+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
4 Февраль 2023, 14:15

Гөлгөнәнең ҡунаҡ табыны

Тәмле ризыҡтар бешереп, ғаиләһен туҡландырып ҡына ҡалмай, интернет киңлегендә башҡалар менән серҙәрен бүлешкән, өйрәткән, дәртләндергән гүзәл заттарыбыҙҙың береһе ул – Гөлгөнә БАЙЙЕГЕТОВА.

Гөлгөнәнең  ҡунаҡ табыны
Гөлгөнәнең ҡунаҡ табыны

Һөнәре буйынса ашнаҡсы ла, кондитер ҙа түгел ул. Ун һигеҙ генә йәшендә төҙөлөш краны машинисы булып эшкә төшә. Мәктәптә яҡшы уҡыған ҡыҙҙы барыһы ла, башҡорт теле уҡытыусыһы булыр, тип көтә. Һүрәт төшөрөргә маһир һылыу Өфө сәнғәт училищеһының ишек төбөнә еткәс, инмәй кире боролоп, Иҫке Сибайына ҡайтып китә. Ауылдағы ауырыу әсәһен ҡалдыра алмаҫын аңлай. Ете баланың иң кесеһе булараҡ, гел ҡәҙерлеһе янында була ул. Бындай хәлдә йәһәт кенә белем алып, тиҙ генә эшләй башлауҙан да яҡшыһы булмаҫ, тигән ҡарарға килә. Ярты йылда крансы һөнәрен үҙләштереп, Сибай тимер-бетон заводы ябылғансы эшләй. Шунан кейем-һалым һатыу менән дә шөғөлләнә.
«Ун йыл элек интернетта, социаль селтәрҙәрҙә башҡортса яҙыусылар күп түгел ине бит. Минең иһә тап туған телемдә яҙышҡым килде. Сәхифәмдә уйҙарым менән уртаҡлаштым, иҫтәлектәр менән бүлештем, тормош хәлдәрен теркәнем. Ара-тирә, тәмле генә ризыҡ бешерһәм, уны ла фотоға төшөрөп ҡуйҙым. Тәмлекәстәрҙе көн һайын әҙерләйһең бит инде, уларҙы матур итеп биҙәргә лә яратам. Виртуаль дуҫтарым нисек бешерелеүе хаҡында ҡыҙыҡһына – мин яуап бирәм. Шунан һорау биргәндәрен көтмәй рецептар яҙа башланым. Үҙем дә һиҙмәҫтән дуҫтарым артты. Шулай «популяр блогерҙар» иҫәбенә инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын», – тип һөйләй Гөлгөнә. «Заказға бешерәһеңме?» – тигән һорауға башта яуабы бер була: «Юҡ!» Тик бер апай унан көсләп тигәндәй биш бәлеш бешертеп ала. Өлкән кешегә ҡаршы төшә алманымы, ярҙам иткеһе килдеме? Хаҡын да белмәй. Апай ҡулына аҡса тотторғас, уңайһыҙлана, үҙенә урын таба алмай. Тиҙҙән тағы икенсе ҡатын мөрәжәғәт итә. «Ҡунаҡта бәлешеңде татып ҡарарға насип булды, бик оҡшаны, миңә лә бешереп бир әле, зинһар», – тип үтенеүселәр һаны арта. Туй-никах табынын, юбилей өҫтәлен, аят аштарын, башҡа сараларҙы Гөлгөнә бешергән бауырһаҡ, сәк-сәк, бәлештәр йышыраҡ биҙәй бара. Бәлештәрҙең эслектәрен төрләндерә, күп рецептарҙы үҙе уйлап сығара. Ҡамыр аштары ғына түгел, тултырылған тауыҡ, балыҡ, урама, ҡабымлыҡтар әҙерләүгә лә әүәҫләнә. Һәр хеҙмәттең үҙ хаҡы булырға тейешлеген дә аңлай ул хәҙер. Оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора, аш-һыу серҙәре менән бүлешә. Тәжрибә туплауын дауам итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенән өлгө алғанын яҙыуҙары, һоҡланыуҙары, фекерен уртаҡлашыуҙары күңелен күтәрә, дәртләндерә.
«Бер нәмәне лә алдан бешереп ҡатырып йә туңдырып ҡуймайым, үҙемә ни тиклем мәшәҡәт тыуҙырһам да, мөмкин тиклем һуңғы ваҡытҡа ҡалдырам: төш йә кис алырға тейештәр икән – иртә менән башлайым, таң менән килергә булһалар – кистән йәки төнөн әҙерләп ҡуям. Бөтә нәмәнең дә яңы бешерелгән, йомшаҡ ҡына булыуын теләйем – тәғәмдәремдең халыҡта яратыу яулауының да бер сере шунда», – ти оҫта ҡуллы ҡатын.
Бешереп бер кинәнес алһа, фотоға төшөрөү – тағы йыуаныс. Һүрәт төшөрөүгә, сәнғәткә булған һөйөүе, ижади асылы ошонда үҫеш ала ла инде. Баҡса эшенә, гөл-сәскәләр үҫтереүгә лә ваҡыт бүлергә тырыша. Был шөғөлөм дә күңелгә рәхәтлек һәм тыныслыҡ килтерә, ти ул. Ғаиләһенең хуплап тороуы дәрт өҫтәй. Марс, Замир улдары, тормош иптәше Венер – тәүге тәмләп ҡараусылары. Ағастан, тимерҙән йорт йыһазы, семәрләп ҡапҡалар яһарға яратҡан (һөнәре буйынса – экскаваторсы) хәләле үҙе лә матурлыҡҡа битараф түгел. Гөлгөнәнең бешергән ризыҡтарына һаман һоҡлана, ижади һәләтенә аптырай ул, эшләп йөрөгәнендә эргәһенә килеп арҡаһынан һөйөп тә китә.
Күңелеңә тыныслыҡ биргән, кинәнес уятҡан шөғөлгә ни етә?! Кешеләргә файҙа килтергәнеңде белеү ҙә йөрәкте йылыта. Артабан да ҡыҙыҡлы рецептарығыҙҙы көтәбеҙ.

Шоколадлы тәмлекәс
Ярты литр сөсө ойотҡан (ойоған һөт, кефир), 200 грамм (1 стакан) он, 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 ҡалаҡ какао онтағы, 10 грамм ҡамыр күперткес йәки 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк. Крем өсөн самалап аҡ май менән какао онтағы йәки шоколад алабыҙ.
Ҡамыр өсөн ингредиенттарҙың бөтәһен дә бергә ҡушып болғайбыҙ ҙа, майлы табаға ҡойоп, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 30-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Әҙерлеген ағас сыбыҡ менән сәнсеп тикшереп ҡарайбыҙ.
Мейестән сыҡҡан бисквит өҫтөнә крем эшләп ҡоябыҙ. Аҡ майға какао онтағын ҡушып болғатабыҙ (йәки шоколадты иретәбеҙ). Иретелгән массаны бисквит өҫтөнә ҡойоп тигеҙләйбеҙ. Һыуынғас ҡына киҫергә мөмкин.

Нәзәкәтле турама
Ярты килограмм ыҫланған (йәки ҡыҙҙырылған) тауыҡ ите, 4 йомортҡа, 150 грамм сыр, 2 ҡалаҡ әстерхан сәтләүеге (башҡа төрлө лә ярай), йөҙөм емеше, шәфәри (петрушка) үләне, майонез кәрәк.
Барлыҡ ризыҡтарҙы икегә бүлеп, ҡабатлап һалыу отошло. Һәр ҡат араһына майонез яғабыҙ.
Тәүге ҡат – ваҡ шаҡмаҡлап туралған тауыҡ ите. Артабан ваҡланған йомортҡа, ҡырғыстан үткәрелгән сәтләүек килә. Ваҡ ҡырғыс аша үткән сырҙан һуң тағы ошо тәртиптә ҡабатлайбыҙ. Шунан йөҙөм емешен уртаға бүлеп, төшөн алабыҙ ҙа тураманың өҫтөнә теҙәбеҙ (уртанан башлау уңайлы). Ситтәрен тәмләткес үлән менән биҙәйбеҙ. Тураманы бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

 

Гөлгөнә БАЙЙЕГЕТОВА фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: