+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
25 Сентябрь 2022, 11:15

Ғаилә йылыһы

Их, ҡорот, ҡорот, ҡорот,Ашҡа шәп килеп тороп!Була ҡыҙыл, була аҡ –Оҡшағанын һайлап ҡап.Иҫ киткес файҙалы милли ризығыбыҙға арналған йырҙы кем башҡара? Әлбиттә, ҡороттоң ҡәҙерен белгән кеше генә! «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡурайсыһы, халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге төрлө бәйгеләр лауреаты, моңло тауышлы йырсы Юнир ҺАҒЫНБАЕВтың ғаиләһе ниндәй тәмлекәстәрҙе үҙ итә?

Ғаилә йылыһы
Ғаилә йылыһы

Ҡаланан ситтә, Нуғай ҡасабаһында йәшәгән ғаилә иртә менән өйөнән сығып китә лә кис кенә ҡайтып инә. «Сит-ят тәғәмдәргә иҫебеҙ китмәй, көс-дәрт өҫтәгән, туҡлыҡлы үҙ милли ризыҡтарыбыҙға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бишбармаҡҡа, бәлешкә, майикмәккә, ҡорот менән эремсеккә етәме ни! Картуфты ла яратабыҙ», – ти улар. Әлбиттә, аш-һыу бүлмәһендә даими ура­лыусы – гүзәл зат. Буш ваҡыты булғанда кәләшенә ял бирергә тырыша Юнир. Ризыҡ әҙерләргә ярата ул, байрамдарҙа ғаиләһен, туғандарын һәм дуҫтарын былау менән һыйлай. Ир-егет бешеренгәндә фәрештәләр ҡанат елпеп тора, тигәндәй, ифрат тәмле килеп сыға, һәммәһе лә ҡәнәғәт ҡала.
Кәләше Эльвира Дим биҫтәһендәге 103-сө мәктәптә башҡорт теленән белем бирә. Таланттарға бай булыуы менән билдәле Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуып үҫкән егет Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы менән туй мәжлесендә таныша. Башҡорт милли кейемендә ҡунаҡтарҙы ҡаршылап торған һомғол һылыуҡайға тәү күреүҙә ғашиҡ була. Ихласлығы, төрлө хәлдәргә юмор менән ҡарай белеүе әсир итә. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һоҡланып йәшәгәнгә ун йыл да тулып уҙған.
Мөхәббәт емештәре булып ике улдары үҫеп килә. Байрас Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 2-се класта уҡый. Алты йәшлек Ғайсарҙың да киләһе йылда мәктәпкә барырға ашҡынып йөрөүе. Көндәре эш, уҡыу менән үтһә, кистәрен бергәләп футбол уйнайҙар. Малайҙар менән утын да бысалар, баҡсала кишерен, кәбеҫтәһен, һуғанын, алмаһын да үҫтерәләр. Балаларҙың ҡулдарын эшкә өйрәтергә, күңелдәренә мөмкин тиклем йылылыҡ, наҙ һалып ҡалырға тырышалар.
Атайлы бала – арҡалы. Ғәзиздәре шуны тойоп үҫһен өсөн барыһын да эшләргә әҙер ғаилә башлығы. Улдарына бысҡы тоторға өйрәтәме, тырмамы, үҙенең ғәмһеҙ бала сағы иҫенә төшә. Атаһы Шәмсетдин Ғилметдин улы ла улдарына үҙе белгән һәр һөнәрҙең серен бүлешә, техника менән булашыу, йәшелсә-емеш үҫтереү тиһеңме... Һыҙма, рәсем, хеҙмәт дәрестәренән уҡытҡан була ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы быйыл яҡты донъя менән хушлашҡан. «Үҙеңдән башҡаны әүлиәләй күр! Тәбиғәтте ярат, зыян итмә! Урлашма, алдашма, төшөнкөлөккә бирелмә! Олоно – оло, кесене кесе ит! Изге уйҙа, иман юлында бул!» – атай-әсәй күңелгә һеңдергән ҡиммәттәр мәңгелек.
Әсәһе Фәриҙә Әширәф ҡыҙы ла – уҡытыусы, китапханала ла эшләй, хәҙер хаҡлы ялда инде. Аллы-гөллө сәскәгә күмелеп ултырған тыуған йортҡа ашҡынып ҡайталар. «Әсәйемдең ҡулы алтын. Нимәгә тотонһа, шул ялт итә, бешергән һәр ризығы тәмле. Бала саҡтан борщ яраттым. Бишбармаҡты ла унан да тәмлерәк итеп бешергән кеше юҡтыр. Бәләкәй саҡта күрше ауылда йәшәгән өләсәйемә йыш бара торғайныҡ. Ул гелән телеңде йоторлоҡ майикмәк менән һыйланы. Әле әсәйем дә (моғайын, ул өйрәткәнсә) ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуға майикмәк бешерә. Быуындар бәйләнеше шунда ла сағыла», – тип бүлешә йырсы. Эльвираның ата-әсәһе Альбина Вәлит ҡыҙы менән Йәлил Фәтхулла улы ла һағынып, яратып көтөп ала уларҙы.

Шоколадлы кекс
Ҡамыр өсөн 1-әр стакан он, шәкәр, һөт, 2 йомортҡа, ярты стакан какао, ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес; глазурь өсөн 2 ҡалаҡ какао, 4 ҡалаҡ шәкәр, 4 ҡалаҡ һөт, 30 грамм аҡ май кәрәк.
Бер һауытта – шыйыҡ ингредиенттарҙы, икенсеһендә ҡороларын бергә һалып бутайбыҙ. Шунан барыһын бергә ҡушабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы майлы табаға һалып, 200 градус эҫелектәге мейескә ултыртабыҙ.
Бешеп сыҡҡандан һуң тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ ҙә өҫтөнә глазурь ҡоябыҙ.
Глазурь эшләр өсөн шәкәр, һөт, какао, аҡ майҙы эмаль һауытҡа һалып, талғын утҡа ҡуябыҙ. Болғатып торабыҙ. Әҙер булғас, эҫе көйө бисквит өҫтөнә ҡоябыҙ. Кекс өҫтөн төрлөсә биҙәргә мөмкин.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: