+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
27 Октябрь 2023, 09:43

Бастит

Ниндәй ят һүҙ был, тиһегеҙме? Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Раушания СОЛТАҠАЕВАнан һорайыҡ.

Бастит
Бастит

«Аят аштарында, мал һуйғанда, байрамдарҙа күмәкләп йыйылғанда ғына ҡәҙерләп бешерелә ине бастит. Башҡа бер яҡта ла был атаманы осратҡаным юҡ, баландан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә, әммә уны тик беҙҙә генә ошолай беше­рәләр. Беҙҙең Ишембайҙа ҡунаҡты мотлаҡ бауырһаҡ һәм бастит менән һыйлайҙар, улар булмаһа, өҫтәл буш кеүек тойғо ҡала. Был һүҙҙең килеп сығышын һорашып ҡараным, тик береһе лә аңлата алманы – әлегә тиклем һаман сер булып ҡала», – тип һөйләй Раушания Әбделхәй ҡыҙы.
«Балан әсәйемдең иң яратҡан емеше булды. Уны күп итеп йыябыҙ, келәт, өй мөйөшөнә егермешәр бау бәйләп эләбеҙ. Ҡыш индереп, ултырып алып тирәбеҙ. Әсәйем көршәккә һалып мейес алдына йә плитәгә ҡуйып быҡтыра, шунан берәй тәмлекәс бешерә. Мәшәҡәтле генә булған эше. Бала саҡта ни, уның бар өйгә таралған еҫен яратмайбыҙ. Әле иһә ошо мәлдәрҙе ҡайтарыр өсөн нимә генә бирмәҫ инем... – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Тыуған нигеҙебеҙҙе ташламайбыҙ, апайым өй һалды, йыл һайын ҡайтып торабыҙ. Әсәйемдең төҫө булып, ишек алдында үҫкән балан йыл һайын аҡ сәскәгә күмелә, көҙөн һутлы емештәре ҡыҙарып балҡып ултыра. Барыһы ла нәҡ бала сағымдағы кеүек. Балан тураһында йыр тыңлаһам, ҡәҙерле әсәйемде һағынып илап та алам».

 

Бастит
Ҡамырға 1 стакан һөт, 1 йомортҡа, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ аҡ май, семтем тоҙ, он кәрәк. Эслеккә 2 стакан балан, 3-4 ҡалаҡ шәкәр (татлыны яратһағыҙ, шәкәрҙе күберәк алырға мөмкин) алабыҙ. Ҡыҙҙырырға көнбағыш майы кәрәк була.
Баланды алдан әҙерләп ҡуябыҙ. Бының өсөн саҡ ҡына һыу һалып бешерәбеҙ ҙә һарҡытабыҙ (һыуын да әрәм итмәй эсеп ҡуйырға була).
Йылымыс һөткә тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май, йомортҡа һалып туғыйбыҙ. Шунан он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Икегә бүлеп йәйәбеҙ. Береһенең ситтәрен бөрөп, кәрзин кеүек «һауыт» эшләйбеҙ. Шәкәр буталған балан һалабыҙ, аҙыраҡ шәкәр һибәбеҙ. Өҫтөн ҡамыр менән ҡаплап, бөрөп матурлап ҡуябыҙ. Ҡыҙыу майлы табала (майҙы йәлләмәйбеҙ) ике яғынан унар минут самаһы ҡыҙҙырабыҙ. Бастит әҙер. Уны өсмөйөшләп телеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Бастит
Бастит
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: