+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
4 Октябрь 2023, 10:06

Ҡурайсы ҡыҙҙан татлы тәғәм

«Ҡурайсы» тигәндә торошо менән үк сәхнәне биләп алған йә сикһеҙ далаларҙы, тау-урмандарҙы, йәйләү-яландарҙы яңғыратҡан ғорур ир-азаматтар күҙ алдына килә. Сентябрь һанын биҙәгән ҡурайсы героинябыҙ иһә – талсыбыҡтай нескә, нәзәкәтле, һылыу йәш ҡыҙ, әммә дәртле, ҡыйыу аҙымдар менән үҙ юлынан барған артистка ул. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының солисы, HAZINA этнопроекты етәксеһе Земфира РӘШИТОВАла ҡунаҡтабыҙ.

Ҡурайсы ҡыҙҙан татлы тәғәм
Ҡурайсы ҡыҙҙан татлы тәғәм

Йыш ауырый Земфира бала сағында. Һаулығын нығытыу маҡсатында әсәһе уны ун ике йәшендә музыка мәктәбенә алып бара. Эйе, яңылыш яҙманым, спорт секцияһына түгел, тап музыка мәктәбенә. Табиптар, үпкәһен нығытыр өсөн, тынлы музыка ҡоралы менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Ә музыка мәктәбендә был шарттарға яуап бирерҙәй ҡоралдарҙан ҡурай ғына була. Ҡыҙ ҡурай уйнарға өйрәнеүенә ауырыуы, ысынлап та, юҡҡа сыға. Ә тылсымлы ҡорал ҡыҙҙы тамам ылыҡтыра, үҙенә әсир итә. Ун биш йәшендә республика кимәлендә ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнашып, өсөнсө урын яулауы уны тағы ла дәртләндерә, был музыка ҡоралы менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә теләген нығыта ғына.
Өфө ҡыҙы Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында, артабан Өфө сәнғәт училищеһында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетында белем ала. Студент сағынан уҡ концерттарҙа, конкурс һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша ул, грант проекттары эшләй.
2019 йылда үҙе янында фекерҙәш гүзәл заттарҙы туплап, HAZINA этнопроектын ойоштора һәм уны етәкләй. Үҙе – солист һәм ҡурайсы, Зәлиә Нурлы – йырсы һәм ҡумыҙсы, Зәлиә Ғәниәтуллина – традицион ҡыл-ҡумыҙҙа, Гөлназ Нафиҡова – думбырала, Наилә Биктимерова прима ҡыл-ҡумыҙҙа уйнай. «Бай рухи мираҫыбыҙҙы тергеҙеп, классик халыҡ йырҙарының яңыса яңғырашын эҙләйбеҙ. Халыҡ моңоноң борон­ғолоғон билдәләп, төп асылын юғалтмай, заманса яңғыратабыҙ. Һирәк осраған милли музыка ҡорал­дарында уйнауыбыҙ, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған йырҙарҙы сәхнәгә сығарыуыбыҙ менән дә үҙенсәлекле төркөмөбөҙ. Ғөмүмән, маҡсатыбыҙ – башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын асыу, ижади ҡомартҡыларыбыҙҙы яңыса күрһәтеү», – ти Земфира. Беренсе каналдағы «Мөғжизәләр яланы»на барыуы ла, төркөмдәре менән НТВ каналында «Таланттар иле»ндә ҡатнашыуҙары ла мөмкин тиклем күберәк кешене тыуған моңдарыбыҙ менән таныштырыу ниәтенән сығып эшләнә. Конкурс-фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһау дәртләндерә, күңелде үҫтерә, тигән фекерҙә ул.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә күп йөрөй Земфира, тиҫтәнән ашыу сит илдә булған. Ҡайҙа барһа ла, ҡурайын ҡалдырмай, уның сихри моңон танытып йөрөй. Сит тарафтарҙа уларҙың иң билдәле тарихи урынына барып йәки башҡаса үҙенсәлекле юлын табып, ҡурайҙа уйнап, видеоға төшөрә һәм уны социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һала – тыуған республи­каһына сәләм еткерә шулай. Башҡорт моңон Таиландта фил өҫтөнә ултырып уйнай, милли көйҙәребеҙ ҡыҙ башҡарыуында Бөйөк ҡытай стенаһында ла яңғырай.
Әлегә Земфира – берҙән-бер профессиональ ҡурайсы ҡатын-ҡыҙ. Был киң таралған күренеш булмаһа ла, гүзәл заттарыбыҙҙың элек тә ҡурай уйнағаны хаҡында һөйләгән хәтирәләр, фотолар һаҡланған. «Ҡурайҙы беҙ башҡорт батырының символы булараҡ ҡабул итәбеҙ. Рух, ғәйрәт, көс тигән төшөнсәләр менән йәнәш йөрөй «ҡурайсы» һүҙе.
Ҡаһым түрә менгән ай,
юрғаның, вай кем,
Маңлайында булыр урайы.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,
Уң ҡулында булыр ҡурайы, –
тип йырлана йырҙа ла. Хәҙер ҡурайҙа уйнаған ҡыҙҙар ҙа арта, ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә», – тип бүлешә ҡурайсы һылыу. Эйе, Бөтә донъя фольклориадаһына арналып үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә биш тиҫтәгә яҡын ҡурайсы ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыуы – уның һүҙҙәренә дәлил.
Земфираның тамырҙары атаһы яҡлап – Архангел, әсәһе яғынан Дүртөйлө райондарына барып тоташа. Әсәһе Гүзәл апай – медицина өлкә­һендә, ә атаһы Мөҙәрис ағай нефть эшкәртеү заводында эшләй. «Ете йәшкә тиклем Мәсғүҙә өләсәйем менән бергә йәшәнек. Йыр-моңға һөйөүен, ихласлығын, бар күңел йылыһын һалды ул миңә. Уның башҡарыуында халыҡ йырҙарын тыңлап үҫтем. Урман-ҡырҙар гиҙгәндә лә, өйҙә аш бешергәндә лә, ҡунаҡ саҡырғанда ла ул һәр саҡ йырлай ине. Олатайым да йыр-моңға әүәҫ булған, баянда, аккордеонда уйнаған, тик ул мин тыуғансы уҡ яҡты донъяны ташлап киткән», – ти Земфира, йөрәк серҙәрен асып.
Табын ҡороуға ла ифрат уңған була өләсәһе. Бигерәк тә ҡамыр аштарына маһир – ҡунаҡ саҡырғанда уның өҫтәлендә мотлаҡ дүрт-биш төрлө бәлеш урын ала. Оло быуын кешеләренә хас булғанса, тәбиғи аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Кесерткәндән, ҡуҙғалаҡтан ғына ла әллә нисәмә төр ризыҡ бешерә. Тиҙҙән уға туҡһан ике йәш тула. Хәҙер инде мин үҙем тәмлекәстәр бешереп уға ҡунаҡҡа барам, ти һөйөклө ейәнсәре.
Төрлө илдәрҙә булғанда, әлбиттә, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү менән бергә милли ризыҡтарын да тәмләп ҡарарға ынтылаһың. «Камчаткала булғанда традицион ҡанлы аш тәмләргә тура килде. Бик үҙенсәлекле ризыҡ, беҙ өйрәнгән аш-һыуға оҡшамаған. Шуға уны һәр кем дә ашай алмайҙыр, ә үҙҙәрендә балалар ҙа туҡлана. Беҙгә килгәндә дуҫтарымды милли ризыҡтарыбыҙ менән һыйлайым: бишбармаҡ, бәлештәр бешерәм, табынға эремсек ҡуям. Турамалар әҙерләү оҡшай», – ти артистка. Төрлө тәмлекәстәр бешерергә, яҡын кешеләрен һыйларға ярата ул.
«Башҡортостандан ситкә сыҡҡанда, сараларҙа ҡатнашҡанда һәр саҡ республика Мәҙәниәт министрлығының терәк-таянысын тоябыҙ, шуға рәхмәт­лебеҙ. Ҡайҙа барһаҡ та, беҙ республи­кабыҙҙы, тыуған халҡыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе лайыҡлы күрһәтергә ынтылабыҙ. Ижад өлкәһендә ҡолас ташлап эшләргә әле. Оҫталығымды үҫтереп, идеяларымды тормошҡа ашырып, тамашасыларымды ҡыуан­дырырға, илаһи ҡурайыбыҙҙы бөтә донъяға танытырға ине», – ти ҡыҙ.
Изге маҡсатта, изге уйҙа йәшәйһең, ҡурайсы һылыу!

 

Штрудель
Ике өлөш ҡатлы ҡамыр, 3 алма, ярты стакан сәтләүек, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ он, 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ дәрсен (корица), 2 ҡалаҡ шөкәрә кәрәк.
Алманы әрсеп, уртаһын алабыҙ. Шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа, ике ҡалаҡ шәкәр, дәрсен, он һалып бутайбыҙ һәм 20 минутҡа ҡуйып торабыҙ.
Сәтләүекте ваҡлайбыҙ ҙа 2 ҡалаҡ шәкәр, ваҡланған шөкәрә ҡушабыҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ һәм сәтләүек ҡатнашмаһы һибәбеҙ. Өҫтөнә алма һалабыҙ. Ҡамырҙы ипләп кенә урайбыҙ. Ураманың ситтәрен аҫҡа бөкләп ҡуябыҙ.
Табаға махсус ҡағыҙ йәйеп, саҡ ҡына майлайбыҙ. Урамаларҙы һалабыҙ. Йомортҡа һарыһына 1 балғалаҡ һыу ҡушып бутайбыҙ ҙа урамаларға яғабыҙ. Үткер бысаҡ менән киҫәктәргә бүлгән кеүек итеп, өҫтөн бер нисә урындан ҡырҡып сығабыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ.

 

Булат МАЛИКОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: