+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Декабрь 2022, 11:15

Тәүәккәллек – ярты бәхет

Бөгөн беҙ Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәгән ижади йәш ғаиләгә – Зөлхизә менән Фаил АБДУЛЛИНДАРға йүнәлдек. Зөлхизә – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, ә Фаил – Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә бейеүсе.

Тәүәккәллек – ярты бәхет
Тәүәккәллек – ярты бәхет

«Тәмле ашарға ла, бешерергә лә яратабыҙ. Бына аш-һыу бүлмәбеҙҙе йыһазландырып ебәрҙек, хәҙер унан сыҡҡы ла килмәй», – ти Зөлхизә балыҡ әҙерләгән арала.

Ауылса балыҡ
1 бағыр балығына яҡынса ярты килограмм картуф, 250 грамм аҡ бәшмәк (шампиньон), тәмләткестәр, тоҙ, үҫемлек майы, йәшел үләндәр кәрәк.
Бағыр (форель) балығын таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә ике яғына тоҙ, тәмләткестәр һибеп ышҡыйбыҙ. Икенсе төрлө балыҡ булһа, маринадларға мөмкин. Гриль табаһына ҡыҙыу майға һалып, ике яҡтан ҡыҙҙырабыҙ.
Картуфты махсус щетка менән ныҡлап йыуабыҙ (бындай щетка булмаһа, һауыт-һаба йыуа торған губка ҡулланырға мөмкин). Шунан тигеҙ өлөштәргә турайбыҙ. Тәменсә тоҙ, тәмләткестәр (беҙ борос, прованс үләндәре, төҫө матур булһын өсөн куркума алдыҡ), бер нисә ҡалаҡ үҫемлек майы һалып бутайбыҙ ҙа майлы табала ҡурабыҙ.
Аҡ бәшмәкте турайбыҙ ҙа шулай уҡ ҡыҙыу майға һалып ҡыҙҙырабыҙ, тоҙ һибәбеҙ.
Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп бирәбеҙ.

«Ҡыҙыл балыҡ тип иҫем китә. Бер Төркиәлә сәйәхәт иткәндә тау йылғаһы буйлап кәмәлә төштөк. Ҡапыл яңылыш йығылып һыуға төштөм дә киттем. Ҡараһам, эргәмдә генә туп-тулы бағырҙар йөҙөп йөрөй, ҡурҡмайҙар ҙа, эргәмә үк киләләр. Ә минең тәнем көтөлмәгәнлектән эҫеле-һыуыҡлы булып китте», – тип көлөп иҫкә ала Зөлхизә. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, тура килгән бит тормош иптәше лә: Фаилдың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – балыҡ тотоу. Тыуған Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы Ағиҙел буйында урынлашҡан, шунда бәләкәстән ҡармаҡ тотоп өйрәнгән ул. Әле лә был ғәҙәтенә тоғро, етмәһә, алып ҡайтҡан балығын да үҙе таҙарта. «Салауат Юлаев»тың әүҙем көйәрмәне, аренала дуҫтары менән башҡорт кейемендә, ҡамсат бүрек кейеп ултырған егеттәрҙең береһе лә ул.
Зөлхизә Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында тыуа, ике йәшенән Сибайҙа йәшәй. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын табип итеп күрергә теләй. Зөлхизәнең иһә хыялдары – башҡала, сәхнә әйҙәй уны. Яҡындарына әйтеп тормай ғына документтарын Өфө дәүләт сәнғәт академияһына илтеп бирә. Бейеүсе булырға теләй ул, тик бында бары дүрт кешене генә алалар, ә Зөлхизә имтихан һөҙөмтәләре буйынса бишенсе булып тора. Шунан театр бүлегенә китә. Бында ниндәй һынауҙар тоторға икәнен дә белмәй үҙе. Сәнғәт мәктәбендә уҡыуы, бейергә яратыуы, төрлө бәйге-сараларҙан ҡалмай ҡатнашыуы, тәүәккәл холҡо ярҙам итә. Имтиханға ярты сәғәт ҡала Крыловтың мәҫәлен ятлай, ҡалған һорауҙарға яуап бирер өсөн, үҙе әйтмешләй, «элекке белемен файҙалана». Бәләкәстән «Орсоҡ», «Сквозняк» тигән ҡушаматтар юҡҡа ғына тағылмағандыр инде уға.
Дүртенсе курста белем алғанда филармонияға нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшкә төшә. Ә уҡып бөткәс, Стәрлетамаҡ башҡорт театрына китә. Бында оҙаҡ эшләргә була теләге. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә: Фаил менән танышып, кейәүгә сыға һәм бер нисә айҙан Өфөгә күсә.
Атаһы Фәрит Сәлимйән улы ла, әсәһе Вәзирә Абрар ҡыҙы ла – иҡтисадсы. Бөгөн уңған эшҡыуарҙарҙың үҙ оптика салондары селтәре бар. Эштең нескәлектәренә яҡшылап төшөнөр өсөн Вәзирә апай медицина-техник колледжға уҡырға инә. Оло улдары Ғәҙел дә ошо юлды һайлаған, Санкт-Петербургта белем алып, әле Өфөлә оптика оҫтаһы булып эшләй. Бәләкәстәре Кинйәгә – 14 йәш.
«Әсәйемдән дә тәмлерәк бешергән кешене белмәйем, – ти Зөлхизә. – Мантылары ауыҙҙа иреп тора. Серен һораһаң: «Кешеһенә ҡарап тәмле бешә ул», – ти ҙә ҡуя. Сөсө икмәк, «Ҡыр­мыҫҡа ояһы» торты ла телеңде йоторлоҡ була». Үҙенең дә ҡулы татлы Зөлхизәнең. Әсәһенең ниҙер өйрәтеп ултырғанын хәтерләмәй, бары биш­бармаҡ бешереү серҙәрен һөйләгәне генә иҫендә. Ҡустыһы донъяға килгәс, өйҙә төп ярҙамсы була. Бәпес тә ҡараша, өйҙө лә таҙалаша, аш та бешерешә, әсәһенә эшендә лә ярҙамлаша. Шуға ла өй эштәрен белеп үҫә. «Бешеренергә ярата кәләшем, мине лә шулай ҡаратып алды ул. Килеүемә билмән бөгөп, балыҡ ҡыҙҙырып ҡуя, телеңде йоторлоҡ», – тип шаян йылмая Фаил. Бейеүсе һөнәре күп көс талап итә, шуға ла иртән мотлаҡ ашап китә. Кәләше иренмәй, ҡайтыуына ла әҙерләп ҡуя. Ҡул эштәре менән дә мауыға, бигерәк тә башҡорт биҙәүестәре яһау оҡшай.
Ишембай яҡыныраҡ булғас, унда йышыраҡ ҡайталар. Фаилдың әсәһе Гөлфирә Рәшит ҡыҙы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, машина төҙөү заводында крансы булып эшләй. Атаһы Фәнил Шәһиҙулла улы – ғүмере буйы руль артында. Бәләкәй сағында Фаил, атаһы колхоз ҡырҙарын иңләгәндә лә, юл таҙартҡанда ла машинаға ултырып йөрөргә ярата.
«Ҡәйнәм бер саҡ: «Килен, шарлотка бешерәһеңме әллә бөгөн?» – тип эшенә сығып китте. Ҡәйнә ҡушҡас, тыңламай булмай бит инде. Баҡсала ике алмағастың емештәре бешеп, ҡойолоп ултыра, ә мин нишләптер шуларҙы сығып йыйманым, ә ҡәйнәм менән бергә ҡышҡылыҡҡа тип әрсеп-турап туңдырғысҡа әҙерләп ҡуйыл­ғанын алдым да бешерҙем. Кисен сәй эсергә ултырғас, ҡәйнәм: «Бәлеш бик тәмле булған, емештәрҙе ҡайһы алма­ғастан йыйҙың?» – тип һорай. Мин, туңдырғыстан алдым, тигәс, көлөп ебәрҙе. Үҙемә оҡшап, дөрөҫөн әйтеп тора бит әле, ти. Баҡһаң, ул тап ҡойолоп ултырған алмалар әрәм булмаһын өсөн бәлеш бешерергә ҡушҡан икән», – тип ғаилә ҡыҙыҡтары менән бүлешә йәш килен.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: