+10 °С
Ясно
Тәмлекәс
13 Октября 2022, 10:43

Аджика эсендәге баклажан

1,5 килограмм баклажан, 1,5 килограмм помидор, ярты килограмм татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, 1 стакан шәкәр, 50 грамм тоҙ, 50 грамм 6 процентлы аш һеркәһе, ярты стакан үҫемлек майы кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аджика эсендәге  баклажанАджика эсендәге  баклажан
Аджика эсендәге баклажан

Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто, һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.


Баклажанды түңә­рәкләп ҡырҡабыҙ ҙа ҡайнап торған иҙелмәгә һала­быҙ. Көслө булмаған утта 20 минут ҡайна­табыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән бан­каға тултырып, яҡшы­лап ҡаплап ҡуябыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас