+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
27 Ноябрь 2023, 16:13

Донъя йәме – Йәмилә

Күптәр уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, байтаҡ проекттар авторы итеп белә. Ә хужабикә, ҡатын, әсә булараҡ ниндәй икән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә БИКБАЕВА?

Донъя йәме – Йәмилә
Донъя йәме – Йәмилә

Бала саҡ һәр кемдең күңел түрендә матур хәтирәләр булып уйыла. Йәмилә лә ял көндәрендә әсәһе менән бергә билмән, манты, бәлеш бешергәндәрен, ғаилә менән ултырып, тәмләп сәй эскән мәлдәрен һағынып иҫләй. Үҙенең ғаиләһендә лә шундай ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тоторға тырыша ул. «Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙер мөмкинлектәр күп: кафеға бараһың да заказ бирәһең, ултыраһың да ашайһың. Ә бит элек улай булмай торғайны. Барыһын да өйҙә әҙерләнек. Компоттар япҡанда, ҡышҡылыҡҡа төрлө әҙерләмәләр эшләгәндә, турамалар ҡырҡҡанда мин дә ярҙам итә инем. Әсәйем эргәһенән китмәйем. Ул үҙе бешерә, миңә лә өйрәтә, ҡамыр бирә, уҡлау тоттора... Бергәләп төрлө ҡамыр аштары әҙерләйбеҙ, торт та бешерәбеҙ. Миңә һәр нәмә ҡыҙыҡ!
Яҡуп ҡартайым балыҡсы булған. Ауыр йылдарҙа ла балыҡ тотоп ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарған. Әсәйем шулай балыҡ ашап үҫкәс, уны яратты, беҙ балыҡ ризыҡтарынан өҙөлмәнек. Уха, картуф менән быҡтырылған, йәшелсәләр менән ҡыҙҙырылған балыҡ... – ниндәй генә тәмлекәс әҙерләмәне ул. Иң мөһиме – ашаған аҙығың файҙалы булһын, тип ҡабатланы», – ти Йәмилә.
Мәктәптән белем тейәп йә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп арып ҡайтҡанда, әсәй бешергән бутҡа, бәлештәр иҫ киткес тәмле бит ул. «Бала саҡ тәме» тигәндә һәр кемдең – үҙ хәтирәһе. Йыл һайын ауылға бесән эшләргә баралар. Бәләкәй саҡта бала-саға һыу буйынан ҡайтмаһа, ҙурая төшкәс, бесән тырматырға йөрөй башлай. «Ҡайтыуға ҡарсәйем мейестә ҡаҙанда аш бешереп ҡуя ине. Талсығып ҡайтҡандан һуң күмәкләп өҫтәл артына ултырып ашайбыҙ. Һуған, ҡорот һалып. Һурпаһы, ите, картуфы... – уның тәмлелеген аңлатырға һүҙ ҙә етмәҫ. Ҡоротто ла ул нисектер үҙенсә итеп эшләй ине, күпме тәмләһәм дә, уныҡы кеүек ҡайнатылған ҡоротто осратҡаным юҡ. Ҡоймаҡтары, бәлештәре лә телеңде йоторлоҡ ине. Ә һеҙҙең элеккесә, өләсәйҙәрсә һыйыр майында ҡыҙҙырылған картуфты ашағанығыҙ бармы? Ә мейестә, күмерҙә бешерелгән күмәс, ауыл ҡаймағы менән, баллап сәй эсеү – үҙе бер кинәнес, – тип хәтирәләргә бирелә бейеүсе. – Химия тултырылған аҙыҡһыҙ, барыһы ла тәбиғи булған шул осорҙар һағындыра. Ҡыҙғанысҡа, яратҡан туңдырмаларҙың да, «Алтын асҡыс» ирисының да тәме башҡаса хәҙер, төрлө тәмләткестәр, ҡушылмалар уларҙы бөтөнләй икенсе итә».

 

Бәшмәк менән ташҡабаҡ


800 грамм аҡ бәшмәк (шампиньон), 5 йәш ташҡабаҡ, 100 грамм 20 процентлы ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы алабыҙ.
Бәшмәкте йыуабыҙ, ҡырҡабыҙ һәм ҡыҙыу майлы табала 10 минут ҡыҙҙырабыҙ. Шаҡмаҡлап ҡырҡылған ташҡабаҡты өҫтәп, тағы 10 минут быҡтырабыҙ. Тоҙ, ҡаймаҡ һалып, 1-2 минут әкрен утта тотабыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Донъя йәме – Йәмилә
Донъя йәме – Йәмилә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: