Ун йыл сауҙа өлкәһендә бухгалтер, тауар белгесе булып эшләй ул. Шунан тормош иптәше Рәмил ағайҙың тыуған яғында – Йылайыр районының Юлдыбай ауылында аҙыҡ-түлек магазины асалар, тора-бара ассортиментты киңәйтәләр, кибеттәр һанын ишәйтеп, өскә еткерәләр. Юл буйында урынлашҡан магазиндарына йыш ҡына инәләр ҙә, ҡайҙа сәй эсеп алырға мөмкин икән, тип һорайҙар. Шулай халыҡ ихтыяжы кибеттәренең береһен кафеға әйләндереүгә сәбәпсе була. Ҡоротлап биргән бишбармаҡты, ҡамыр аштарын юлсылар бигерәк үҙ итә. «Эй, ныҡ асыҡтыҡ, башҡа ергә һуғылғы килмәй, һеҙгә саҡ килеп еттек», – тиеүселәр артҡандан-арта. Эш ырай, тырышлыҡ бушҡа китмәй. Шулай ҙа кафе бар иғтибарҙы, ваҡытты, көстө алғас, уны ябалар. Гөлсөм апай бәлештәрҙе өйҙә бешерә башлай. Шунан икмәкхана төҙөй, ҡамыр баҫҡыс, мейес кеүек махсус ҡорамалдар алып ултырта. Ҡамыр аштарына һорау күп, көнөнә 30-40 бәлеш бешерелә бында. Сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлештәр аят, юбилей өҫтәлдәрен, никах, туй табындарын биҙәй.
«Әсәй, ҡайҙа ғына ашап ҡараманым ҡаймаҡлы тәмлекәсте, иң тәмлеһе – һин бешергәне», – ти Гөлсөм апайға ҡыҙы. Ләйсән үҙе лә 14 йәшенән бәлеш бешерә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған ҡыҙыҡай әле Екатеринбургта Урал федераль институтында белем ала. Ҡышҡы каникулда бәлеш бешереп үҙенә кәрәк-яраҡҡа аҡса эшләй. Иҙел улдарына – 27 йәш. Ул – IT-компанияла белгес. Балаларына ҡарап ҡыуанып бөтә алмай атай-әсәй. Лайыҡлы алмаш үҫтерә алғандары өсөн дә, тәүәккәллектәре өсөн дә...
Күңелдәрендәге һөйөүҙе уртаҡлашыр, наҙға күмер мөхәббәт емеше булмаҫы тураһындағы табиптарҙың аяуһыҙ хөкөмөн ишеткәс, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙы бәхетле итергә ҡарар итәләр. Өс көнлөк кенә бәләкәстең эргәһендә бер аҙна ятып «үҫтереп» алып ҡайталар. Ай үҫәһен көн үҫкән тәтелдәк батыр Иҙелгә иптәшкә берәй һеңле лә кәрәк. Салауат ҡалаһына ете айлыҡ ҡына булып донъяға килгән, ике ай дауаханала ятҡан ҡыҙсыҡты күрергә баралар. Бәпестең исемен дә ишетмәгәндәй, янындағы кешене лә шәйләмәгәндәй бөтөнләй иғтибарһыҙ булыуы һағайта тәүҙә. Нисек күтәрербеҙ икән был баланы, тип шик-шөбһәләрен иренә әйткәс, ғаилә башлығының: «Күрерһең, бына тигән изге күңелле балаҡай булып үҫер әле», – тигәне ышаныс өҫтәй. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, бәләкәсте көн һайын мунса төшөрөп, йөрәк йылыһын һалып тәрбиәләгәс, биттәре алһыуланып, теремекләнеп китә.
Атайға арҡаланып, әсәйгә иркәләнеп үҫә бәләкәстәр. Иҙел өсмөйөш, манты, ҡоймаҡ ярата. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡып йөрөгән сағы. Юлға сығыр алдынан мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт сығып, улының яратҡан өсбосмағын бешерергә һис кенә лә ваҡыт булмай, магазиндан һайлап, бик тәмлеһен һатып алып бара әсәһе. Малай күреп ҡала ла, был һин бешергән түгел дә инде, кәрәкмәй, мин һинекен генә яратам, тип алмай. Ләйсәндең яратҡаны – алма бәлеше, компоты. Иртән тороуына ҡоймаҡ ҡойоп ҡуйһаң, ул көнө буйы бәхетле йөрөй. Бөгөн ул ҡан өләсәһе менән аралаша, шылтыратып хәлдәрен белешәләр, бүләктәр ебәрешеп торалар.
«Балаларым менән ғорурланам. Сәләмәт тормош алып баралар, насар холоҡтары юҡ, тырыштар, беҙҙең өсөн дә үлеп торалар. Хоҙайҙың биргәненә мең шөкөр», – ти Гөлсөм апай.
Яҙмыш кешеләргә төрлө боролоштарын әҙерләп кенә тора. Юғалтыуҙар, табыштар – аҙым һайын. Мөмкинлектәрҙе күрә белгәндәр, хәрәкәттә булғандар ҡулында ул бәхет.
Ҡуҙғалаҡлы бәлеш
Ҡамырға 1 стакан йылы һөт йәки һыу, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 400 – 450 грамм он кәрәк.
Эслегенә 300 грамм ҡуҙғалаҡ, 100 грамм шәкәр, 1 ҡалаҡ крахмал алабыҙ.
Йылы һөткә ҡоро сүпрә, шәкәр һалып болғатабыҙ ҙа 20 минутҡа, өҫтө күбекләнгәнсе ултыртып торабыҙ. Шунан йомортҡа һытабыҙ, тоҙ, көнбағыш майы, он ҡушабыҙ ҙа йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. 40 минутҡа ҡабартырға ҡуябыҙ.
Ҡуҙғалаҡты йыуып ҡоротабыҙ ҙа артыҡ ваҡламай ғына турайбыҙ. Ҡамырҙы йәйеп табаға һалғас ҡына ҡуҙғалаҡҡа шәкәр һалып бутайбыҙ (алдан бутап ултыртһаң, шәкәре ирей ҙә һуты аға).
180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Был ҡамырҙан төрлө бәлештәр, бөйөрөктәр, ҡаластар тәмле булып, уңып бешә. Ҡаймаҡлы тәмлекәс (сметанник) өсөн дә ул уңышлы.
Ҡаймаҡлы тәмлекәс
Эслегенә 500 грамм ҡаймаҡ (20 – 25 процентлы), 1 йомортҡа, 125 грамм шәкәр, 10 грамм крахмал, ванилин алабыҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ, өҫтөнә эслеген һалабыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.