+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
6 Август 2022, 12:10

Урама

400 грамм өрөккә (артыҡ бешмәгән, тығыҙ емештәр алына) 80 грамм шәкәр, 4 йомортҡа, 200 грамм эремсекле сыр, 120 грамм он, 50 миллилитр үҫемлек майы, 50 грамм аҡ (ҡара ла ярай) шоколад кәрәк (25х35 сантиметр ҙурлыҡ табаға иҫәпләнгән).

Урама
Урама

Йомортҡаны шәкәр менән яҡшылап, бер нисә тапҡыр күләме артҡансы, туғыйбыҙ. Аҙ-аҙлап он ҡушабыҙ ҙа ипләп кенә бутайбыҙ. Үҫемлек майы һалабыҙ, шулай уҡ яҡшылап талғын ғына болғатабыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ рәүешендә була. 
Табаға махсус ҡағыҙ йәйәбеҙ, майлайбыҙ. Өрөктөң төштәрен алып, нәҙек кенә киҫәктәргә ҡырҡабыҙ ҙа табаға теҙәбеҙ. Өҫтөнә ҡамыр һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ. 180 градус эҫелектәге  мейестә 12 – 14 минут бешерәбеҙ. Эҫе килеш алып, таҫтамалға әйләндереп һалабыҙ, ҡағыҙын алабыҙ ҙа йәһәт кенә урайбыҙ (ҡулдарҙы бешермәҫ өсөн таҫтамал ҡулланабыҙ). Һыуынғас, ипләп кенә яҙабыҙ ҙа өй йылылығында торған эремсекле сырҙы тигеҙ итеп яғып сығабыҙ. Ураманы яңынан урайбыҙ ҙа ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шоколадты быуҙа йәки микротулҡынлы мейестә иретеп, урама өҫтөн биҙәйбеҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в