+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
1 Август 2022, 10:10

Ожмах емеше өрөк

Витаминдарға, аминокислоталарға, микро- һәм макроэлементтарға бай өрөк йөрәк-ҡан тамырҙарына, нервы системаһына, ашҡаҙан-эсәк юлдарына ыңғай тәьҫир итә. Файҙалы емеш ҡан тамырҙарын нығыта, хәтерҙе яҡшырта, күҙҙәргә һәйбәт йоғонто яһай, организмды таҙарта, кәйефте күтәрә. Көнөнә 300 грамм өрөк ашау – һаулыҡ өсөн алмаштырғыһыҙ дауа. Әммә шәкәр диабеты, ашҡаҙан һәм бауыр хроник ауырыуҙары, аллергия менән яфаланғандарға был татлыҡай менән артыҡ мауығыу кәңәш ителмәй.

Ожмах емеше өрөк
Ожмах емеше өрөк

Печенье
7 бөртөк өрөккә 200 грамм он, 100 грамм аҡ май, 3 ҡалаҡ бик һалҡын һыу, 3 ҡалаҡ шәкәр, балғалаҡ ярым дәрсен (корица),  1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр онтағы, семтем тоҙ талап ителә.
Онға тоҙ, шәкәр онтағы ҡушып бутайбыҙ ҙа, һалҡын майҙы киҫәктәргә бүлеп һалып, йәһәт кенә ыуабыҙ. Һалҡын һыу өҫтәп, тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ һәм, шыптырға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.  1,5-2 сәғәттән ҡамырҙы алып йәйәбеҙ ҙә түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. 
Өрөктәрҙе йыуып, уртаға бүләбеҙ ҙә төшөн алабыҙ. Йомортҡаны туғыйбыҙ. Икенсе һауытта шәкәргә дәрсен ҡушып бутайбыҙ.
Түңәрәктең уртаһына бер балғалаҡ шәкәр ҡатнашмаһы һалабыҙ, өҫтөнә өрөктөң яртыһын ҡуябыҙ. Ситтәренә йомортҡа яғабыҙ. Икенсе түңәрәктең уртаһын әүернә (крест) рәүешендә ҡырҡабыҙ ҙа тәүгеһенең өҫтөнә ябабыҙ. Сәнске менән ситтәрен ипләп кенә баҫып йәбештереп сығабыҙ. Шулай башҡа печеньеларҙы ла эшләп ҡуябыҙ. 
Печеньеларҙы табаға теҙәбеҙ, өҫтәренә йомортҡа яғабыҙ, ҡалған шәкәрҙе һибәбеҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 25 минут самаһы бешерәбеҙ.

 

Повидло
1 килограмм өрөккә 0,7-1 килограмм шәкәр кәрәк.
Өрөктө йыуып киптерәбеҙ ҙә төшөн алабыҙ. Һуты яҡшыраҡ сыҡһын өсөн сәнске менән тишкеләйбеҙ. Шәкәр менән ҡатлап һалып сығабыҙ. Бер нисә сәғәт, һуты сыҡҡансы, шәкәр бер ни тиклем ирегәнсе, тотабыҙ. Шунан уртаса утта ярты сәғәт ҡайнатабыҙ. Даими болғатып торабыҙ, күбеген алабыҙ. Өрөктәрҙе иҙәбеҙ (картуф иҙгес йә блендер ҡулланырға мөмкин). Шунан тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡаплайбыҙ ҙа, түңкәреп, өҫтөн ябып ҡуябыҙ. 

 

Эремсекле тәмлекәс
7 бөртөк өрөккә 400 грамм эремсек, 200 грамм аҡ май, 400 грамм ыуалыусан печенье, 150 грамм шәкәр, ярты стакан сейә (йөҙөм менән алыштырырға мөмкин), тәменсә ванилин алына.
Эремсекте яҡшылап һарҡытабыҙ, шунан иләк аша үткәрәбеҙ (блендер ҡулланырға мөмкин). Өй йылыһында тороп йомшарған аҡ майға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Аҙ-аҙлап эремсекте ҡуша барабыҙ, туғыуҙы дауам итәбеҙ. 
Печеньены ваҡлайбыҙ. Өрөк менән сейәнең төштәрен алып турайбыҙ. Барыһын да эремсеккә ҡушып бутайбыҙ. Һауытҡа махсус шыптыр йәйеп, эремсек ҡатнашмаһын һалабыҙ һәм, матур формаға килтереп,  өҫтөн дә ябабыҙ. 8 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. 
Табынға биргәндә еләк, бөтнөк япраҡтары, шоколад менән биҙәргә мөмкин. 

 

Мармелад
1 килограмм өрөккә 1 килограмм шәкәр, бысаҡ осонда лимон кислотаһы, 150 миллилитр һыу алына.
Өрөктөң төштәрен алабыҙ ҙа, һыу һалып, йомшарғансы быҡтырабыҙ. Блендер менән иҙәбеҙ, лимон кислотаһы, шәкәр ҡушабыҙ. Бик һүрән утта, даими болғатып тороп, ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һүндереп торабыҙ. Һыуынғас, тағы ҡайнатабыҙ. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. 2/3 өлөшө ҡалғас, эҫе килеш һауыттарға 2-2,5 сантиметр ҡалынлығында һалып сығабыҙ. Һыуынғас, спирт менән эшкәртелгән пергамент ҡаплайбыҙ ҙа ҡоро урынға елләтергә, киптерергә ҡуябыҙ. Бысаҡ менән ҡырҡырлыҡ хәлгә килгәс, мармелад әҙер тигән һүҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: