-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Октябрь 2022, 12:35

Тыуған тупраҡ көсө

Саҡ ҡына ваҡыты булһа, тыуған яғына атыла ул. Киләсәктә ауылына ҡайтып йәшәргә хыяллана. Атайсалым ниндәйҙер бер күренмәгән ептәр аша тартып, саҡырып тора, ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.

Тыуған тупраҡ көсө
Тыуған тупраҡ көсө

Ғаиләлә туғыҙ бала үҫәләр. Урындыҡҡа шаршау тартып, сәхнә яһап, концерт-тама­шалар күрһәтеп кинәнәләр. Бала саҡтағы хыялдарына тоғро ҡалып, Сулпан игеҙәк һеңлеһе Венера менән сәнғәт институтына юллана. Диплом алғас, Сибай театрына баралар һәм илһамланып ижад донъяһына су­малар. «Рәмзилә Әҙелшина, Әнүәр Ғәтиәтуллин, Ҡәйүм Хөсәйенов, Марат Йәмилев, Мулланур Ниғмәтуллин, Хәмзә Ҡурсаев кеүек иҫ киткес ар­тистар менән эшләргә тура килде. Оло ағай-апайҙарҙан күп һабаҡтар алдым мин, һөнәребеҙҙең нескәлектәренә генә түгел, тотош донъяның серҙәренә төшөндөк. Тормошто яратып йәшәүҙәре менән үрнәк булдылар... Бер саҡ шулай Арғаяш яғынан гастролдән ҡайтып киләбеҙ. Кеҫәләр буш. Мулланур ағай булған аҡсаһына балыҡ консерваһы алған да автобуста ҡалаҡ менән һәр кемебеҙгә өләшеп һыйлап йөрөй. Ошо күренеш үҙе генә коллективыбыҙҙағы бер-беребеҙгә булған туғандарса мөнәсәбәтте күрһәтә түгелме?» – тип хәтирәләргә бирелә актриса.
Тик тормош һикәлтәһеҙ генә бармай. Ун ете йыл эшләгәндән һуң Сулпан Әбдрәхимова театрҙан китә, быға үҙенең сәбәптәре була. Эштән ҡурҡмай: ер ҙә һеперә, төҙөлөштә лә йөрөй. Әммә бер мәл ул үҙенең сәхнәһеҙ йәшәй алмағанын аңлай һәм кире ҡайта. Бер аҙҙан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына күсә. Бөгөн бында баш ҡала тамашасыһы өсөн хеҙмәт итә.
Сулпан Әбдрәхимова беҙгә «Һеңлекәш» фильмындағы өләсәй роле аша ла таныш. Тәбиғи һәм тормошсан итеп уйнауына, ике ейәнсәргә өләсәй булыуы ла ярҙам иткәндер. Өлкән ҡыҙы Гүзәл – Мәскәүҙә, һөнәре буйынса биолог-химик, ғилми хеҙмәткәр ул. Ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерә. Улы Динислам музыкаға мөкиббән, үҙен киләсәктә лә ошо йүнәлештә күрә. Ҡыҙы Айым – 8-се синыф уҡыусыһы, балет менән шөғөлләнә, классик бейеүҙәрҙе үҙ итә. Әсәһе менән төрлө тәмлекәстәр бешерергә лә ярата.
Ә Сулпан апайҙың үҙенең «бала саҡ тәме» ниндәй? Мәктәптән асығып ҡайтып килгәндә уны өйҙә тәмле майикмәктәр ҡаршы ала. «Үҙемсә тырышып ҡына бешерәм майикмәкте, әммә балаларым, өләсәйҙеке тәмлерәк ине, ти ҙә ҡуя», – тип бүлешә актриса.
Аш-һыуға оҫта була шул әсәһе. Сәсеү етәме, ураҡмы, бесәнме – колхозсылар килә, «Гөлшат апай, зинһар, сыҡ инде аш бешерергә», тип инәләләр. Таң менән китә әсәләре, эшселәр килеүгә табын әҙер булырға тейеш бит. Уңғанлыҡ ҡына түгел, етеҙлек тә, сослоҡ та, тәүәккәллек тә кәрәк бында. Ҡайһы саҡта аш бешерергә вермишель килеп етмәй. Гөлшат инәй үҙе өйөнән онон-йомортҡаһын, туҡмас таяғы менән таҡтаһын һалып ала, яланда күп итеп йәймә йәйеп, үләнгә теҙеп һала, эшселәрҙе һалма ҡырҡып һыйлай. Мул ҡуллы була ул, күпме бирһәң – шунса килә, тип ҡабатларға ярата. Ҡәйнәһенең, ҡулың алғыс булмаһын, биргес булһын, тигән васыятына ғүмере буйы тоғро ҡала. «Ауылда тәүгеләрҙән булып телевизор алдыҡ. Уны ҡарарға балалар йыйыла торғайны. Әсәйем ҡурмас ҡурып тарата ине барыбыҙға», – тип һөйләй артистка. Бройлер тауыҡты ла ауылда иң беренселәрҙән булып Гөлшат инәй ала. 300 баш себеш урам тултырып йөрөй. 20 литрлыҡ һауытҡа тултырып баҙарға еләк-емеш алып китһә, автобуста уҡ һатып бөтә.
«Егерме йәшлек йылҡы һуйҙыҡ бер ваҡыт. Ите ҡаты, оҙаҡ бешә. Әсәйем мейескә ут яға, күмергә ҡалғас, ҙур сөгөнгә ит, арпа ярмаһы, һуған һалып бешерергә ҡуя. Төнө буйы ултырғандан һуң иртән ғәләмәт тәмле аш килеп сыға. Замана мультибешергесе булған инде», – быныһы ла бала саҡ хәтирәләренән.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

 

Сырлы бәлеш
200 грамм он, шәкәр (ҡамырға – 50, эслеккә 70 грамм), 4 йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 500 грамм маскарпоне сыры, 1 лимон ҡабын, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес кәрәк.
Онға шәкәр, лимон ҡабығы һалып, һалҡын майҙы киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә ыуабыҙ. Майлы валсыҡтар янына 1 йомортҡа һытабыҙ һәм йәһәт кенә ҡамыр баҫабыҙ. Шыптырға һалып, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Маскар­понены шәкәр, 3 йомортҡа менән туғыйбыҙ.
Ҡамырҙы өҫтөнә лә, аҫтына ла пергамент һалып йәйәбеҙ. Сәнске менән бер нисә урындан тишәбеҙ ҙә табаға урынлаштырабыҙ. Эслеген һалабыҙ, өҫтөн сәтләүектәр менән биҙәйбеҙ (төрлө еләк-емеш һалһаң да бик тәмле була). 180 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәттән эҫелекте 150 градусҡа тиклем төшөрәбеҙ ҙә әҙер булғансы бешерәбеҙ. Һыуынғас ҡына теләбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Тыуған тупраҡ көсө
Тыуған тупраҡ көсө
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: