-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
4 Июнь 2023, 15:10

«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе

Замандаштарыбыҙ араһында етмеш ете һөнәргә эйә гүзәл заттарыбыҙ бар. Бөгөнгө героинябыҙ – тыуған еренең, теленең, моңоноң, һәр биҙәгенең ҡәҙерен белеп, тирә-яғына шатлыҡ өләшеп йәшәгән оҫта ханым Миләүшә ҠЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА.

«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе
«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе

«Уҡытыусылар нәҫеленән булған атай-әсәйем аш-һыуға бик һаҡсыл ҡараш тәрбиәләп үҫтерҙе беҙҙә. Ни өсөн тигәндә, зыялыларҙың, колхозсыларҙан айырмалы, дөйөм ҡаҙандың мул аш-һыуына кинәнеп йәшәр мөмкинлектәре сикле булды. Булмыштары менән дә үтә тыйнаҡ, дөрөҫлөктө – ҡибла, таҙа намыҫты иман итеп йәшәгән кешеләр булараҡ, барына риза ҡылып, үҙ көсө менән тапҡан хәләл ризыҡҡа ҡыуанып йәшәнеләр һәм беҙгә лә шуны һеңдерҙеләр. Үҙ аллы донъя көтә башлағас та, өйрәткән үрнәктән тайпылманым. Күп хужабикәләр табын ҡорғанда өҫтәл тултырып ризыҡ төрләп, хаттинлашып төрлө турама, береһенән-береһе тәмлерәк ҡамыр аштары һәм башҡа һый менән тултырылған өҫтәлдәре аша үҙҙәренең шәплектәрен күрһәткәндә лә, эске үлсәмем менән был күренеште бөтөнләй икенсе төрлө баһалайым. Минең өсөн ябай ғына бала саҡ ризыҡтары – иң тәмлеһе, иң шифалыһы, иң көтөлгәне», – тип бүлешә шағирә. Балалары һағынып янына ҡайтҡанда ла, ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәндә лә үҙе ғүмер буйы бешергән, ире һәм балалары, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре яратып ашаған үтә лә ябай аш-һыу әҙерләй.
Һәр миҙгелдең үҙ ризығы була, ана шуны мәлендә өҙөп ҡабыу һәм бешереп ашау мотлаҡ, тигән фекерҙә героиням: «Беҙҙең организм тәбиғәт ниғмәттәренә көйләнгән дә инде. Яҙ етеү менән – йыуа бәлеше, унан торараҡ ҡуҙға­лаҡтыҡын тәмләге килә. Еләк бешер мәл еткәс, организм тотоп тыйғыһыҙ булып еләк бәлеше таптыра башлай. Бер ҙә банан йә иһә әфлисундыҡын түгел!» Бала саҡ бәрәмәсен бешергәндә лә элек-электән ҡулланған рецебынан тайпылмай. Ҡамыры өсөн ап-аҡ юғары сифатлы түгел, ә беренсе йәки икенсе сортлы ҡарараҡ он яҡшыраҡ. Супермар­кеттарҙа ундай он юҡ хәҙер, баҙарҙан, фермерҙарҙан эҙләп ала. Нәҡ бала саҡтағы, тотош байрам булып өйгә ҡайтып ингән тирмән ононоң тәмен тойоп ашағы килгәнгә шулай итә.

Бәрәмәс
Ҡамырға 1 сеүәтә онға 1 стакан әсегән һөт, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, ҡалаҡ осонда аш содаһы, сама менән тоҙ кәрәк, эслеге өсөн аҡ эремсек, 4 йомортҡа, 1 кәсә ҡаймаҡ, тау һәм оҫҡон йыуаһы (йәй көнө йәшел һуған һәм әнис (укроп) мөмкин), сама менән тоҙ, борос алабыҙ.
Иләнгән онға әсегән һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа, аш содаһы, тоҙ һалып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бәрә­мәс эслеге өсөн аҡ эремсеккә йомортҡа, бер кәсә ҡаймаҡ, ваҡ итеп туралған тау һәм оҫҡон йыуалары һалып болғатҡас, тоҙ, борос өҫтәп ебәрәбеҙ.
Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ ҙә, йәйеп, эслеген һалып, ян-яғынан бөрәбеҙ (ҙур табаға һалып бешерергә лә була). 180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут самаһы бешерәбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.

«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе
«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе
«Гөлмәрфуға»ның хужабикәһе
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: