+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Октябрь 2022, 10:45

Их, ҡорот , ҡорот , ҡорот, Ашҡа шәп килеп тороп !

Их, ҡорот , ҡорот , ҡорот Ашҡа шәп килеп тороп ! Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Гөлнур Шаймарҙанова ҡорот эшләү серҙәре менән бүлешә

Их, ҡорот , ҡорот , ҡорот, Ашҡа шәп килеп тороп !
Их, ҡорот , ҡорот , ҡорот, Ашҡа шәп килеп тороп !

Айыртылған һөттө ҡайнатып ҡатыҡ ойоторға. Сама менән алғанда, 12-15 литр һөткә 0.5 л ҡатыҡ һалып ойоторға мөмкин.  Ҡорот әсе булһын тиһәгеҙ, әсе ҡатыҡ менән ойоторға кәрәк, 2-3 көн ултыртып тағы ла әсетә бирһәң дә була. Сөсө ҡорот өсөн ойотҡо ҡатыҡ та сөсө булырға тейеш, уны оҙаҡ ултыртмаһаң да була. Ҡатыҡты талғын ғына утта ҡайнатырға һәм болғап торорға кәрәк. Оҙағыраҡ ҡайнатһаң, ҡорот һарғылт төҫтә була. Ҡайнатып эшләнгән ҡорот боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана, уны киптерергә уңай. Ҡатыҡты ҡайнап утын һүндергәс тә һарҡытырға ярамай, ә һыуына биргәс, ҡорото төбөнән айырылғас ҡына һарҡытырға кәрәк. (ойотҡоно һалғанда ла йылы ғына һөткә һалыу мотлаҡ, эҫе булмаһын).

Ҡорот һарҡытыр өсөн вафельный таҫтамалдан тегелгән тоҡ бик уңайлы. Ҡоротто ике көн һарҡытыу кәрәк). Ҡороттарығыҙ тәмле, һурпаларығыҙ татлы булһын!

Автор:
Читайте нас: