөғөлләнеп йөрөгән үзбәк егеттәре ҡаҙан алып килеүен һорай. Шунда уларҙы ҡарап тороп, былау бешерергә өйрәнә. Мауығыуы көслө була, әле һаман, ҡайҙа барһа ла, былау әҙерләй ул. Быйыл хатта баҡса һатып алғандар, йәшелсә-емеш үҫтереүҙән бигерәк, тышта рәхәтләнеп тәмле ризыҡтар бешереү өсөн.
«Шаһ-былауҙы яратып әҙерләйем. Өс сәғәткә аш бүлмәһендә «бикләнәм», гитара алам... Ҡырҡҡанда ләүәштең ҡамыры кетерләп тороуы бер кинәнес булһа, ҡәҙерлеләремдең маҡтай-маҡтай тәмләп ашауы иҫ киткес һөйөндөрә. Дуҫтарым килгәндә, әйҙә, былауҙы бергәләп бешерәбеҙ хәҙер, тим. Кемдер ит әҙерләй, кемдер – дөгө, тигәндәй. Шулай эш араһында күңелле аралашабыҙ, тәмлекәс бешеп тә сыға. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреү идеяһы шулай үҙенән-үҙе тыуҙы, тиергә лә була. «Бишбармаҡ» кулинар студия­һында йыйылабыҙ. Былау бешкәнсе торт әҙерләйбеҙ. Барыһы ла ҡәнәғәт булып таралыша», – тип бүлешә Наил.


Байрамса тауыҡ бото
6 тауыҡ ботона 10 картуф, 1 татлы борос, 1 кишер, 1 һуған, 200 грамм аҡ бәшмәк (шампиньон), 2 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, тәмләткестәр, аҡ май кәрәк була.
Тауыҡ ботона, тәмләткестәр яғып, ҡуйып торабыҙ. Йәшелсәләрҙе таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бәшмәкте лә шулай уҡ шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ.
Ҡурғашҡа (фольгаға) йәшелсәләр, бәшмәк һалабыҙ, аҡ май, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Уртаға тауыҡ ботон ҡуябыҙ ҙа ҡурғашты урайбыҙ. Табаға теҙеп, 180 градусҡаса эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. Бер сәғәт самаһы бешерәбеҙ.

Булат МАЛИКОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Береһе – ут, береһе – һыу!
Береһе – ут, береһе – һыу!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: