+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
5 Ноябрь 2022, 11:35

«Крәҫтиән ашы»

1 тауыҡтың түш ите, 4 картуф, ярты кишер, 7 эре булмаған аҡ бәшмәк, ярты баш һуған, тәменсә тоҙ, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.

«Крәҫтиән ашы»
«Крәҫтиән ашы»

Тауыҡ итен турайбыҙ. Йәшелсәләрҙе лә йыуып, әрсеп киҫәбеҙ. Барыһын бергә көршәккә һалып, һыу ҡойоп, мейескә ҡуябыҙ. 40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: