+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
10 Октябрь 2022, 10:52

Баландан джем

Иң тәмле джем, төҫө лә ҡыҙыл ғына килеп сыға, еңел генә эшләнә.

Баландан джем
Баландан джем



Иң тәмле джем, төҫө лә ҡыҙыл ғына килеп сыға, еңел генә эшләнә. Баланды тирәһең дә, йыуып ун минут тирәһе быҡтырырға ҡуяһың, артабан эҫе көйөнсә иләк аша үткәрәһең, үткәреп бөткәс киренән утҡа ҡуяһың, тик ҡайнатып еткермәйһең. Бер кило баланга кило ярым шәкәр һалып утын һүндерәһең дә шәкәре ирегәнсе болғайһың. Банкаларга һалып асыҡ көйөнсә бер тәүлек тотаһың, шунан һыуыҡҡа оҙатаһың. Йылдар буйына ҡулланған рецепт, кем балан ярата, шулар өсөн!  (Гөлгөнә Баййегетова рецебы)

Автор:
Читайте нас в