+4 °С
Болотло
Ҡояш төшмәгән, әммә еләҫ ерҙә киптерәләр. Әҙер ҡаҡ ҡоро булырға, тик һынып торорға тейеш түгел. Йәймәне торба һымаҡ итеп төрөп һаҡлайҙар.
Слива ҡағы рецебы: 1 кг слива, ярты стакан һыу һәм шәкәр алына. Шәкәрҙе артыҡ күп һалмағанда ризыҡ файҙалыраҡ килеп сыға. Йыуылған сливаны кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, һыу өҫтәп, утҡа ҡуябыҙ. Сливаның “һулып” төшөүен күреү менән, уттан алып, шәкәр өҫтәйбеҙ.Шәкәрҙе эҫе емешкә һалырға кәрәк, шул саҡта ул тулыһынса иреп бөтәсәк. Һыуынғас, иләк аша үткәрәбеҙ, иҙмә килеп сығырға тейеш.
Иҙмәне тигеҙ итеп йәйеп бер нисә көн ҡояшта киптереп алабыҙ. ("Башҡортостан" календарынан)