+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
28 Июнь 2023, 15:15

Һыуһындарҙы баҫыр лимонад

XVIII быуатта Женевала сәғәт оҫтаһы Якоб Швеппе минераль һыуҙы газ менән байыта торған ҡулайлама уйлап тапҡан. Газлы һыу шулай етештерелә башлай, тиҙәр. Артабан инде уға төрлө ҡатнашмалар ҡушып ебәргәндәр – лимонад барлыҡҡа килгән. Хәҙер был эсемлекте төрлө еләк-емештән, үләндәрҙән үҙебеҙ ҙә еңел әҙерләй алабыҙ. Бигерәк тә эҫелә уның файҙаһы ҙур: һыуһынды ҡандыра һәм организмды файҙалы матдәләр, витаминдар менән байыта.

Һыуһындарҙы баҫыр  лимонад
Һыуһындарҙы баҫыр лимонад

Ер еләге менән
400 грамм ер еләге, 3 лимон, 2 литр һыу, 12 ҡалаҡ шәкәр кәрәк.
Лимондың һутын һығабыҙ. Еләкте иләк аша үткәрәбеҙ. Һыу ҡоябыҙ, шәкәр һалабыҙ ҙа ирегәнсе болғатабыҙ.

Иң еңел ысул
2 лимон, 200 грамм шәкәр, 750 миллилитр һалҡын һыу алына.
Лимондың һутын һығабыҙ ҙа шәкәр һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ.
Былай артыҡ шәкәрле һәм ҡуйы кеүек тойолһа, икенсе ысул буйынса эшләп ҡарарға мөмкин.
1 лимонға 2 литр һыу, 1 стакан шәкәр һалабыҙ. Лимондың ҡабығын да ваҡлап һалабыҙ. Ярты сәғәттәй ултыртып торабыҙ. Һөҙәбеҙ.

 

Ирәүәнле лимонад
8 ирәүән һабағына 8 стакан һыу, 1/3 стакан шәкәр, тәменсә бөтнөк үләне, боҙ алабыҙ.
Ирәүән һабаҡтарын шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа, һыу ҡойоп, 1 сәғәт ҡайнатабыҙ. Шәкәр өҫтәйбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ һәм һөҙәбеҙ. Һыуынғас, боҙ киҫәктәре, бөтнөк япраҡтары һалып тәҡдим итәбеҙ.

Тархун
Ярты ус эстрагон үләненә 1 литр һыу, 1 лимон, 2 ҡалаҡ бал алабыҙ, тәменсә еләктәр ҡушырға була.
Лимондың орлоҡтарын алып ташлайбыҙ. Эстрагон япрағы ҡушып, блендерҙа иҙәбеҙ. Башҡа ингредиенттарҙы өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: