-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
22 Июль 2023, 13:15

Затлы һыйҙан ауыҙ итәйек!

Күңел бөтөнлөгөн, кәйеф күтәренкелеген, рухи сәләмәтлекте һаҡлауҙа гүзәл затҡа татлы ризыҡ ашау ҙа ярҙам итә, тиҙәр. Изгелеге өсөн рәхмәт әйтергә теләгән кешеләребеҙҙе лә тәмле торт, кәнфит менән һыйлау ғәҙәтебеҙгә ингән. Өҫтәлдә шәрбәтле тәғәм, тәм-том тороуы төпкө аңыбыҙға донъябыҙҙың бөтөнлөгө, тормошобоҙҙоң муллыҡта, бәрәкәттә барғанлығына ишара яһай, тип тәҡрарлаған белгестәр ҙә бар. Өфө ҡыҙы Ләйсән ЗАРИПОВА бөгөн беҙгә татлы һый бешерергә өйрәтә.

Затлы һыйҙан  ауыҙ итәйек!
Затлы һыйҙан ауыҙ итәйек!

Тәмле урама

Меренга өсөн 4 йомортҡа ағы, 200 грамм шәкәр, семтем лимон кислотаһы, 1 ҡалаҡ кукуруз крахмалы кәрәк. Эслеккә 300 грамм эремсекле сыр, 150 грамм 33-35 процентлы һөт өҫтө, 70 грамм шәкәр алабыҙ.

Йомортҡаның ағын айырып алып, шәкәр, лимон кислотаһы ҡушабыҙ ҙа миксерҙа туғыйбыҙ (планетар миксерҙа эшләү яйлыраҡ, унда 12 – 15, ә ҡул миксеры булһа 20 – 25 минут кәрәк була). Шәкәре иреп бөтөргә, күпереп тығыҙ булып ҡуйырырға тейеш. Крахмал ҡушып, ипләп кенә бутайбыҙ.
Дүрт мөйөшлө табаға махсус ҡағыҙ түшәп, 1-1,5 сантиметр ҡалынлығында тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ. 150-160 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 25 минут бешерәбеҙ.
Бешеп сыҡҡас, меренганы түңкәреп һыуытабыҙ.
Эслек-крем әҙерләйбеҙ. Эремсекле сырға шәкәр, һөт өҫтө һалып бутайбыҙ ҙа, шәкәре ирей бирһен өсөн, ике минуттай тотабыҙ, шунан миксер менән күпертәбеҙ.
Эслекте меренга өҫтөнә яғып сығабыҙ, шулай уҡ еләктәр, джем һалырға мөмкин. Ипләп кенә урайбыҙ. Өҫтөн ҡалған крем, еләк-емеш менән биҙәйбеҙ.

Бәләкәстән бешеренергә ярата Ләйсән, айырыуса торт әҙерләү оҡшай. Урта мәктәпте тамамлағас, һөнәр һайлағанда айыҡ аҡыл менән эш итә, «ашау – кеше тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаҫмын», тип фекер йөрөтә һәм Башҡорт дәүләт аграр университетына, инженер-технологҡа уҡырға бара.
Ә тәмле ризыҡҡа зауыҡты әсәһе тәрбиәләй. Бәлеше, ҡыҫтыбыйы, бөйөрөгө, ҡамыр аштары – өҫтәлдә һәр саҡ тәмлекәстәр була, йома һайын таң менән тороп ҡоймаҡ ҡоя. Ата-әсәһенең иҫ киткес егәрлегенә, фиҙакәрлегенә, яуаплылығына, сабырлығына хайран ҡыҙҙары. Әсәһе Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы – Ырымбурҙан, йәштән етем ҡалып, үҙ көнөн үҙе күрергә ынтылған, ҡустылары өсөн дә яуаплылыҡ алған. Ул ҡатын-ҡыҙға хас булмаған ауыр һөнәр эйәһе – торбаларҙы изоляциялаусы. Атаһы Вәхит Ғәбделхәким улы – Нуриман районы егете, һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе. Ҡар-ямғыр аҫтында ла, ҡышҡы селләлә лә, ҡояш ҡайнарлығында ла эшләүҙәре юғары баһалана, икеһенең дә атҡаҙанған исемдәре бар. Тик һаулыҡтарына ваҡытында иғтибар итмәүҙәре, сәләмәтлектәре ныҡ ҡаҡшауы борсой ҡыҙҙарын.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй инде, уңғанлыҡ балаларына ла күсә. Рөстәм улдарының ҡулы алтын, ул мебель компанияһында эшләй, үҙ ғаиләһе менән Булгаков ауылында йәшәй. Ләйсән иһә, дипломын ҡулына алғас, «Борай фермеры» кибетенә урынлаша. Хужалар ипле, мөләйем ҡыҙҙы күҙәтеп йөрөй ҙә ҡустылары менән таныштыра һәм яңылышмай – йәштәр тәү күреүҙә бер-береһен оҡшата. Ильяс – төҙөлөш компанияһында инженер-сметасы. Дин ҡанундарын ныҡлап тотҡан ғаиләлә үҫкән егет – яҡшы атай, бәләкәстәре өсөн йән атып тора, йома һайын тәмлекәстәр, емеш-еләк алып ҡайтып һыйлау ғәҙәтенә ингән. Ҡыҙҙары Розалияға – дүрт, Әйшәгә – бер йәш.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Затлы һыйҙан  ауыҙ итәйек!
Затлы һыйҙан ауыҙ итәйек!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: