-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
31 Август 2022, 10:18

Туған моңдар – рух һаҡсыһы

Утыҙ йылдан ашыу яратҡан тоғро тамашасыһын ҡыуандыра «Ант» төркөмө. Бөгөн уның солисы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, БДУ-ның музыка студияһы етәксеһе Алмас ҒАФАРОВтың ғаиләһендә ҡунаҡтабыҙ.

Туған моңдар –  рух һаҡсыһы
Туған моңдар – рух һаҡсыһы

Бәләкәйҙән ҡурылған картуф ярата йырсы. Өләсәһе ҡулы менән әҙерләнгән ризыҡтың тәме бөгөн дә тел осонда торғандай. Колбасаға «һөйөүе» лә – бала саҡтан. Ул йылдарҙа бик һирәк эләгә был ризыҡ, уныһын да оҙон сиратта тороп ҡына алаһың. Бәлки, шуғалыр ҙа бик ҡәҙерле күренгәндер. Бөгөн дә сифатлы, тәмле колбаса табып була, ти артист. Сере ябай – отолмаҫ өсөн дәүләт стандарты (ГОСТ) буйынса әҙерләнгәнен алырға кәрәк.
Бешеренеүгә бик һирәк, илһам килгәндә генә тотона Алмас Ғафаров. «Ҡатыным Нәркәстең ҡулы оҫта, нимәгә ҡағылһа, шул балҡып китә, нимә сәсһә, шул уңа. Бәлештәре, өсбосмаҡтары, турамалары... – барыһын да телде йоторлоҡ итеп бешерә. Баҡсалағы мул уңышты ҡышҡылыҡҡа әҙерләп яба. «Һәр фронттың үҙ командиры булырға тейеш», тигән фекерҙә мин. Өйҙә был «фронт» – кәләшемдеке», – тип маҡтай хәләл ефетен.
Шамонин ауылына үҙ йортона күскәндән бирле төҙөлөш эшенән бушамай. Кеше ҡушырға яратмай. Яйлап булһа ла, үҙ ҡулым менән башҡарғанға етмәй, ти ул. Тағы бер мауығыуы бар: машина менән булашыу. Ватылһа, үҙе йүнәтә, бар деталдәрҙе алмаштыра ала. Бала саҡтан тимер-томор менән ҡыҙыҡһына, студент саҡтағы «Запорожец»ының һәр өлөшөн хәтерләй.
«Атайымдың ағаһы Марат бабайым бригадир булды. Уға эйәреп, һыбай йөрөргә өйрәндем. Йәй буйы ат менән үтте көндәр, бесән сабабыҙ, күбә тарттырабыҙ, яланға барып ҡайтабыҙ. Атҡа һөйөүем сикһеҙ», – тип тағы бер ҡыҙыҡһыныуы менән бүлешә ул.
Атаһы Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров – ҡурайсы, мандолинала, скрипкала уйнай, үҙе ҡумыҙ эшләп тарата. Әсәһе – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова – халыҡ көйҙәрен яратып башҡара. «82 йәшкә етһә лә, әсәйемдең һаман тауышы матур, шөкөр. Ҡәҙерлеләремдең булмышы ҡан һәм тәрбиә аша миңә лә күскәндер», – ти йырсы.
Сибайҙан Өфөгә күскәндә Алмасҡа дүрт йәш кенә була. Балалар баҡсаһында, мәктәптә рус телендә аралашып үҫеү, дөйөм мөхит үҙенекен итә – туған телен онота башлағанын тоя, әммә был турала тәрәнгә төшөп уйланмай әле. Грузияла хеҙмәт итә ул. Бейек ят тауҙарға ҡарап, тыуған Ирәндеген, Уралын һағына. Сираттағы хатында үтенесен еткерә: «Ҡурай ебәрсе, атай!» Ҡәҙерле посылка килеп төшкәс, шатлығының сиге булмай. Тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар ҡурай тауышына күмелә. Туған моңдарҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген аңлар өсөн шулай алыҫҡа китергә кәрәк булғанмы? Шул йылдарҙан алып ҡурай – айырылмаҫ юлдашы, серҙәше.
«Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, «Аманат» төркөмөн төҙөнөк. Шул саҡ үҙемдең туған телемде кәрәкле кимәлдә белмәүемде аңланым. Сәхнә камиллашыуҙы талап итә, тамашасы минән иркен аралашыуҙы көтә. Көн һайын гәзит уҡыным, эске мөмкинлегемде асыу, онотолған булмышымды ҡайтарыу өҫтөндә эшләүем һөҙөмтә күрһәткәнен аңланым», – тип хәтирәләргә бирелә Алмас Ғафаров.
1989 йылда «Аманат» төркөмө булдырыла. Бер йылдан Бөтә Рәсәйҙә лауреат исеме алалар. «Ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән «Аманат» студияһы бер нисә төркөмдө берләштерҙе, беҙҙең Рәмил Ихсанов менән төҙөгән «Ант» төркөмө лә – шулар иҫәбендә. Быйыл уның 30 йыллыҡ юбилейын үткәрергә, бөтә дуҫтарҙы йыйып, байрам ойошторорға уйлайбыҙ. Унда инде халыҡ ятлап бөткән, ҡушылып башҡарған йырҙар менән бергә яңылары ла яңғыраясаҡ», – тип ниәттәре менән уртаҡлаша йырсы.

Тултырылған тауыҡ
Һыуытылған (туңдырылмаған) тауыҡ, ҡуш услап дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Тауыҡтың тиреһен боҙмай ғына итенән айырып алабыҙ. Был эште ҡабаланмай, аҫ яҡтан башлап, бармаҡ менән ипләп кенә башҡарабыҙ. Ҡанаттарын ҡалдырабыҙ, бары быуынынан ҡырҡып айырабыҙ.
Итен турағыстан үткәрәбеҙ ҙә бүрттерелгән дөгө (ҡорораҡ булһа, бер аҙ һыу өҫтәргә мөмкин), ваҡ итеп туралған һуған, тоҙ, борос һалып эслек эшләйбеҙ.
Тиреһен өҫкө яҡтан тегәбеҙ (теш таҙартҡыс таяҡсалар менән беркетеп ҡуйырға ла мөмкин). Эслеген тултырабыҙ ҙа аҫҡы яҡтан да беркетеп ҡуябыҙ. Махсус шыптырҙан эшләнгән «еңсә»гә һалып, мейестә бер сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Эргәһенә картуф һалырға мөмкин. Табынға биргәндә ептәрен (таяҡсаларын) алабыҙ.

Бер-береһен аңлап, көйләп йәшәгәнгә лә бәхетле улар. Үҙҙәре ҡорған ғаилә усағының йылыһын һаҡлап, бәпләп торғанға донъялары ҡотло. Матур ғаилә – ил күрке шул.


Александр ДАНИЛОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: