+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
22 Март 2023, 12:34

Көс, дәрт бирә тыуған ер

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында утыҙ йылдан артыҡ эшләү дәүерендә тамашасы күңелендә урын алған һанап бөтмәҫлек онотолмаҫ образдарҙы сәхнәгә сығарған был актриса. «Характерлы ролдәр өҫтөндә күп эшләргә тура килде, ә үҙемдең күңелемә иһә драматик образдар яҡын», – тип серен бүлешә ул. Был юлы Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина КАШАНОВАла ҡунаҡтабыҙ.

Көс, дәрт бирә тыуған ер
Көс, дәрт бирә тыуған ер

Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылында тыуып үҫкән актриса. «Мин – өс баланың иң өлкәне донъяға килгәндә әсәйемә 30 йәш тула яҙған. Шөкөр, әлегәсә әсәйем менән атайым янына ҡайтып кәңәш итеү, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү бәхетенә эйәбеҙ», – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша ул. Шамил ҡустыһы төҙөлөш менән шөғөлләнә, Гөлназ һеңлеһе педагог, психолог булып эшләй. Икеһе лә ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй.
Әсәһе Флүзә Әғзәм ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, икмәген һалып, ҡоймағын ҡойоп ҡуя, тиҙ генә картуф шәнгәһе бешерә һала, бәлештәре лә иҫ китмәле тәмле. Ҡәҙерлем бешергән ризыҡтар ауыҙҙа иреп тора, мин тап ул өйрәткәнсә әҙерләһәм дә, уныҡына етмәй, ти рәхмәтле ҡыҙы. Ә йәш сағында мейес аштарына ваҡыты ҡалмай уның. Фельдшер булып эшләй, етмәһә, ун бер ауылға бер үҙе. Тынғыһыҙ эше арҡаһында өйгә һис йоҡмай, хатта мунса төшөп йөрөгән еренән, йыуынып бөтмәй, ауырыған кеше янына алып киткән осраҡтары ла йыш була. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн уны 80-се йылдарҙа Сочиға ял итергә ебәрәләр. Шунда үзбәктәрҙән йөҙөм, күрәгә менән былау әҙерләргә, әлегә беҙҙең яҡта билдәле булмаған яңы ашамлыҡ – манты бешерергә өйрәнеп, һауытын да алып ҡайта. Альбина апай өсөн был ризыҡ ҡунаҡ ашы булып күңелендә ҡала. Әсәһе ауылдаштарына ла өйрәтә, һауыт йылдар буйына «ҡайтмай» ауыл буйлап йөрөй, кәрәк булғанда өйҙән-өйгә йөрөп юллап алалар.

 

Тиҙ әҙерләнгән урама
Ләүәш, ҡыяр, йомортҡа, ҡыҙыл балыҡ, эремсекле сыр кәрәк.
Ләүәшкә эремсекле сыр яғабыҙ. Шунан нәҙек кенә итеп һаламлап туралған ҡыяр, ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, ҡыҙыл балыҡ киҫәктәре һалабыҙ. Ипләп кенә тығыҙ итеп урайбыҙ. Киҫәктәргә ҡырҡабыҙ.

 

«Яҙ еҫе» турамаһы
Пекин кәбеҫтәһе, йомортҡа, ҡыяр, консерваланған кукуруз, йәшел тәмләткес үләндәр, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ кәрәк.
Кәбеҫтәне, бешкән йомортҡаны, тәмләткес үләндәрҙе турайбыҙ. Тоҙ, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп табынға бирәбеҙ.
Был турамаға редис ҡушһаң да бик килешә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: