+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Июнь 2022, 11:15

Мөхәббәтле донъя

Бәҫле һәм ышаныслы тота ул үҙен сәхнәлә. Йыр-моңонда ла тормошҡа булған мөҡәддәс һөйөү, киләсәккә яҡты өмөт сағыла. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат МӨХӘМӘТЙӘРОВтың күркәм ғаиләһенә бөгөн сәфәребеҙ.

Мөхәббәтле донъя
Мөхәббәтле донъя

Үҙен белгәндән бирле йырлай Салауат. «Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әҙип Ханов үҙешмәкәр баянсы, йырсы булды. Бер мәжлестән, концерттан ҡалдырманылар уны ауылда. Ә ағайым үҙе менән гел мине лә ала ине, алмашлап йырлайбыҙ шунан», – тип хәтерләй йырсы. Әсәһе Ғәзимә Кәтип ҡыҙы мәктәптә рус теленән һәм әҙәбиә­тенән уҡыта. Дүрт улын да кескәйҙән төрлө сараларға, бәйгеләргә, һабантуй­ҙарға йөрөтә, түңәрәктәргә бирә маҡ­сатлы әсә. Ауылда музыка мәктәбендә ҡурай, флейта серҙәренә төшөнә, йырлай, бейей Салауат. Әйткәндәй, ағай-ҡустылары араһынан үҙе генә сәнғәт юлынан киткән ул.
Бер саҡ Сибай музыка лицей-интернатынан килеп, һәләтле балаларҙы йыялар. Тыңлап ҡарап, ике иптәше менән Салауатты һайлайҙар. Тыуған ерен – Учалы районы Уральск ҡасабаһын шулай иртә ҡалдырып китергә тура килә уға. Әлбиттә, бәләкәс кенә көйө атай-әсәйҙән ситтә еңел булмай, күптәр түҙмәй ҡайтып китә, Салауаттың йыр-моңға һөйөүе көс, дәрт биргән, күрәһең. Бында 1 – 3 кластарҙа белем алғандан һуң уҡыуын Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында дауам итә. Мәшһүр Ғәлиә Солтанова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Рәшиҙә Туйсиналарҙан дә­рестәр алыу бәхете тейә уға. Сәнғәт ака­демияһында иһә уҡытыусыһы Йәмил Әбделмәнов була.
Театр факультеты студенттары ҡуйған спектаклде ҡарағанда Салауат сәхнәлә уйнаған бер ҡыҙға ғашиҡ була. «Гипноз­ланған кеүек күҙемде ала алманым да ҡуйҙым», – тип йылмая ул, уйҙары менән ҡабат ошо көнгә ҡайтып. Күңеленән сыҡмаған һылыу менән осрашыу эҙләй. 19 йәшендә генә осрата шулай Күгәрсен ҡыҙы Гөлназды. Һүҙҙәре берегә, студент ятағында ғаилә усағы тоҡандыралар. Улдары Рамаҙан да шунда донъяға килә. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә төшә йәш ғаилә башлығы, бер үк ваҡытта уҡыуын дауам итә, аспирантураға инә. «Мираҫ» ансамблендә, «Каруан» төркөмөндә эшләй. Әле ул – филармонияла солист, һүҙ оҫтаһы.
«Артистың ярты ғүмере юлда үткәне сер түгел. Гөлназым, үҙе лә артислыҡҡа уҡығас, һөнәрем нескәлектәрен аңлап ҡабул итә, байрамдарҙы, ял көндәрен дә эштә үткәрергә тура килә бит», – ти һәләтле егет. Гастролдә йөрөгәндә хеҙ­мәттәштәре унан көнләшкәнен йәшер­мәй. Шулай итмәй, улар кафе ашы менән хушһынғанда Салауат кәләше хәстәрләп ебәргән өй ризығы менән туҡлана. Әлбиттә, тел йоторлоҡ тәғәмдәр менән башҡаларҙы ла һыйлай.
Гөлназ визажист, стилист һөнәрҙәрен үҙләштергән. Шәхси эшҡыуар булараҡ асҡан салонын пандемия осоронда ябырға мәжбүр булған. «Ҡатыныма һалы­шып бөткәнмен. Мода яңылыҡтарын ҡарап бара, биҙәнеү-төҙәнеү серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай, грим да һала белә. Магазинда кейемде лә ул һайлай, – тип бүлешә артист. – Балаларҙы өф итеп тора, хатта артыҡ иркәләп тә ебәрә шикелле. Дәртләнеп китеп, бер юлы әллә нисә төрлө ризыҡ яраштырып ҡуя. «Һеҙҙе яңы тәмлекәстәр менән ҡыуандырайым әле», – ти ул йыш ҡына».
Барыһынан бигерәк ҡамыр аштары бешерергә ярата Гөлназ. «Тапалған» рецептар менән генә эш итмәй, яңыға ынтыла. Торт әҙерләү – күңелгә ял, ижади хыялыңды рәхәтләнеп эшкә егергә була.
Улдары Рамаҙанға – 10 йәш. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында дүртенсе класты тамамлаған егет йырлай, ҡурайҙа уйнай, бейей, пластилиндан әүәләгән һындарына ҡарап туйғыһыҙ. Өс йәшлек ҡыҙҙары Сара бейергә, йырларға, фотоға төшөргә ярата.

Эремсекле күмәс
Ҡамыр өсөн 800 грамм он, 100 грамм аҡ май, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 400 миллилитр йылы һыу, 2 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә кәрәк.
Эслеккә 800 грамм йомшаҡ эремсек, 1 йомортҡа, 200 грамм шәкәр, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә кипкән емештәр, өҫтөнә яғырға 1 йомортҡа алабыҙ.
Йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ ҙа йылыға ҡуйып торабыҙ.
Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Эрем­секкә йомортҡа һытабыҙ, шәкәр, ҡаймаҡ һалып яҡшылап бутайбыҙ. Кипкән емеш­тәрҙе йыуып, һыуын һарҡытабыҙ, кәрәк икән, ебетәбеҙ, ҡырҡабыҙ.
Күпереп сыҡҡан ҡамырҙы ярты сан­тиметрҙай ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте яғабыҙ. Кипкән емеш­тәрҙе һа­лып сығабыҙ. Йәймәне урайбыҙ ҙа, эслеге ағып сыҡмаһын өсөн, ситтәрен семтеп йәбештереп ҡуябыҙ. Ураманы биш сантиметр ҙурлығында киҫәктәргә ҡыр­ҡып сығабыҙ. Шунан уларҙы майлы табаға урынлаштырабыҙ, өҫтөнә йо­мортҡа яғабыҙ. 200 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәттәй ваҡыт үтеүгә татлы тәмлекәс­тәребеҙ бешеп тә сыға.

 

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: