...Ир-егеттең йөрәгенә юл – ашҡаҙаны аша, тигәндәре дөрөҫтөр. Русланды иң беренсе «йәһүдтәр тәғәме» менән һыйлай Рәзилә. Ҡыяр, помидор өҫтөнә сырҙы, йомортҡаны, һарымһаҡты үткәреп, майонез менән бутап, йомарлап һалып әҙерләнгән ризыҡ ул. «Һин минең йөрәгемә юлды дөрөҫ һайланың», – ти иптәше, егерме йыл буйы шул тәмлекәсте яратып ашай.
Бергә йәшәй башлағас, үҙе өйрәнгәнсә иртәнге ашҡа манный бутҡаһы бешерә Рәзилә. «Руслан бер ҡалаҡ ҡапты, икенсеһен... шунан ҡалағын һалып, тәрилкәһен ситкә этте. Оҡшаманы, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙе өндәшмәне былай. Артабан сыр, колбаса менән ул яратҡанса, «ҡаласа» бутерброд әҙерләй башланым. Әммә балалар тыуғас, уның да ҡарашы үҙгәрҙе, хәҙер иртән бутҡа ашау – беҙҙең ғаиләнең ғәҙәте», – ти хужабикә.
Ғөмүмән алғанда, аш-һыуға бик талымлы Руслан. Өҫтәлдең нәзәкәтле итеп биҙәлеүе, ризыҡтың төрлө соустар менән бирелеүе, көн һайын төрләндереп ашау мөһим ғаилә башлығы өсөн. Рәзилә лә һөйгәнен ҡыуандырырға әҙер – яңы рецептар өйрәнә, эксперименттарҙан ҡурҡмай, төрлө милләт ризыҡтарын бешереп ҡарай. Ауыҙҙа янып торған тоҙло-боросло том-ям, хачапури, сырлы аш булһынмы... Икмәкте лә үҙе һалырға тырыша, тоҡта бәшмәктәр ҙә үҫтерә. «Иптәшем гел минән, әсәйемдеке кеүек итеп ваҡ бәлеш бешер әле, тип һорай. Ҡәйнәмдең ваҡ бәлеше тел йоторлоҡ була ине, ул бөтә донъяһын онотоп әҙерләй, ҡамыры, эслеге – һәр нәмәһе тәмле килеп сыға», – тип бүлешә Рәзилә.
Ә үҙе улдарын нимә менән һыйлай? Батырхан – БДУ студенты, Баязит Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Пицца, былау, ҡоймаҡ, йыуаса, бишбармаҡ менән бергә төрлө милләт ризыҡтарына өйрәнгәндәр. Улар әсәһе әҙерләгән һәр тәмлекәсте маҡтап, хуплап ашай. Бына, мәҫәлән, ҡыҙыҡлы йәнһүрәтте ҡарағандан һуң рататуй тигән ашамлыҡты тәмләгеләре килә. Рецебын табып, бешерергә ҡарар итәләр. Әкиәттә ул ҡатмарлы ризыҡ кеүек күренһә, әҙерләй башлағас, уның артыҡ мәшәҡәтле булмауы ғәжәпләндерә. Йәшелсәләрҙән торған француз ризығы тәмле, файҙалы һәм аҙ калориялы булыуы менән отошло.
Хачапури
Ҡамырға 220 грамм он, ярты стакан ҡатыҡ, 70 грамм ҡаймаҡ, 40 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1/3 балғалаҡ тоҙ, эслеккә 250 грамм сулугуни сыры, 2 йомортҡа кәрәк була.
Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны оҙонса түңәрәк (овал) рәүешендә йәйәбеҙ. Ике яҡ ситенән урап, «кәмә»ләр эшләйбеҙ. Эсенә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 20 минут самаһы бешергәс, уртаһына йомортҡа һытабыҙ ҙа тағы бер нисә минут бешереп алабыҙ.
«Әлбиттә, үҙ йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тоторға, милли ризыҡтарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Әммә бөгөнгө интернет заманында өйөбөҙҙә генә бикләнеп ятыу дөрөҫ булмаҫ. Үҙебеҙ аяҡ та баҫмаған илдәрҙең ризыҡтарын өйрәнеп, бешереп ҡарау мөмкинлеге булғанда, файҙаланырға, яңылыҡтарға асыҡ булырға кәрәк. Тормош – ул һин бешергән ризыҡ кеүек. Тәмләп ҡарайһың да, нимәлер етмәй икән, үҙеңдән, йөрәгең ҡушыуы буйынса тәмләткестәр өҫтәйһең, матурлайһың. Шунан ябай ғына күренгән ризыҡ та тәмләнә, яңы аҙыҡты ауыҙ иткәс, донья ла йәмләнеп китә. Ошо тормош девизын яратам: тау артында бәхет бар... Төрлө мәлдәр була тормошта, ауыр саҡта үҙемде шул ваҡиғанан, күңел төшөнкөлөгөнән етәкләп алып сығам. Журнал уҡыусыларға теләгем: изгелек сәсеп, тормошоғоҙҙо үҙегеҙ йәмләп йәшәгеҙ», – ти Рәзилә.
Булат МАЛИКОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2023) һанында уҡығыҙ.