+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Сентябрь 2023, 15:35

Заманса ниғмәттәр

Бөгөнгө үҙенсәлекле ризыҡтарҙы әҙерләргә Ишембай ҡалаһының Юрматы ҡасабаһында йәшәгән егәрле хужабикә, эшенә мөкиббән уҡытыусы, өс бала әсәһе Роза ЙӘНБИРҘИНА өйрәтә.

Заманса ниғмәттәр
Заманса ниғмәттәр

Ун йыл буйы «Торатау» гәзитендә журналист булып эшләгәс, Роза һөнәрен алмаштыра. Декрет ялынан һуң ҡала мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар. Был өлкәгә бер ингәс, баш-көллө сума, үҙен өр-яңынан асҡандай була. Артабан эшен педагог-психолог булараҡ дауам итә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. «Бәләкәстәр менән эшләү оҡшай миңә, улар менән дуҫлашып бөтәбеҙ, үҙ балаңдай яҡын булып китәләр. Өләсәйем дә уҡытыусы ине, был һөнәрҙең бик хөрмәтле, рәхмәтле икәнен күреп, белеп үҫтем», – ти әңгәмәсем.
Был һөнәр эйәләренә булған ихтирамы ярылып ята – социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хеҙмәттәштәре, үҙенең уҡытыусылары тураһында яғымлы һүҙҙәр менән тулы әллә күпме пост урынлашҡан. Күңел түренән сыҡҡан яҙмаларын ул төрлө бәйгеләргә лә ебәрә.
«Бәйге» тигәндән, әүҙем тормош алып бара Йәнбирҙиндар ғаиләһе. Конкурстарҙың төрлөһөндә ҡатнашалар, йыш ҡына еңеү ҙә яулайҙар. Спорт ярыштары, патриотик тәрбиәгә ҡағылышлы, әкиәт һөйләү, тарих, баҡсасылыҡ буйынса... бәйгеләрҙең ниндәйе генә юҡ. Балалары ла ҡыуандырып тора.
Урал быйыл юридик факультетҡа уҡырға ингән. Юлайға – ун дүрт йәш, ул көрәш менән ихлас шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Бәләкәстәре Фиалида, өс йәш тә тулмауына ҡарамаҫтан, бейей, әкиәттәр һөйләй, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкән.
Розаның тормош иптәше Данил – эшҡыуар, ул республика буйынса бюджет ойошмаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Был ҡатмарлы эште атаһы Дамир Әбдрәхим улы һәм әсәһе Фирүзә Нарс ҡыҙы менән бергә башҡаралар, бизнесты алып барыу өсөн иҡтисадсы һөнәре бик ярҙам итә.
Ял көндәрен көтөп алалар. Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төбәктәрен күреп йөрөйҙәр, Шүлгәнташта, Яҡтыкүлдә, Нарыҫтауҙа, Ҡандракүлдә булғандар. Йыл һайын Арҡайымға барыу ҙа ғәҙәттәренә ингән. Юл ыңғайы Мөжәүир хәҙрәттең ауылына һуғылып, мәсетенә инеп, зыярат ҡылып үтәләр. Бәләкәс ҡыҙҙарын да алып, Ағиҙел буйлап кәмәлә ағып төшкәндәр. Музейҙарҙа, картина галереяларында йөрөргә айырыуса яраталар. Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәнде иҫтәрендә тота атай менән әсәй. Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы барлыҡ музейҙарҙы йөрөп сыҡҡандар, Өфөгә лә йыш киләләр. Ботаника баҡсаһы, лимонарий – яратҡан урындары. Спектаклдәргә йөрөйҙәр. Ял итеү генә икән баштарында, тип уйлай күрмәгеҙ, үҙ йорттарында йәшелсә-емешен дә, гөл-сәскәһен дә үҫтерәләр, бәләкәстәр бар эштәрҙә лә ҡатнаша. Балалар хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫергә тейеш, тигән фекерҙә Йәнбирҙиндар. Олатай-өләсәһенә ҡуй һарығын үрсетеүҙә, баҡса ҡарауҙа ярҙам итеп тә өлгөрәләр. Эшләп үҫкән кеше насар ғәҙәттәргә бирелмәй, ти олаталары ла. Ғаилә традицияларынан шуны ла һанап үтергә кәрәктер: йыл һайын бергәләп ҡаҙылыҡ тултыралар. «Был ир-егеттәр эше һанала, шуға ла уны иптәшем, ҡайным һәм ике улыбыҙ бергә башҡара», – тип бүлешә Роза. Атаһы Рәфис Шәрифулла улы ветеринар була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяны иртә ташлап китә. Әсәһе Фәниә Ғайса ҡыҙы Биксән ауылында йәшәй, һатыусы булып эшләй. Дүрт балаларының барыһы ла уҡытыусы һөнәре алған.
«Әсәйем бешергән муйыллы асығауыҙ, баланлы бастит, бауырһаҡ телде йоторлоҡ. Тирә-яҡта унан да оҫта икмәк бешереүсе табылмаҫ. Ҡәҙерлебеҙҙең хәстәрлекле ҡулдары ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән ҡыҙыл эремсек бөтәбеҙҙең дә туңдырғыстарында урын алған да инде. Әсәйемдең ихлас уҡылған доғалары беҙҙе ҡурсалай, уларҙың көсөн тоябыҙ. Балаларға күҙ тейгәндә лә өшкөрөүе ярҙам итә», – ти Роза.
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға, һаулыҡты нығытыуға ҙур иғтибар бүләләр. Роза үҙе фитнесҡа, бассейнға йөрөй. Ҡалалағы саңғы базаһы йәйәү атлау өсөн бигерәк уңайлы – бында нисә саҡрым юл үткәнең билдәләр буйынса күренеп тора. Былары – көҙҙән алып яҙға тиклем башҡарыла торған ғәмәлдәр, ә йәй көнө эш менән үтә.
Байрамдарҙа ҡунаҡтарын заманса тәғәмдәр менән һыйларға ярата уңған хужабикә. Серҙәрен журнал уҡыусылар менән дә бүлешергә әҙер. Рәхим итегеҙ.

 

Тәмле турама
200 грамм диңгеҙ ҡыҫалаһы (креветка), 100 грамм руккола, 1 авокадо, 1 манго, 80 грамм әстерхан (грек) сәтләүеге, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 ҡалаҡ лимон һуты, 1 ҡалаҡ шыйыҡ бал, бер семтем тоҙ, тәменсә борос алабыҙ.
Башта соусын эшләйбеҙ. Бәләкәй һауытта көнбағыш майын, лимон һутын, балды, тоҙҙо һәм боросто бергә ҡушып, сәнске менән ипләп кенә бутайбыҙ.
Иң мөһиме – манго менән авокадоны дөрөҫ һайлау. Улар бик ҡаты ла, артыҡ йомшаҡ та булмаҫҡа тейеш. Өлгөргән мангоның тәмле генә еҫе аңҡып тора.
Креветкаларҙы 2-3 минут тирәһе, алдан уҡ яҡынса билдәләп тоҙ ҡушылған ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа тышынан таҙартабыҙ. Рукколаны йыуғандан һуң таҫтамалға урап киптереп алабыҙ. Сәтләүекте табаға һалып, саҡ ҡына утта тотабыҙ. Манго менән авокадоны, тышын әрсеп, һөйәктәрен алғандан һуң бәләкәй киҫәктәргә бүләбеҙ. Авокадоға шул ваҡытта уҡ лимон һутын һипһәк, бер тамсы ла ҡараймаҫ, ғөмүмән, уға иң һуңынан ғына тотоноу яҡшы.
Һауытҡа башта руккола, шунан креветка, манго, сәтләүек, авокадо һалып сығабыҙ ҙа алдан әҙерләнгән соусты өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡунаҡтарға ныҡ оҡшаясаҡ ят, әммә бик тәмле турама әҙер.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: