+9 °С
Ясно
Тәмлекәс
13 Октября 2022, 11:04

Итле "оялар"

  Ҡырмыҫҡалы районы Күлдәр ауылынан Римма Сөләймәнованан тәмлекәс   Тефтели  800 гр уртаса ҙурлыҡтағы  4 кишер эре генә 2 баш һуған 3 тырнаҡ һарымһаҡ 3 аш ҡалағы он 3 аш  ҡалағы томат соусы  ярты сынаяҡ  һыуыҡ  һыу  Әҙер “оя” (гнездо) туҡмасы Тәменсә тоҙ, борос    Иң тәүҙә кишер, һуған һәм һарымһаҡты майҙа ҡыҙҙырырға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Итле "оялар"Итле "оялар"
Итле "оялар"

Итле йомарлаҡтарҙы һалып, ярты сынаяҡ һыуыҡ һыу ҡойоп, 15 минут быҡтырырға. Өҫтөнә тағы кишер, һуған, һарымһаҡтан торған ҡатнашманы һалып, 3-4 минуттай талғын утта тоторға.  1 стакан  һыуға  томат соусы, он  болғап, табаға ҡойоп, тағы ла  2-3 минут бешерергә.  “Оя”  туҡмастарҙы   теҙеп, өҫтөнә тефтели, һуңынан ҡалған массаны һалып,  мейескә ултыртырға, ҡайнап сыҡҡас, 5-6 минут ҡына тотоп утты һүндерергә.  Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас