+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Декабрь 2022, 14:35

Милли ризыҡ бәрәкәте

Өмөткә сорналған, мөғжизәләргә күмелгән, күңелдәрҙе елкендергән Яңы йыл! Кемдер йыл башланыуын бары календарҙағы һандар алмашыныуы итеп ҡабул итә, бәғзеләр бала саҡтағылай тылсым көтә. Шыршы, мандарин еҫе, меңәрләгән уттар емелдәүе... Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора... Бөгөн беҙ – күренекле яҙыусы, танылған блогер, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАның яҡты фатирында ҡунаҡта. Байрам табынына милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләп күрһәтте ул.

Милли ризыҡ бәрәкәте
Милли ризыҡ бәрәкәте

«Өйрәк һуйғас, байрамдарҙа ҡуллама (ҡулһалма тип тә йөрөтәбеҙ) бешерә торғайныҡ. Әсәйемдең тыуған яғы – Силәбе өлкәһе Арғаяш районында тап ошолай әҙерләйҙәр һалманы. Өйрәк итенең тоҙлоғо бик майлы, шулай ҙа, был ризыҡты ашағанда битең ялтырап ултырһа ла, һарымһаҡ ҡушҡас, ул ашауға ауыр түгел», – ти Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы.

Ҡуллама
1 өйрәк ите, йомортҡа, он, һарымһаҡ, тоҙ, һыу кәрәк.
Өйрәкте бөтөн килеш 1 сәғәт 10 минут ҡайнатабыҙ. Һурпаның тоҙлоғон алып торабыҙ. Шунан өйрәкте алып мейескә ҡуябыҙ һәм ҡыҙарып әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Йомортҡа менән генә ҡамыр баҫып, ғәҙәти һалманан саҡ ҡына ҡалыныраҡ итеп йәйәбеҙ. Шунан ус аяһындай ҙурлыҡта шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ ҙа һурпала йөҙҙөрөп кенә бешереп алабыҙ.
Ҡулһалманы тәрилкәгә ҡатлам-ҡатлам итеп һалабыҙ, араһына һарым­һаҡ иҙеп һалынған тоҙлоҡто ҡоя барабыҙ. Йылы килеш ит менән табынға бирәбеҙ.

Яңы йыл байрамы күмәкләп билмән бөргән, уларҙың эсенә бәхет, муллыҡ теләп ҡамыр, аҡса һалған, гөрләшеп концерт күрһәткән мәлдәр булып хәтергә уйылған. Әсәһе мандолинала уйнай. Түбәгә тейеп торған шыршы йәки ҡарағай ултыртыла. Хәбир ағаһы Ҡыш бабай булып кейенә, гәзиттән тегелгән тоҡсайҙарға тултырып күстәнәстәр өләшелә...
Бөрйән районы Яңы Усман ауылында үтә яҙыусының бала сағы. Әсәһе Аэлита Йәләлетдин ҡыҙы – фельдшер-акушер, атаһы Сәйғәфәр Һиҙиәт улы тракторсы булып эшләй, йылҡы ла көтә. Туғыҙ бала (етеһе – малай) араһында бишенсе булып донъяға килгән Миләүшә бәләкәс кенә сағын сәңгелдәк бәүетеп ултыра икән тип иҫләй. Кер йыуышһынмы, икмәк һалһынмы, бала ҡарашһынмы, өс һыйырҙы һауыш­һынмы... Бер эшһеҙ генә уйнап йөрөгәне булдымы икән – хәтерләмәй ҙә. Буш ултырһам, әле лә үҙемде бер эш боҙған кеүек хис итәм, ял итә белмәйем, ти ул.

Буҙа
800 грамм һоло яҫмығы, 9 литр һыу, 100 грамм аҡ май, 2 стакан шәкәр, 1 стакан буҙа ойотмосо (элекке буҙа, ул булмаһа, ҡымыҙ ҙа ярай) кәрәк.
Һоло яҫмығын блендерҙа иҙәбеҙ ҙә һалҡын һыуға һалып болғатабыҙ һәм утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут бешерәбеҙ. Был саҡта, төбөнә йәбешмәһен өсөн, даими бутап торабыҙ. Эре иләк аша һөҙәбеҙ. Йылымыс хәлгә килгәс, аҡ майҙы иретеп ҡоябыҙ, шәкәр ҡушабыҙ. Буҙа ойотмосо өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатып, көпләп ултыртабыҙ.
Бер тәүлектән «терелеп киткән» буҙаны ваҡ иләк аша үткәрәбеҙ. Тағы бер тәүлектән күпереп торған тәмле һәм шифалы буҙа әҙер. Уны балаларға ла тәҡдим итергә була. 3-4 көнлөгөн ололар яратып эсә. 5-6 көн торһа, мәжлес буҙаһы була.

Байрамдарҙы ғаилә менән бергә үткәрәләр. Ике ҡыҙы – ике таянысы. Лилиә күп функциялы үҙәктә эшләй, инде үҙе ғаиләле, әле бәпес менән декрет ялында ултыра. Әлиә медицина университетының бишенсе курсында белем ала. «Гүзәл заттарҙан кемдер, карьера эшләй алманым балалар менән, тип зарлана икән, борсолма – ваҡытың һис бушҡа үтмәгән, юғал­маған, тип яуап бирәм. Балаға ғаиләнең бөтә ыңғай яҡтарын бирергә, һеңде­рергә тейешһең. Ҡатын-ҡыҙ – өйҙөң йәме», – ти Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы. Күптән түгел генә өләсәй булыу шатлығын кисерҙе ул. Ҡыҙының иң яуаплы мәлендә әсәһенең янында булыуын һорауы, «бары һиңә генә ышанам» тиеүендә күпме мәғәнә ята!..
Миләүшә Ҡаһарманова интернет киңлегендә лә әүҙем эшләй. Ябай ғына «ҡатын-ҡыҙҙар темаһын» да ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеп тасуирлай, киҫкен мәсьәләләргә лә ҡыйыу рәүештә ҡарашын белдерә ул, яҙмалары һис кемде битараф ҡалдырмай, йөрәккә үтеп инә. Киләсәктә лә уҡымлы әҫәрҙәр, тос фекерҙәр көтөп ҡалабыҙ һинән, замандаш!

Булат МАЛИКОВ фотолары.

Милли ризыҡ бәрәкәте
Милли ризыҡ бәрәкәте
Милли ризыҡ бәрәкәте
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: