-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
18 Октябрь 2022, 11:55

«Кәбеҫтәкәй» ашы

Ярты кг кәбеҫтәгә 1 кг ит, 150 г тары ярмаһы, 4 картуф, 2 баш һуған, 1 кишер, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 лавр япрағы, 3 л һыу, 1 бөртөк хуш еҫле борос, 2 бөртөк ҡара борос, тәменсә тоҙ, төйөлгән ҡара борос кәрәк.

«Кәбеҫтәкәй» ашы
«Кәбеҫтәкәй» ашы

Ит янына кишер, 1 һуған һалып бешереп алабыҙ. Һурпаны һөҙәбеҙ. Ҡайнап торған һурпаға картуф, тары ярмаһын һалабыҙ. 10 минуттан нәҙек кенә итеп туралған кәбеҫтә өҫтәйбеҙ. Лавр япрағы, бөртөклө боростарҙы һалып, 15 минут ҡайна­табыҙ. Һуғанды ваҡ итеп турап, табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ашҡа ҡушабыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: